Сәләмәтлек һәм әүҙем оҙон ғүмерлелек йылы

 Китапхана янындағы «Гармония» клубы ағзалары хозур тәбиғәт ҡосағына – май миндеге бәйләргә, дарыу үләндәре йыйырға сыҡты. Миндек элек-электән тәнгә массаж яһау өсөн, таштарға һалып, һыу һибеп, һауаға хуш еҫле пар таратып дауаланыу өсөн дә, ауырыуҙарҙы дауалау сараһы булараҡ та файҙаланыла. Халыҡта “май миндеге” иң шифалы тигән инаныс бар, шулай ҙа ҡышҡылыҡҡа күпләп әҙерләү өсөн иң ҡулайлы осор – июль айы. Ҡайын миндек быуындар ауыртыуынан, ауыр эштән һуң һыҙланғанда бына тигән дауа, ул тирене лә таҙарта, яраларҙы уңалта, тынысландыра, кәйефте күтәрә. Япраҡтарҙағы витаминдар, файҙалы матдәләр тире аша ыңғай тәьҫир яһай. Миндек бешергән һыу менән сәсте сайҡатыу уны нығыта, ҡауаҡты бөтөрә.

Клуб ағзалары ҡарағай тубырсығы, артыш, юл япрағы, үгәй инә үләне, еләк япрағы һ.б. үләндәр йыйып, улар тураһында китаптарҙан мәғлүмәт алып, үҙ-ара тәжрибә уртаҡлашты. Тыуған яҡтың шифалы үҫемлектәре ҡушылған сәйҙәр, төнәтмәләр тәнгә сихәт, йәнгә рәхәтлек бирһен. Тик шифалы үләндәрҙе ҡулланырҙан алда табиптар менән кәңәшләшергә онотмағыҙ, дуҫтар!

 

01.06.2021