Резолюция районного форума краеведов Баймакского района

Резолюция районного форума краеведов Баймакского района

19 августа 2021 г. в Баймакской межпоселенческой центральной библиотеке состоялся районный форум краеведов «Краеведение: история, актуальные проблемы и перспективы развития». Организатором Форума выступила центральная библиотека. Участие в работе форума приняли руководство муниципального района, представители района, принявшие участие на республиканском форуме, краеведы, сотрудники библиотек и музеев, писатели и поэты, учителя истории и географии, журналисты, гости из Сибая и Уфы. Форум нацелен на привлечение внимания к вопросам развития краеведения и популяризации среди подрастающего поколения.

Участники встречи обсудили развитие краеведения в районе, обсудили актуальные проблемы в этой сфере и перспективы развития, роль школ, библиотек и музеев в популяризации краеведческой информации. В ходе встречи внимание было уделено вкладу старшего поколения краеведов в изучение истории района. Членами клуба «Атайсал», который был организован при районной библиотеке в 1997 году, были восстановлены имена забытых земляков, была проделана большая работа по сохранению исторической памяти, изучению топонимики родного края, были изданы книги и опубликованы статьи.

Участники Форума отметили:

— в Баймакском районе накоплен большой опыт краеведческой работы;

— плодотворную совместную работу краеведов, общественных объединений, школ, библиотек и музеев района ведущих краеведческую деятельность;

— Для популяризации краеведческой знаний используются информационные технологии

Вместе с тем, для решения проблем и реализации задач краеведческого движения в Баймакском районе, участники Форума считают необходимым:

— При центральной библиотеке возобновить деятельность клуба краеведов Баймакского района, избрать его состав, председателя и принять план работы, создать методическую базу при библиотеке;

-Рекомендовать краеведам привлекать внимание органов местного самоуправления, общественности и СМИ к состоянию объектов культурного наследия;

-Приложить совместные усилия для сохранения историко-культурных ценностей и формирование у населения чувств гражданственности, патриотизма, общественной активности и высокой культуры;

— Активно привлекать к изучению истории сел и городов подрастающее поколение посредством конкурсов, проектов;

-Принимать участие в грантовой деятельности для реализации проектов краеведческого характера;

-Активизировать работу по популяризации краеведческой литературы в сети Интернет

Участники Форума выражают уверенность в том, что его решения придадут новый импульс развитию краеведческого движения Баймакского района, что позволит краеведам активизировать популяризацию результатов своих исследований в информационном пространстве республики.

Баймаҡ районы крайҙы өйрәнеүселәренең район форумы резолюцияһы

2021 йылдың 19 авгусында Баймаҡ биләмә-ара үҙәк китапханаһында «Тыуған яҡты өйрәнеү: тарих, актуаль проблемалар, үҫеш перспективалары» исемле крайҙы өйрәнеүселәрҙең район форумы үтте. Форумдың ойоштороусыһы – Баймаҡ биләмә-ара үҙәк китапханаһы. Уның эшендә муниципаль район хакимиәте етәкселеге, крайҙы өйрәнеүселәрҙең Республика форумында ҡатнашыусылар, тарихсылар, китапхана һәм музей хеҙмәткәрҙәре, яҙыусылар һәм шағирҙар, тарих, география фәндәре уҡытыусылары, хәбәрселәр, Өфө һәм Сибай ҡалаларынан ҡунаҡтар ҡатнашты. Сара крайҙы өйрәнеү йүнәлешен әүҙемләштереү, йәштәрҙә тыуған яҡ тарихына, уны өйрәнеүгә ҡыҙыҡһыныу уятыу мәсьәләләренә йүнәлтелде. Осрашыу барышында крайҙы өйрәнеүҙе район мәктәптәре, китапханалар, музейҙар менән берлектә пропагандалау, йәнләндереү, архив материалдары менән эшләү мөмкинлектәре һәм ошо өлкәләге башҡа көнүҙәк мәсьәләләр күтәрелде. Сарала ҡатнашыусылар был өлкәлә ярайһы ҡаҙаныштары булған, тәжрибәле өлкән быуын тарихсыларҙың тыуған яҡты өйрәнеүгә индергән тос өлөшөн билдәләне.

