“БЕҘ – БАЙМАҠ ШАҒИРӘЛӘРЕ!..” ПРОЕКТЫНДА БӨГӨН — АЙГӨЛ АҠҠУЖИНА!

Шағирә, «Йәнгүҙәй» әҙәби-ижад берекмәһенең әүҙем ағзаларының береһе Айгөл Аҡҡужина 1971 йылдың 15 мартында тыуған. «Тәүге шиғырымды 3-сө синыфта яҙҙым, ул «Йәншишмә»лә баҫылды. Был гәзиттең йәш хәбәрсеһе лә булғайным. 5-се синыфта уҡығанда Абдулхаҡ Игебаевтың «Башҡортостан» шиғырын оҫта һөйләгән өсөн Башҡортостан телевидениеһына ла барып төшөргә насип булды. Хатта унда эшләгән ағай-апайҙар ҙурайғас диктор булырға саҡырғайнылар», — ти ул.

Айгөл Рәфҡәт ҡыҙы БДУ-ның башҡорт филологияһы һәм журналистика факультетында белем алған, шиғриәт шишмәһенә үҫеште бында алған. Уның һутлы шиғриәте менән «Таңдағы йыр» исемле төркөмөндә танышырға була (https://vk.com/aygulakkuzhina)
Әлеге ваҡытта Йомаш ауылында йәшәгән Айгөл ханым улы – популяр йырсы һәм композитор Буранбай Аҡҡужин менән емешле хеҙмәттәшлек итә. Уларҙың уртаҡ тәүге йыры Буранбайҙың Йомаш мәктәбендә, 11-се класта уҡығанында яҙыла. Улы әсәһенең «Минең уҡытыусыма» исемле шиғырына көй яҙып, «Һуңғы ҡыңғырау» тантанаһында йырлап ишеттерә. Тәүге уңыштан ҡанатланып, Буранбай артабан да көйҙәр яҙа һәм әсәһенә мөхәббәт, йәшлек темаларына шиғырҙар яҙырға заказ бирә. Әлеге ваҡытта уларҙың 20-гә яҡын дискотека стилендәге уртаҡ йырҙары бар. «Ай-яй-яй», «Яуманы ҡар», «Бәхет» һәм башҡа йырҙар йәштәр араһында билдәлелек тапҡан.

ӘСӘ ҺӘМ БАЛА
Матур ине ул көн, сыуаҡ ине,
Ҡояш сыҡты янып, алланып.
Әсә һаман юлдан күҙен алмай,
Алһыу таңға ҡарап һоҡланып.
Намаҙлығын йәйеп һалды әсә,
Доғаларын ҡылды яңыртып.
Усағынан ҡуҙҙар алып өҫтәп,
Самауырын ҡабат яңыртты.
Таяҡҡайын алып уң ҡулына,
Һиҫкәнгәндәй һәр бер тауышҡа,
Саҡ-саҡ атлап сыҡты йөрәкһенеп,
Күҙен төбәп алыҫ-алыҫҡа.
Балаларын көн дә көтә әсә,
Ҡаш өҫтөнә ҡуйып ҡулдарын.
Хәтирәһен ҡырҡ яңыртып һүтә,
Иҫкән елгә һөйләй аһ-зарын.
Ҡапҡаларын шарҙан асып ҡуйҙы,
Ҡайтып, инә алмай йөрөрҙәр…
Ҡошсоҡтарын әсә күрмәй ҡалыр,
Шаҡырҙар ҙа, ҡабат китерҙәр…
Инеп тағы самауырын ҡарай,
Сынаяҡтар теҙә өҫтәлгә.
Йөрәк кенә сығып барған кеүек,
Ирек бирмәй сабыр көтөргә.
Яңы ғына ҡалҡҡан ҡояшы ла
Байыуҙарға китте ни ара?
Әйтерһең дә, ғүмер бер яңы көн,
Үтеп бара ашығып ҡай ара?
Яманһыулап әсә йырын һуҙҙы,
Һағыштарын йотоп, өҙөлөп:
“Бер ҡайтмаһам, әсәй, бер ҡайтырмын,
Утыңды һүндермәйсә, мине көт!
Һине көттөрөп тә, ҡайталаһам,
Кисер мине, әсәй, ғәфү ит!”
Сеү! Ҡапыл моң өҙөлдө,
Әсә тынды…
Һуңғы йәштәр тамды төңөлөп.
…Әсәй! Әсәкәйем, һағындым бит һине,
Көтәһеңдер, тиеп уйланым.
Йылы ҡосағыңдың наҙын тойоп,
Иркәләнгем килеп уҡталдым…
Ташланды ла әсә ҡосағына бала,
Асырғанып, бала аңланы:
Һағыштарҙан туҡтағайны йөрәк.
Бер минутҡа, бары бер минутҡа
Бала һуңланы!
Түктермәгеҙ әсәләрҙең йәшен!
Һынамағыҙ әсәй йөрәген!
Һуңламағыҙ! Йышыраҡ ҡайтығыҙ,
Усаҡта бар саҡта утығыҙ!
Һүнмәҫ элек өйҙә ҡотоғоҙ!!!

