«Мин нисек итеп уңышлы әсәй булып киттем»

24 март көнө Баймаҡ үҙәк китапханаһында йәш әсәйҙәр клубы ағзалары «Мин нисек итеп уңышлы әсәй булып киттем» исемле осрашыуға йыйылдылар. Сараға бәләкәс бәпестәре менән декрет ялында ултырған саҡта, күңелдәренә яҡын булған һөнәрҙе үҙләштереп, киләсәктә был шөғөлдән килем алған йәш бизнес ханымдар саҡырылды.
✂Әлеге ваҡытта уңышлы эшләп килгән «Иголочка» магазины хужабикәһе, күп балалы әсәй Гөлназ Мусина, бәләкәстән ҡул эштәрен яратып үҫә. Ата-әсәһенең дә был йәһәтән өлгө булыуы ҡыҙҙа эшһөйәрлек сифаттары тәрбиәләй, ынтылыш бирә. Гөлназ бер ҙә ваҡытын бушҡа сарыф итмәй, һәр саҡ ни менәндер булыша, әленән-әле мауыҡтырғыс яңы төр шөғөлдәрҙе үҙләштерә. Үҙенә ныҡлы терәк булған ата-әсәһе, тормош иптәшенең таянысын тойоп әле ул яратҡан эше менән булышып ҡына ҡалмай, уны килемле бизнесҡа әүерелдерә. Осрашыу барышында Гөлназ ҡыҙҙарға оҫталыҡ дәресе лә күрһәтеп тә өлгөрҙө.
💎Альбина Йәйләева иһә, ғаиләһе финанс көрсөккә килеп төртөлгәс, үҙен интернет селтәрендә һынап ҡарай. Бында ул барыһына билдәле булған «Faberlic» компанияһында үҙ юлын таба. Альбина был өлкәлә нисек итеп үҙ эшеңде башлау һәм уңышлы эшләү тураһында һүҙ алып барҙы, компаниялағы акциялар һәм ташламалар менән таныштырҙы.
💇‍♀Гөлназ Хоҙайбирҙина студент йылдарында уҡ, дуҫ ҡыҙҙары, һеңлеләренең, таныштарының сәстәрен матурлап, төрлөсә прическалар эшләү менән мауыға. Бәләкәс улы менән ялда ултырған саҡта, яратҡан шөғөлө буйынса белемен камиллаштыра, артабан үҙенең буш ваҡытын ҡатын-ҡыҙҙарҙың сәстәрендә матурлыҡ тыуҙырыуға арнай. Клиенттары артҡас, заказдар буйынса өйҙәргә йөрөп килем алыу ысулын таба.
💥Йәш бизнес ханымдар осрашыуҙа ҡатнашыусы ҡыҙҙар менән тәжрибәләре менән уртаҡлашты, ҡаршылыҡтарҙан ҡурҡмаҫҡа, яратҡан шөғөл менән булышыу өсөн барлыҡ мөмкинселектәрҙе ҡулланырға кәрәклеген билдәләне.Үҙ йәһәтебеҙҙә беҙ уларға ныҡлы һаулыҡ, эштәрендә уңыштар теләйбеҙ.

25.03.2021