«Изгелектең юҡтыр сиктәре» акцияһы

Изге йома көнөндә «Изгелектең юҡтыр сиктәре» акцияһы сиктәрендә ҡаланың, Мерәҫ,Татлыбай ауылы ағинәйҙәренең күҙ нурҙарын, йөрәк йылыһын һалып бәйләгән ойоҡбаш һәм бейәләйҙәр, кофта һ.б әйберҙәрҙе Сибай балалар приютына алып барҙыҡ.Беҙҙе зауыҡ менән биҙәлгән яңы йыл шыршыһы һәм оло йөрәкле хеҙмәткәрҙәр ҡаршы алды.Байрам залында тәрбиәләнеүселәр һәм хеҙмәткәрҙәр ҡатнашлығында яңы йыл уйындары, викторина уҙғарылды. Балаларҙың һорауҙарға дөрөҫ яуап биреүҙәре, башҡортса шиғыр һөйләүҙәре оҡшаны.Викторинала ҡатнашҡан һәр бер балаға һәм тәрбиәләнеүсегә тәмлекәстәр һәм ағинәйҙәрҙең иң йылы бүләктәре балалар күңеленә хуш килде. Ҡайһылары йөнойоҡтарҙы кейеп тә алдылар . Бөгөнгө сарабыҙға фатиха биреп,транспорт бүлгән район хакимиәте башлығы урынбаҫары Сирғәлина Гөлшат Камил ҡыҙына,үҙәк китапхана директоры Мортазина Зилә Вәкил ҡыҙына рәхмәтлебеҙ. Беҙҙең менән шулай уҡ Баймаҡ ҡала-район опекаһын ваҡытлыса етәкләүсе Әхмәрова Роза Кинйәбулат ҡыҙы ла барҙы.Балаларҙы ҡыуандырып,үҙебеҙ ҡыуанып ҡайттыҡ.,.
Байыш ауылындағы янғындан зыян күреүсе ғаиләгә лә ярҙам ойоштора башланыҡ. уларға ла тиҙ арала барырға ниәт итәбеҙ.
Шулай уҡ изгелек акцияһын дауам итеп, районыбыҙҙан 19 бала тәрбиәләнгән Матрай балалар приютына барасаҡбыҙ, Алла бойорһа. Изгелек акцияһына ҡушылған хөрмәтле ағинәйҙәр, һау сәләмәт кенә булығыҙ. Балаҡайҙарҙы ҡыуандырған кеүек Аллаһу Тәғәлә һеҙҙе ҙурлаһын, һаҡлаһын һәм яҡлаһын🙏🙏🙏Шулай уҡ оло рәхмәт һүҙҙәрен Сибай балалар приютын етәкләгән Альбина Мәғафүр ҡыҙына һәм коллективындағы тырыш, алсаҡ, уңған, изгелекле, сабыр, аҡыллы ҡыҙҙарына еткергебеҙ килә.һау -сәләмәт, бәхетле булығыҙ!!!

                 

                

11.01.2021