ҠАБАЛАНЫП КИТТЕҢ…
Р. Түләккә
Яңғыҙ ғына ат һылтыҡлап килә
Юғалтҡандыр инде яугирын.
Күҙҙәр йәшкәҙәгән, керпектәрҙә
Әллә ысыҡ, әллә таң нуры?
Хоҙай һине беҙҙән ҡыҙғандымы,
Әллә кәрәк булды үҙенә —
Ҡабаланып киттең йәшләй генә
Менеп еткәс тауҙың үренә.
Ағастарҙа былбыл һайрағанда
Һинең моңоңдор был, тиәмен.
Йондоҙҙарым ҡабынғанда күктә
Береһе, моғайын, һиндер, Түләгем!

АТТАРЫМ
Тибен тибер ерҙәр бушап ҡалған,
Яландарҙың киткән ҡоттары.
Бағам тирә-яҡҡа: ҡайҙа икән
Башҡортомдоң тоҡом аттары?
Йәмле һабантуйҙар мәлдәрендә
Ал бирмәгән юртаҡ саптары.
Яуҙар сыҡһа, ажарланып сапҡан
Башҡортомдоң яугир аттары.
Олатайҙар яуҙа һәләк булған,
Ҡайҙа ҡалған аҫыл һөйәктәр?
Ҡай тарафта улар ҡәберҙәре ―
Аттар белә ― тере шәһиттәр.
Күҙҙәренән аҡҡан ҡан йәштәре
Йән дуҫтары йәнен биргәндә,
Яраларын ялап уңалтҡандар,
Һөйләй уны күреп белгәндәр.
Бөгөн килеп ҡәҙерҙәре бөттө,
Септәләрен утҡа яҡҡандар.
Элгәре бит, еңеүсегә, тиеп
Ялдарына суҡтар таҡҡандар.
Кейәләре китте аттарымдың,
Ҡатҡан әллә беҙҙең күңелдәр?
Һайығайып, ләмдәр баҫып киткән
Ат һуғарған беҙҙең бөгөлдәр.
Өйөр-өйөр йөрөр аттарыбыҙ,
Ал бирмәгән юртаҡ саптары.
Һөрән һалам: «Эх, ҡайҙа икән
Башҡортомдоң тоҡом аттары?..»

ХУШЫҒЫҘ, ХЫЯЛДАРЫМ!
«Йәшлегемдең һуңғы яҙылыр был,
Һуңғы тапҡыр наҙға һыуһауым…»
Р.Түләк

Бөрөләнер инде ҡайындарым,
Хискә тулышыр ҙа аҡ айым,
Наҙҙар һирпеп бағыр сәскәләрем,
Һеҙгә хайран, эйе, мин инем.
Шишмәләрем көйләп, йырлап ағыр,
Көйәнтәләп һыуың кем алыр?
Илһам көҫәп ҡәләмем дә тыныр,
Һағыш быуыр, шартлап бер һыныр.
Һылыу ҡыҙҙай ап-аҡ муйылдарым,
Һеҙгә ғашиҡ, эйе, мин булмам.
Һеҙҙең янға һандуғастар булып
Ҡайтам, тиһәм, юлым кем ҡыйыр?

УЛАНДАРЫМ
Өс батырым, минең бөркөттәрем,
Өс тағаным―минең уландарым.
Һеҙ имен-һау саҡта йәшәрмен мин,
Тоҡом дауам итер ҡандарым.
«Кемдең улы?―Шуның улы!»–тиеп
Һоҡланһындар һеҙгә ил, халыҡ.
Иңегеҙҙә өс бәхетле яҙмыш,
Бер туғандар, әммә төрлө хол(о)ҡ.
Берегеҙ яҙғы ташҡын кеүек ярһыу,
Берегеҙ ҡыҙҙар кеүек баҫалҡы,
Бәләкәйе, иркә булғанғамы,
Сабырлығы бигерәк самалы.
Һеҙҙең янда– мин көләкәс ҡояш,
Ғорурлыҡтың юҡтыр сиктәре.
Һеҙ булғанда тыныс атыр таңдар,
Шәфәҡләнеп байыр кистәре.

ҒҮМЕР ЮЛЫ
Кирелеп тә улым бесән саба,
Атаһын да хатта уҙҙырып.
Ниҙәр уйлап, ниҙәр кисергәнен
Көйләп ебәрә ул һыҙғырып.
Эй һин, ғүмер! Кисә бишектәге бала,
Ни арала керҙең ҡул-ара?
Туҡтасы мәл! Туҡтап торсо бер аҙ,
Үтеп бараһың һин ҡай ара?
Шулай инде, кеше ғүмерҙәре
Инештәрҙән башлап юл ала.
Ҡоштар йылы яҡҡа осҡан кеүек,
Һағыштарға күмеп юғала.

