«Әлләсе» уйыны

Төркмән ауылы китапханаһында 23 декабрҙә «Әлләсе» уйыны үтте. Дәртле йыр-бейеү, рухлы шиғырҙар менән үрелеп барған уйын бик күңелле һәм ҡыҙыу барҙы. Зәлиә Бүләкованың командаһында Луиза Мөхәмәтйәрова, Ләлә Йыһангирова, Зәлиә Абдрахманова булһа, Төркмән мәктәбенең 8-се синыф уҡыусыһы Даян Әхмәтовтың командаһында Рафиҡ Әминев, Диләфрүз Холова һәм Фирүзә Рәсүлева ҡатнашты. Уйындың төп шарты буйынса бер минут эсендә үҙ командаңа һүҙҙәрҙе аңлатыу, тәү ҡарамаҡҡа ябай күренһә лә, һүҙҙәр аңлатҡанда төрлө һынауҙар үтергә лә тура килде уйынсыларға. Ике команда ла сәмләнеп уйнаны, береһенең дә ал биргеһе килмәне. Ләкин һәр уйындың еңеүсеһе, еңелеүсеһе була, тигәндәй, Зәлиә Бүләкованың командаһы беренселекте яуланы. Рафиҡ Бикйән улы һәм Зәлиә Сәғит ҡыҙы, яҡынлашып килгән Яңы йыл менән ҡотлап, барыһына ла йөрәктән сыҡҡан матур теләктәрен еткерҙе. Сараға килгән һәр кем, көс-дәрт алып, илһамланып таралышты.

24.12.2021