Фронтовик яҡташ шағирҙар

Батыр Вәлид

Тормош көҙгөм — ғәзиз ике күҙем
Яу ҡырында ҡалды ғүмергә,
Ил өсөн мин күҙем генә түгел
Ғүмеремде әҙер бирергә…
 
Был тетрәткес юлдарҙың авторы — утлы яу юлдарынан беренсе төркөм инвалиды булып ҡайтҡан шағир Батыр Вәлид. Күҙҙәре һуҡрайып, ғүмер уртаһы етер — етмәҫтән бөтөнләй кеше көнлө булып ҡалған ижадсы. Ҡулына ….

Сәләх Кулибай

Шағир, прозаик, драматург Сәләх Ғәбит улы Кулибаев 1910 йылдың 2 июлендә Ырымбур губернаһы Орск өйәҙе Нурәли ауылында (хәҙерге Түбәнге Таһир ауылында) тыуған. Бик йәшләй етем ҡалған Сәләх байтаҡ ғүмерен төрлө байҙарҙа батраклыҡта йөрөп үткәрә. 1921—1923 йылдарҙа Темәс балалар йортонда тәрбиәләнә. 1924—1925 йылдарҙа Түбә руднигының фабзавучында уҡый, аҙаҡ приискыларҙа эшләй. 1929 йылда Баймаҡ заводының тау-техник мәктәбен тамамлап сыға. Баймаҡ баҡыр иретеү, Свердловск заводтарында практика үтә.
1930 йылда «Башҡортостан» газетаһында Сәләх Кулибайҙы промышленность ….


Нәжип Иҙелбай

Китапханасы. Металлург. Журналист. Төҙөүсе. Тәржемәсе. Шул уҡ ваҡытта – Шағир. Бер ҡараһаң, төрлө һөнәрҙәр. Күп кеше хаҡында һүҙ барамы икән әллә, тип уйларға ла мөмкин. Юҡ, һүҙ ошо һөнәрҙәрҙең барыһына ла эйә булған бер шәхес – теүәл быуат элек районыбыҙҙа тыуып, ошо ерҙә тәпәй баҫҡан, аҙаҡ тыуған ергә хеҙмәт көсөн түккән СССР Яҙыусылар союзы ағзаһы, Бөйөк Ватан һуғышы геройы Нәжип Иҙелбай хаҡында.

Нәжип Сафа улы Иҙелбаев 1912 йылдың 12 мартында районыбыҙҙың Иҙелбай ауылында һөнәрсе ғаиләһендә тыуған. Мәктәптә бер ни тиклем уҡығас, урман ҡырҡыусы, ауыл советында ….


Хөсәйен Ҡунаҡбай

Шағир, журналист һәм тәржемәсе, 1940 йылдан СССР Яҙыусылар союзы ағзаһы Хөсәйен Әхмәтйән улы Ҡунаҡбаев (Хөсәйен Ҡунаҡбай) 1912 йылдың 12 февралендә Әбйәлил районы Таһир ауылында тыуған (хәҙерге Баймаҡ районы Таһир ауылы). Бик йәшләй етем ҡалыуы сәбәпле, ауыл кулактарында көтөүсе булып йөрөй. Унан һуң Билал ауылында балалар йортонда тәрбиәләнә. 1925 — 1929 йылдарҙа Баймаҡ районы Темәс ауылында ете йыллыҡ мәктәпте тамамлай.  Бөрйән улусы башҡарма комитеты секретары, Иҫке Монасип 1-се баҫҡыс мәктәбе мөдире, «Башҡортостан» гәзите хеҙмәткәре, БАССР ХКС эргәһендәге Республикаһы радиолаштырыу…..