logo
Районное муниципальное бюджетное учреждение культуры
"Баймакская межпоселенческая центральная библиотека"
муниципального района Баймакский район
Режим работы учреждения:
с 8.30 до 19.00, сб 08:30–15:30
Воскресенье - выходной

Е-mail: mukcbs06@mail.ru
Тел: (34751) 3-15-82, 3-16-74

Юлай Мәҡсүтов исемендәге мәҡәләләр конкурсы

✅Юлай Мәҡсүтов исемендәге мәҡәләләр конкурсының
ПОЛОЖЕНИЕҺЫ
«Йәшлек” гәзитенең Урал аръяғы райондары буйынса үҙ хәбәрсеһе булып эшләгән журналист Юлай Мәҡсүтовтың тыуыуына 60 йыл тулыуы айҡанлы Баймаҡ биләмә-ара үҙәк китапханаһы янында эшләүсе “Игебай мәктәбе” балалар ижади клубы Юлай Мәҡсүтов исемендәге мәҡәләләр конкурсы иғлан итә.??

Юлай Мәҡсүтов мәҡәләләрендә көнүҙәк мәсьәләләрҙе күтәрә белеүе, уларҙы тәрән һәм киң анализлап оҫта яҙыуы менән ҡәләмдәштәренә өлгө булып торҙо. Ул Юлай-Юламан псевдонимы менән дә танылды.

❗Мәҡәлә яҙыр өсөн иң тәүҙә актуаль, ҡыҙыҡһындырырлыҡ тема һайлау мотлаҡ. Унан ошо темаға ҡағылышлы материалдар туплана, уй-фекерҙәр теркәлә. Уны яҙып сыҡҡандан һуң бер нисә тапҡыр уҡылып, унда ҡулланылған факттар, һандар дөрөҫмө-юҡмы икәнлегенә диҡҡәт ҡылына. Аҙаҡтан ғына, пунктуацияға иғтибар бирелеп, тағы бер тапҡыр тикшерелә. Цитаталар, эпиграф ҡулланыу яҙма эштең мәртәбәһен тағы ла күтәреп ебәрә. Әммә улар урынлы булырға, эпиграф мәҡәләнең йөкмәткеһен раҫлап торорға, авторы күрһәтелергә тейеш.

Ю.Мәҡсүтов исемендәге мәҡәләләр конкурсында мәктәп йәшендәге барлыҡ уҡыусылар ҙа ҡатнаша ала.

✅Конкурстың шарттары:
1. Уҡыусыларҙың ижади эштәре 2022 йылдың 19 ғинуарынан 28 февралгә тиклем ҡабул ителә.
2. Конкурсанттарҙың эштәре 3 йәш категорияһында баһаланасаҡ:
– 3 – 5 кластар араһында;
– 6 – 8 кластар араһында;
– 9 – 11 кластар араһында.
3. Еңеүселәрҙең эштәрен Юлай Мәҡсүтов исемендәге премия лауреаты Гүзәл Иҫәнгилдина етәкселегендәге комиссия баһалаясаҡ.
4. Яҙмаларҙың мәҡәлә жанрына тап килеүе мотлаҡ.
5. Мәҡәләләр башҡорт һәм рус телдәрендә ҡабул ителә.

Һеҙҙән мәҡәләләр көтөп ҡалабыҙ, йәш ҡәләм тирбәтеүсе дуҫтарыбыҙ! Эштәрҙе“Бәйләнештә” селтәрендәге “Игебай мәктәбе” клубы. Баймаҡ” (https://vk.com/club191961069) төркөмөнә йәки “Игебай мәктәбе” клубы етәксеһе Айгөл Иҙелбаеваға (8 927 636 47 66) ебәрегеҙ!
‼‼‼‼‼‼‼‼‼‼‼‼‼‼‼‼‼‼

Положение конкурса им. Юлай Мәҡсүтова