“БЕҘ – БАЙМАҠ ШАҒИРӘЛӘРЕ!..” ПРОЕКТЫНДА БӨГӨН — ЛИЛИӘ ҒӘНИЕВА!

Ғәниева Лилиә Фәйзулла ҡыҙы 1958 йылдың 6 майында Йылайыр районының Ҡәнзәфәр ауылында тыуған. Хаҡлы ялға сыҡҡанға тиклем 35 йыл дауамында «Октябрьское знамя» — «Октябрь байрағы» (хәҙерге “Баймакский вестник”) район гәзитендә эшләй. Мәҡәлә, һүрәтләмә, очерк, шиғырҙары төрлө район һәм республика баҫмаларында төрлө йылдарҙа баҫылып сыҡты. Күп һанлы маҡтау ҡағыҙҙары менән бүләкләнгән. Хеҙмәтендәге иң юғары уңыштары өсөн “Һөнәре буйынса иң яҡшыһы” һәм 2006 йылда “БР атҡаҙанған матбуғат һәм киң мәғлүмәт хеҙмәткәре” исеменә лайыҡ булды.
Лилиә Ғәниева шиғриәт, проза һәм драматургия өлкәләрендә берҙәй уңышлы ижад итә. Һуңғы йылдарҙа яҙмалары “Шоңҡар”, “Ағиҙел” журналдарында, “Йәшлек” гәзиттәрендә йыш донъя күреп тора. 2015 йылда Й.Ильясова исемендәге призға “Рухымдың аҡ ҡошо” район конкурсында драматургия өлкәһендәге ижади эше өсөн беренсе урын яуланы. Р.Түләк исемендәге “Йәнгүҙәй” әҙәби-ижад берекмәһе ағзаһы.

Айға бағам…
Ғүмеркәйҙәр уҙып бара
Сапҡын атта елеп кенә…
Тик ниңә һуң күңел йәп-йәш,
Ун биш тулғандай елкенә?
Теҙген һалып йылдарымды
Туҡтатырға ине бер мәл,
Йәшлек таңына ҡайтырға
Булһа ине берәй әмәл…
Алып килер инем унан
Ярһыу яҙҙы, һөйөү гөлөн –
Хис даръяһы шаулар ине,
Яҡты нурға тулып көнөм!
Юҡ, ҡайтмаҫ шул үткәндәрем,
Аҡ томандар япты күптән.
Айға бағам тик ҡайһы саҡ,
Мөғжизәләр көтөп күктән.
Айға бағам…

Хыял ғына…
Хыялымда аҡ толпарҙа сабам,
Елдәй осам ай-ҡояшҡа табан.
Йылғыр ҡоштай булып талпынамын,
Йондоҙҙарҙы ҡосоп, табынамын.
Хыялымда аҡ толпарҙа еләм,
Ҡанат үҫһә, шундай рәхәт – уны беләм.
Күкте иңләп аҡҡош кеүек ҡағынамын,
Тик шул мәлдә… ергенәмде һағынамын.
Һағынам да, ҡайтыр юлға ашығамын,
Ос, толпарым, тиҙерәк тип ашҡынамын.
Донъям ҡото минһеҙ шиңер төҫлө,
Өҫтәйемсе уға нурлы, ал-гөл төҫтө!
Ерҙә мине ябай тормош тағы ҡоса,
Хыялдағы аҡ толпарым ары оса…
Хыял пәрҙәләрен инде ябып ҡуям,
Ғәҙәти бер ҡатын-әсә булып ҡалам.

Талҡаҫта
Һаумы, Талҡаҫ!
Килдем һиңә
Ярҙарыңды иңләп-буйларға.
Арбап алды күкһел тулҡындарың,
Сорнанылар төрлө уйҙарға.
Талҡаҫ, Талҡаҫ…
Күпме тарих ята ҡуйыныңда,
Сер һәм аһ-зар һаҡлай ярың да.
Бөйөк Мостай, Рәми баҫып торған,
Илһам алып һинең яныңда…
Осрашҡандар, табышҡандар һиндә,
Оҙатҡандар алыҫ юлдарға.
Нисә быуын һоҡланғандыр һиңә
Һәм данлаған һалып йырҙарға.
Ут алырға килгән һәр юлсыңды
Ҡолас йәйеп ҡаршы алаһың.
Күңелдәргә һиллек, сихәт биреп,
Өнһөҙ генә оҙатып ҡалаһың.
Йәшә, Талҡаҫ!
Йөҙөк ҡашы булып Ирәндектең,
Ынйы бөртөгөндәй балҡы һин.
Кәрәклеһең беҙгә, кешеләргә!
Ҡурсалауға үҙең хаҡлыһың…

Һигеҙенсе март етте!
Көтөп алған байрам – шау мөғжизә,
Көнө лә һуң матур шул саҡлы!
Күңелдәрҙе йылы наҙға мансый,
Әсәй кеүек нурлы, инсафлы.

Шундай тылсымы бар ошо көндөң,
Хатта ҡырыҫ ирҙәрҙе лә иретә.
Сөнки әсәй, тиеп һәр кем телен аса,
Әсәй, тиеп бер мәл ир етә…

Ихлас яратыуҙың ҡөҙрәтеме —
Балҡый Әсә бөгөн ҡояштай.
Әллә күпме йылға йәшәргәндәй,
Осоп ҡына йөрөй ул ҡоштай.

Байрам менән, барлыҡ гүзәл заттар,
Йәп-йәш ҡыҙҙар, еңгәй-килендәр!
Кешелекте дауам иттереүсе,
Ғүмер бирер өсөн ергә килгәндәр.

Һөйөү-яратыуҙы йәлләмәйсә,
Күрһәтһендәр һеҙгә мәрхәмәт.
Тормош йәме, ҡото — ҡатын-ҡыҙҙа,
Һеҙ бар ерҙә йәшәй мөхәббәт.
Лилиә Ғәниева.

Йәшә әйҙә, башҡорт балаһы!
Борис ағай Хәйретдиновҡа
Һауаларҙы бөркөт иңләгәндә
Ниндәй хозур, ниндәй матурлыҡ!
Илең, ерең, телең өсөн янып
Ерҙә йәшәү ҙә бит — батырлыҡ.

Ҡулдарыңда берсә ҡәләм булыр,
Тыуыр повесть, шиғыр, ҡобайыр…
Баян алһаң, илһам ҡанат йәйер,
Һәм ағылыр моңло, йәнле йыр.

Тарих төпкөлдәрен байҡағанда
Киләсәкте барлай булмышың.
Рухың тоғро баймаҡ тупрағына,
Халҡың менән бәйле яҙмышың.

Дәртте, сәмде егеп толпарыңа
Алға әйҙәп әле бараһы,
Көйҙәр көйләп юлдар яраһы….
Йәшә әйҙә, башҡорт балаһы!
Йырҙарың күп һинең, моңдарың күп,
Әйҙә йырла, башҡорт балаһы!..

18.06.2021