logo
Районное муниципальное бюджетное учреждение культуры
"Баймакская межпоселенческая центральная библиотека"
муниципального района Баймакский район
Режим работы учреждения:
с 8.30 до 19.00, сб 08:30–15:30
Воскресенье - выходной

Е-mail: mukcbs06@mail.ru
Тел: (34751) 3-15-82, 3-16-74

Зәйнәб Биишеваның тыуыуына 115 йыл

15 ғинуарҙа (иҫке стиль буйынса – 2 ғинуарҙа) Башҡортостандың халыҡ яҙыусыһы, шағирә һәм драматург, Салауат Юлаев исемендәге премия лауреаты, өс «Почёт Билдәһе» ордены кавалеры Зәйнәб Биишеваның тыуыуына 115 йыл тулды.
Зәйнәб Абдулла ҡыҙы Биишева 1908 йылдың 2 ғинуарында Ырымбур губернаһының Ырымбур өйәҙе (хәҙерге Күгәрсен районы) Туйымбәт ауылында ярлы крәҫтиән ғаиләһендә тыуған.
Буласаҡ яҙыусы уҡырға-яҙырға атаһы Абдулла Биишевтан, ул Ғибаҙулла, Йәмилә, Хәлимә, Хафасаға һабаҡ биргәндә шаршау артында тыңлап ултырып ҡына өйрәнә. Һуңынан совет мәктәбендә уҡытыусы булып эшләгән ағаһы Ғибаҙулла, апаһы Хәлимә ҡулында уҡып, ун алты йәшендә генә 4-се класты тамамлай. Ике йәш ярымда — әсәһенән, ун бер йәшендә атаһынан ҡалған Зәйнәб туғандары ярҙамында белем үрҙәренә үрләй һәм үҙенең тырышлығы менән маҡсатына ирешә, яҙыусы булып китә.
Ырымбур башҡорт педагогия техникумын тамамлап, 1929—1930 йылдарҙа Баймаҡ районы Билал ауылында уҡытыусы булып эшләй. Уҡытыусыларҙың квалификацияһын күтәреү курстарын тамамлағас, Башҡортостан китап нәшриәтенең һәм «Пионер» журналының мөхәррире була. Был журналда уның тәүге хикәйәһе баҫыла. «Партизан малай» исемле беренсе китабы 1942 йылда баҫылып сыға.
1949 йылдан СССР Яҙыусылар союзы ағзаһы, 1951 йылдан алып профессиональ яҙыусы булып китә.
Зәйнәб Абдулла ҡыҙы Биишева 1996 йылдың 24 авгусында Өфө ҡалаһында вафат була. Яҙыусының исемен мәңгеләштереү маҡсатында тыуған ауылы Туйымбәттә музей асыла, Мораҡ ауылындағы башҡорт гимназияһы, Стәлетамаҡ дәүләт педагогия академияһы, Өфө ҡалаһында «Китап» нәшриәте, Өфө ҡалаһында бер урам халыҡ яҙыусыһының исемен йөрөтә.

Зәйнәб Биишеваның тормош иптәше – Бөйөк Ватан һуғышы яугиры Ғәзиз Әминев, улдары Тельман – химия фәндәре докторы, профессор; Юлай – тәржемәсе, башҡорт яҙыусылары әҫәрҙәренең рус телендә сығыуына күп көс һалыусы. Зәйнәб Биишеваның халыҡ яратҡан романдарын юғары профессиональ кимәлдә урыҫ теленә тәржемәләй, Зәйнәб Абдулла ҡыҙының әҫәрҙәренән тыш, Булат Рафиҡов, Роберт Байымов, Шакир Янбаев һәм Мәрйәм Бураҡаеваның әҫәрҙәрен урыҫ теленә ауҙара. Зәйнәб Биишеваның өсөнсө улы Дарвин – врач һәм тәржемәсе.
Мәғлүм булыуынса, бәрәкәтле Баймаҡ ере халыҡ яҙыусыһының эҙҙәрен һаҡлай. Зәйнәб Биишеваның “Дуҫ булайыҡ” повесы беҙҙең ерлекте сағылдыра – ваҡиғалар Талҡаҫ күле буйында бара.