День семьи любви и верности

8 июль — ғаилә, мөхәббәт һәм тоғролоҡ көнө уңайынан йәш әсәйҙәр клубы ағзалары ҡаланың Салауат Юлаев исемендәге паркында осрашыуға йыйылды. «Ғаилә» хеҙмәте үҙәге белгесе психолог — Әминә Миңлеғәле ҡыҙы Мусина беҙҙең сарала ҡатнашыусы йәш әсәйҙәрҙең һорауҙарына яуап бирҙе. Һүҙ бер туғандар, йәш айырмаһы ҙур булмаған ул-ҡыҙҙар тәрбиәләү, үҫмерлек осоро хаҡында барҙы. Әңгәмә бик фәһемле булды, әсәйҙәр үҙҙәрен ҡыҙыҡһындырған һорауҙарға яуаптар алып ҡыуанды. Беҙҙең янға килеп, үҙ фекерҙәре, тәжрибәләре менән уртаҡлашыусы өләсәйҙәрҙең булыуы һөйөндөрҙө.

09.07.2021