Игебай Мәктәбе Клубының Онлайн Дәрестәре

“Әйүкә” көйөн ишеткәнегеҙ бармы? Борон ни өсөн ултырып уйнағандар? “Урал” көйөнөң нисә төрө бар икән? “Өләсәйҙәр “Урал”ы нисек була? Хәрби көйҙәргә ниндәй башҡорт халыҡ көйҙәре инә? Әсиргә эләккән 200 башҡортто ниндәй ат һәм нисек ҡотҡара? Ошолар хаҡында Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, хеҙмәт ветераны, ҡурайсы, баянсы, йырсы, шағир, һәүәҫкәр композитор Рәмил Сәфәрғәле улы Хәсәнов һөйләй. Ул шулай уҡ “Әйүкә”, “Ҡарауанһарай”, “Перовский”, “Ҡарат” һәм үҙе ижад иткән “Уйна, ҡурай!” көйҙәрен уйнап күрһәтә, шулай уҡ ҡумыҙҙа ла оҫталыҡ дәресе тәҡдим итә.

Әйткәндәй, быйыл март айында Баймаҡ биләмә-ара үҙәк китапханаһында «Тарих яҙыр инем ташына» республика әҙәби марафоны үтте. Ошо оло йыйынға ҡарата Р.Түләк исемендәге «Йәнгүҙәй» әҙәби-ижад берекмәһе ағзаларының тарихи темаға яҙылған шиғырҙарынан «Тарих яҙыр инем ташына» тип аталған кекәй китапсыҡ сыҡты. Унда Рәмил Хәсәновтың «Дияров ҡурайҙары» исемле шиғыры инде.

ДИЯРОВ ҠУРАЙҘАРЫ
Таҡыя башлы ҡурай үҫә
Ирәндек итәгендә.
Уның сихри моңо йәшәй,
Халҡымдың күңелендә.
Басай исемле ауылда,
Тыуған сабый бер бала.
Ете йәш кенә сағында,
Ҡулына ҡурай ала.
Кәрим атлы шул баланың,
Күңеле моңға тула.
Йылдар үткәс киң билдәле,
Мәшһүр ҡурайсы була.
Бала сағы зарлы үтә,
Көтөү көтөп байҙарҙа.
Үҫмер егет саҡтарында,
Булмаған ул ҡайҙарҙа.
Сәфәрҙәрҙә күп йөрөгән,
Башҡорт моңон таратып.
Сит тарафтағы халыҡты,
Ҡурайына ҡаратып.
Һандуғас моңона күмелеп,
Ирәндектә таң ата.
Мәшһүр ҡурайсы булдылар,
Кәрим,Хәмит һәм Ғата.
Күп йырҙарҙы Кәрим ағай,
Магнитофонға яҙҙырҙы.
» Сал Уралдың моңдары» тип,
Китабын да сығарҙы.
Һирәк ишетелгән көйҙәрҙе,
Ул нотаға һалдырҙы.
Әйтеп бөткөһөҙ хазина,
Киләсәккә ҡалдырҙы.
Бала саҡта өйрәнгәнен,
Ҡыҙыҡ итеп һөйләне.
Ҡурайсыны ҡарап торҙом,
Тишеп кейеҙ тирмәне.
Тарихын белде һәр көйҙөң,
Күкрәк менән уйнаны.
Бар кешегә ябай булды,
Ваҡыт юҡ тип торманы.
Күп йырсылар, ҡурайсылар,
Унан гел һабаҡ алды.
Моңло үлән ҡурайҙарын,
Һағ(ы)нып иҫләргә ҡалды.
Ҡурайҙарын һаҡлап ҡына,
Йөрөттө футлярында.
Уларҙы һис онотмайым,
Һаман күҙ алдарымда.
Ярыштарҙа Кәрим ағай,
Бил бирмәҫ батыр булған.
Ҡаҙаҡтар менән көрәшеп,
Беренсе урын алған.
Ғорур булды, ваҡланманы
Ләкин һауаланманы.
Түрәләргә ярайым тип,
Сөсөләнеп барманы.
Кәрим ағайҙың әйткәне,
Һаман күңелдә ҡала.
» Баяс» көйөн уйнаусылар,
Көслө ҡурайсы була.
» Күбәташты» уйнағанда,
Зыңлай,геүләй күкрәге.
Ҡурай мәңге йәшәһен тип,
Типте уның йөрәге.
Баҡыйлыҡҡа күскән саҡта,
Зиһендәре аҙашты,
Һуңғы һулыш алғанда ла,
Ҡурай тиеп һаташты.
Яҙҙар еткәс йәшелләнә,
Төйәләҫтең буйҙары.
Онотолмаҫ моң ҡалдырҙы
Дияров ҡурайҙары…

«Игебай мәктәбе» клубының онлайн дәрестәрен Айгөл апайығыҙ Иҙелбаева алып бара. Әгәр ҙә ҡыҙыҡһындырған һорауҙарығыҙ булһа, миңә яҙығыҙ йәки шылтыратығыҙ (8 927 636 47 66), моңға һәм әҙәбиәткә ғашиҡ кескәй дуҫтарым!

15.06.2021