logo
Районное муниципальное бюджетное учреждение культуры
"Баймакская межпоселенческая центральная библиотека"
муниципального района Баймакский район
Режим работы учреждения:
с 8.30 до 19.00, сб 08:30–15:30
Воскресенье - выходной

Е-mail: mukcbs06@mail.ru
Тел: (34751) 3-15-82, 3-16-74

Үҙ юлым бар!

Байым ауылында Баймаҡ биләмә-ара үҙәк китапханаһы Икенсе Этҡол ауыл китапханаһы менән берлектә шағирә, сәсәниә, Р.Түләк исемендәге “Йәнгүҙәй” әҙәби-ижад берекмәһе ағзаһы Таңһылыу Вәлиеваның 70 йәшлек юбилейына арналған “Үҙ юлым бар!” исемле ижад кисәһен ойошторҙо. Был күркәм сара быйылғы Уҡытыусы һәм остаз йылы менән тап килеүе лә бик һөйөнөслө булды, сөнки мәғариф ветераны Таңһылыу Әхмәтхан ҡыҙы бар ғүмерен белем һәм тәрбиә биреүгә арнаған: Байым ауылында башҡорт-рус телдәре уҡытыусыһы булып эшләгән, “Рәсәй Федерацияһының дөйөм белем биреү почётлы хеҙмәткәре” исеменә лайыҡ булған.
Кисәнең мәртәбәһен арттырып хөрмәтле ҡунаҡтар – Башҡортостандың атҡаҙанған халыҡ мәғарифы эшмәкәре, Рәсәй Федерацияһының дөйөм белем биреү почетлы хеҙмәткәре, Рәсәй Федерацияһы һәм Башҡортостан Республикаһының журналистар берлектәре ағзаһы, Сибай ҡалаһының территориаль һайлау комиссияһы рәйесе Сафа Ишмөхәмәтов, Икенсе Этҡол ауыл биләмәһе башлығы Амур Әминев, Байым мәктәбе коллективы, шулай уҡ юбилярҙың коллегалары, уҡыусылары, “Йәнгүҙәй” әҙәби-ижад берекмәһе, “Ағинәй”ҙәр ҡоро ағзалары, яҡындары ҡатнашты. Ниғәмәт ауылы модель китапханаһы китапханасыһы Гөлбикә Кейекбаева менән “Һаҡмар” халыҡ театры Таңһылыу Вәлиеваның “Бәхәс” хикәйәһенән өҙөктө сәхнәгә ҡуйҙы.
Кисә барышында Таңһылыу Вәлиева тыуған ауылы Сәксәй һәм үҙе үҫкән Ишей ауылдары, заманында шәп рәссам, һуғышҡа тиклем Фәйзи Ғәскәров исемендәге халыҡ бейеүҙәре ансамблендә бейеүсе булған атаһы Әхмәтхан Ғайса улы Ҡарасурин, килен булып төшкән Байым ауылына тоғро хеҙмәт итеп йәшәүе, уҡытыусы һөнәрен яратып башҡарыуы, нисек яҙыша башлауы һәм ниндәй яҙыусыларҙың уға әйткән баһалары, сәсәниә булараҡ бер конкурста әйтештә албирмәҫ Буранбай Исҡужиндың үҙен еңеүе хаҡында бик мауыҡтырғыс итеп һөйләне. Кисәне ауылдың “Умырзая” вокал ансамбле, Таңһылыу Вәлиева етәкселегендәге ауыл ағинәйҙәренең матур сығыштары, Икенсе Этҡол мәҙәниәт йорто ойоштороусыһы Фирүзә Бүләкова, мәктәп уҡыусылары, юбилярҙың ҡыҙы Лилиә Шаһиғәлина, ейәнсәре Нәргизә Вәлиева, улы Иҙел Вәлиев, Гөлфиә Ҡотлоғужина, Фәниә Һәм Динар Мәжитовтар башҡарыуында дәртле йыр-бейеүҙәр биҙәне. Икенсе Этҡол ауыл биләмәһе башлығы Амур Әминев Баймаҡ районы муниципаль район хакимиәте башлығы Фәнис Әминевтан һәм үҙе исеменән Рәхмәт хаттары тапшырҙы. Шағирәне коллегалары, уҡыусылары, балалары ҡотлап, рәхмәт һүҙҙәрен яуҙырҙы, матур-матур гөлләмәләргә һәм бүләктәргә күмде.
“Ниғәмәт ауыл биләмәһе тарихы” китабына Байым ауылы тарихының нисек инеп китеүе лә бик үҙенсәлекле булған. Авторҙаштары Сафа Ишмөхәмәтов һәм Борис Хәйретдинов та был хаҡта сығыштарында телгә алып, ижадсыға уңыштар теләне, шулай уҡ “Йәнгүҙәй” әҙәби-ижад берекмәһе ағзалары Рәйсә Иҫәнбаева һәм Көнһылыу Сөләймәнова, етәкселәре Айгөл Иҙелбаева ҡәләмдәшен ҡотлап, шиғыр уҡып ишеттерҙеләр.
“Киске Өфө” гәзитендә Әҙәбиәт йылы уңайынан 2015 йылда әйтештәр конкурсы бик әүҙем барҙы. Халыҡ уны яратып ҡабул итте. Тап шунда беҙҙең яҡташтар Әхмәр Үтәбай, Таңһылыу Вәлиева, Әкрәм Ҡәйепҡолов Көфө, Йәнһылыу, Айытҡужа сәсән исемдәре аҫтында әйтешеп, еңеү яулауға өлгәште. Йәнһылыу һәм Көфөнөң әйтеше Әхмәр Ғүмәр-Үтәбайҙың “Ғәфү ит, ғүмер” китабында ла баҫылып сыҡты. Кисәлә Әхмәр Үтәбайҙың Йәнһылыу менән әйтешен уҡыған видеояҙма күрһәтелде.
Таңһылыу Вәлиеваның ижады үҙенсәлекле, халыҡсан, фәлсәфәүи. Әҫәрҙәре “Бәйләнештә” селтәрендәге “Үҙ юлым бар” исемле төркөмдә донъя күрә килә. Шиғырҙарына композиторҙар Вилүр Мәүлитов, Насип Һаҡмаров, Йәлил Һөйөндөков, Рәмил Туйсин, Илдар Абдуллиндар көй ижад иткән. Кисәлә ошо йырҙар, шағирәнең шиғырҙары яңғыраны.