ИЗГЕЛЕК ЕРҘӘ ЯТЫП ҠАЛМАЙ

Һаумыһығыҙ, әкиәт һөйөүсе кескәй дуҫтарыбыҙ!
Бөгөн беҙ һеҙгә изгелек тураһында әкиәт әҙерләнек. Нимә икән ул изгелек? Ул икенсе кешегә ҡарата эшләнгән яҡшы ғәмәл ул. Халыҡта “изгелек ҡыл да һыуға һал, халыҡ белер, халыҡ белмәһә, балыҡ белер”, “бер рәхмәт мең бәләнән ҡотҡарыр”, “изгелек ерҙә ятып ҡалмай” тигән бик матур һәм тапҡыр мәҡәлдәр бар. Мин дә ҡыҙым изгелекле, игелекле булып үҫһен тигән теләк менән әкиәт яҙғайным. Хәҙер һеҙгә лә шул әкиәтте тәҡдим итәм. Уҡығыҙ һәм отоп алығыҙ!

ИЗГЕЛЕК ЕРҘӘ ЯТЫП ҠАЛМАЙ
Борон-борон заманда йәшәгән, ти, Яҙгөл исемле
ҡыҙыҡай. Ул бик тә ярҙамсыл, эшһөйәр булған. Бер көндө ул
еләк йыйырға урманға киткән. Силәген тултырған да, башын
күтәреп ҡараһа: бөтөнләй ят ергә килеп сыҡҡан, ти. Тегеләй
барған, былай барған—ауыл күренмәгән. Урман буйлап китеп
барғанда бер йортҡа килеп сыҡҡан, ти.
Алыҫта әбей көйәнтә менән ыҙалап ҡына һыу алып ҡайтып килә икән. Яҙгөл еләген ултыртып торған да, әбей янына йүгереп барып: «Инәй, көйәнтәгеҙҙе үҙем күтәреп алып ҡайтышайым әле, биҙрәләрегеҙ ауыр бит!»—тигән, ти. Әбей ҡыуанып риза булған, рәхмәттәр әйткән. Уға һыуын күтәреп индерешкән дә, Яҙгөл ары атлаған.
Ҡараһа: бер бабай аттарын бер көтөүгә туплай алмай ыҙалай икән, күгәүенгә сыҙамаған аттар төрлөһө төрлө яҡҡа сабышып тик йөрөй, ти. Ҡыҙыҡай уға ла ярҙам иткән — аттарын йүгертеп ҡыуып кәртәгә индергән дә, юлды һорашып, ары киткән.
Бер ваҡыт йәшенләп тороп көслө ямғыр ҡоя башлаған, ти.
Ҡыҙыҡай ныҡ өшөгән, ҡурҡҡан, шунан кирегә боролоп, баяғы
йортҡа килгән. Әбей үҙе алып килешкән һыуҙы ҡайнатып сәй
эсергәс, Яҙгөл тиҙ генә йылынып киткән. Ә бабай иһә ҡыҙға аттарын ҡыуып алып ҡайтышҡаны өсөн рәхмәт әйтеп, аттарын егеп, уны тиҙ генә ауылына алып барған, ти. Шулай итеп, үҙе кешеләргә яҡшылыҡ ҡылғас, башҡалар ҙа уға яҡшылыҡ менән яуап ҡайтарған. Изгелек бер ваҡытта ла ерҙә ятып ҡалмай ул,
бәләкәс дуҫтарым. Шулай бит?
Айгөл Ишемғужина.

12.01.2021