Тыуған яҡтың тарихын һәм мәҙәниәтен өйрәнеүҙә 1997 йылда район китапханаһы янында ойошторолған «Атайсал -тип янған йөрәктәр” клубы ағзалары ҙур өлөш индерә. Баймаҡ тарихын өйрәнеп, онотолоуға дусар булған күренекле шәхестәребеҙҙең исемдәрен халҡыбыҙға ҡайтарып, дөрөҫлөктө тергеҙеү, ер-һыу атамаларын, тарихты өйрәнеү, республика һәм район матбуғаты биттәрендә мәҡәләләр баҫтырыу, китаптар сығарыу – был эҙләнеү эштәренең һөҙөмтәһе булып тора. Урындағы халыҡтың шәжәрәһен төҙөү, үҙ тамырҙарын, ырыу-араһын асыҡлау, халҡыбыҙҙың матур йолаларын, фәһемле ғөрөф-ғәҙәттәрен тергеҙеү буйынса һәр ауыл һәм ҡасабала күп эштәр башҡарыла. Тарихсылар һәм крайҙы өйрәнеүселәр, арҙаҡлы шәхестәребеҙҙең исемдәрен мәңгеләштереү, тарихи урындарҙы һаҡлап ҡалыу маҡсатында, урындағы хакимиәт, хужалыҡ етәкселәре менән берлектә эшләй.

Форумда ҡатнашыусылар районда крайҙы өйрәнеү буйынса ҙур тәжрибә тупланғанын һыҙыҡ өҫтөнә алды. Был юҫыҡта әүҙем эш алып барған мәктәп, китапханалар һәм музейҙар менән берлектә һөҙөмтәле берҙәм эш алып барылыуы, тыуған яҡты өйрәнеү эшен йәнләндереү һәм популярлаштырыу маҡсатында яңы мәғлүмәт саралары, интернет майҙандары ҡулланыланыуын билдәләп үтте һәм шул уҡ ваҡытта Баймаҡ районында крайҙы өйрәнеү хәрәкәтен яңынан тергеҙеү мәсьәләһен хәл итеү өсөн түбәндәгеләрҙе мөһим тип иҫәпләй:

-үҙәк китапхана янында Баймаҡ районы крайҙы өйрәнеүселәр клубын тергеҙергә, уның составын, рәйесен билдәләргә, эш планын ҡабул итергә, китапханала методик база булдырырға;

-крайҙы өйрәнеүселәргә урындағы үҙидара органдары, йәмәғәтселек, киң мәғлүмәт сараларының мәҙәни мираҫ объекттары торошона иғтибарын йәлеп итергә;

-тарихи-мәҙәни ҡиммәттәрҙе һаҡлау һәм халыҡта тыуған яҡҡа һөйөү, илһөйәрлек тойғоларын, юғары мәҙәнилек тәрбиәләүҙә көстәрҙе берләштерергә;

— үҫеп килгән быуынды төрлө проекттар, конкурстар аша ауылдар һәм ҡалалар тарихын өйрәнеүгә йәлеп итергә,

— крайҙы өйрәнеүгә арналған проекттарҙы тормошҡа ашырыу буйынса грант конкурстарында ҡатнашырға;

— крайҙы өйрәнеү йүнәлешендәге әҙәбиәт һәм башҡа материалдарҙы Интернет селтәре аша пропагандалауҙы әүҙемләштерергә.

Форумда ҡатнашыусылар, ошо мәсьәләләр хәл ителгәндә Баймаҡ районының крайҙы өйрәнеү хәрәкәте үҫеше яңы һулыш алыр, тарихты өйрәнеүселәрҙең тикшеренеү һәм эҙләнеү эше һөҙөмтәләрен республика мәғлүмәт киңлектәрендә сағылдырыу әүҙемләшер тип ышана.