ҮРМӘКСЕ АУЫ
Һин―үрмәксе…
Ай-йондоҙҙар араһынан һайлап
Мине генә ҡайҙан күргәнһең,
Хәйлә ҡороп, ҡаптырырға уйлап,
Нағышлап та ауҙар үргәнһең.
Ә мин, бахыр, хәйләһеҙ бер бөжәк,
Шаталаҡтай аңһыҙ осондом,
Ҡуҙ өҫтөндә осҡан күбәләктәй,
Яттар наҙҙарына ҡойондом.
Ҡояш нурҙарында емелдәгән
Йәйғор шаршау төҫлө ауыңа
Ҡыҙығып та килеп бер көн ҡаптым,
Теләгәнең килде алдыңа.
Сәбәләндем ысҡынырға теләп,
Сәбәләнеп ни хәл итәһең?
Һөйөү көслө икән, яҙмышыңа күнеп,
Ғүмер юлын ауҙа үтәһең.

ӘСӘЙЕМӘ
Әйтсе, әсәй, беҙҙе үҫтергәндә
Йоҡоһоҙ төндәр күпме үткәрҙең?
Ә һин ҡулың һелтәп йылмаяң да:
«Онотолған инде», –тиәһең.
Һөйлә, әсәй…
Беҙҙең яҙмыштарға
Теләк теләп ниҙәр юраның?
«Онотолған инде», –тинең дә ул,
Көрһөнөп тә ниҙәр уйланың?
Беләм, әсәй, беләм, иҫеңдәлер
(Улар һинең йөрәк түрендә),
Ауырлыҡтар, ынйы йәштәр аша,
Сағылалар һинең күҙеңдә.
Хәҙер әсәм өлкәнәйҙе инде,
Маҙаһыҙ ҙа сабый балалай,
Берсә көлөп хәбәрҙәрен һөйләй,
Үткәндәрен һағынып илаулай.
Эй, Хоҙайым, бирсе әсәйемә
Оҙон ғүмер, тыныс ҡартлығын.
Яҙмаһын, тим, беҙҙе юғалтырға,
Ә үҙемә– бала ҡайғыһын.

ЯҢҒЫҘ ҠАЛАЙЫМ
Яраландым…
Утһыҙ ҡара яндым
Бер маңҡорттоң әйткән һүҙенән.
Еңелерәк булыр ине, бәлки,
Ҡаным тамһа яра эҙенән.
Яраландым…
Бер ни әйталманым,
Көсһөҙ инем ҡаршы торорлоҡ!
Ҡайҙа икән һуҡмаҡ яҙмышымды
Ҡапыл ғына ҡырҡа борорлоҡ.
Кемгә генә барып һыйынайым,
Иңдәремде кемгә терәргә?
Кәүҙәм ауырайҙы, ауа инде,
Юҡмы шунда терәү… терәргә?
Кемдән генә кәңәш һорайымсы,
Күктән көтөргәме ярҙамды?
Ҡылдан нәҙек күңел ебе менән
Бәйләп ҡуяйымсы ярамды.
Яраландым…
Гүйә, тормош тынды…
Хәлем һөйләп кемгә барайым?
Йөрәк һыҡтай, ләкин тибә әле,
Ярам тотоп яңғыҙ ҡалайым.

ХАЛҠЫМА
Мәрттә әле халҡым, мәрт хәлендә,
Ҡоллоҡ бығауы ла ҡулында.
Иректәргә олғашыр ҙа ине,
Таш диуарҙар тора юлында.
Ерҙәребеҙ тартып алынған,
Ҡалғандарын инде һатҡандар.
Ҡыҙҙарыбыҙ– әрмән һөйәркәһе,
Ебәк түшәк булып ятҡандар.
Ҙур уҡыуҙар бөткән улдарыбыҙ
Татар, сыуаш, урыҫ ирҙәре,
Ә ауылда ҡалған буйҙаҡтарға
«Йәшел йылан» бөгөн йәрҙәре.
Балаларың тыуыр, эй, башҡортом,
Кем булыр һуң уның милләте?
Мишәр, сыуаш, типтәр, урыҫмы?
Нисек булыр тотош, килбәте?
Мәрттә әле халҡым, мәрт хәлендә,
Ҡоллоҡ бығауы ла ҡулында…
Таҙа ҡанлы саф башҡорттар тыуыр,
Ҡалған халҡым тора хаҡ юлда!

О, МӨҒЖИЗӘ!
Яуа иңгә, яуа ергә
Йымылдашып ап-аҡ ҡарҙарым,
Хистәр ярһыуланып таша,
Емерелә инде ярҙарым.
Әйтерһең дә, күктән мәрйен яуа
Ҡояш нурҙарына ҡойоноп.
О, мөғжизә! Ана, ҡыҙылтүштәр–
Ожмах ҡошо йөрөй осоноп.
Ағастарым аҡ еләндә бөгөн
Туйға әҙерләнгән ҡыҙсыҡтай.
Миләштәрем ҡыҙыл сулпыларын
Тағып алған янар ҡуҙ-суҡтай.
Ҡар-арҡандан сыбыртҡыһын ишкән
Ел-бураны мине ҡайыҙлай.
Ә мин көләм, услап ҡарҙар һибәм,
Рәхәтлеккә, әйт һуң, кем сыҙай?
Ошо илаһилыҡ мәңгелеккә
Офоҡтарға ашһын!
Емерелһен ярым,
Хистәр, әйҙә, ташһын!

03.11.2020