«Афғанстан –күңел һәм йөрәк яраһы”

 

13 февраль көнө Баймаҡ үҙәк китапханаһында Афғанстан-СССР сиген һуңғы совет һалдаты сығарылыуға 30 йыл тулыу айҡанлы «Афғанстан –күңел һәм йөрәк яраһы” исемле батырлыҡ дәресе үтте.
Сарала Афғанстандағы хәрби хәрәкәттә утты-һыуҙы кисеп, хәрби хеҙмәттең әсеһен -сөсөһөн татыған, ул ваҡытта 18,19,20 генә йәшлек егеттәр булған, яугир- интернационалистар: Аҡтау ауылынан Морат Ҡыуатов, Бикеш ауылынан Мөбәрәк Зәйнуллин, Баймаҡ ҡалаһынан Мөхтәр Хәсәнов, Салауат Ғалиндар , Вьетнам демократик республикаһында хәрби хәрәкәттә ҡатнашҡан яугир- интернационалист Сәғит Мирзин, батырҙарса һәләк булған Әбдрәхмән Йәрмөхәмәтовтың апаһы Зөлфиә Сәхи ҡыҙы менән ҡыҙы Ләйсән Йәрмөхәмәтовалар, мәрхүм яугир Салауат Якуповтың әсәһе Фәүзиә Фазлый ҡыҙы Сөләймановалар ҡатнашты .
Сарала ҡатнашыусы хәрби комиссариат вәкиле Йәмил Хәлит улы Сакин үҙ сығышында районыбыҙҙан хеҙмәткә алынған һәр бер һалдат өсөн ғорурлыҡ тойғоһо кисереүен, Башҡортостан егеттәре үҙҙәренең сабырлығы, батырлығы менән айырылып тороуын белдерҙе. Урал арьяғы агро-сәнәғәт колледжы кадеттарын хәрби уҡыу йорттарына уҡырға инергә өндәне.
Сара барышында һәр бер яугир үҙенсәлекле хәтирәләре менән уртаҡлашты. Уларҙың сығыштарынан һуң залда ултырыусыларҙың һәр береһе ғорурлыҡ тойғоһо кисергәндер.
Оҙаҡ йылдар 105-се һөнәрселек училищеһында уҡытҡан Хәлил Зәбир улы Ғүмәров училищены тамамлап, артабан хәрби хеҙмәткә ҡыҙыу нөктәләргә эләккән студенттары менән ғорурланып сығыш яһаны.
Райондың ветерандар советы рәйесе Роза Вәлиәхмәт ҡыҙы Мараканова ир-егеттәрҙе тарихи көн менән ҡотлап йыр бүләк итте, иҫтәлекле бүләктәр тапшырҙы. Ағинәйҙәр ҡоро рәйесе Хөрмә Хажмөхәмәт ҡыҙы Биктимерова ла яугирҙарға батырлыҡтары өсөн рәхмәт әйтеп , буласаҡ ил һаҡсыларына изге теләктәрен еткерҙе. Үҙ сиратында Хәмзә хәҙрәт кадет группаһы егеттәренә яуаплы булырға, атай-әсәй фатихаһын алып йөрөү кәрәклеген әйтте һәм төрлө һуғыштарҙа батырҙарса һәләк булған яугирҙарға аят бағышланы.
Был тәрбиәүи сараны Ильнур Сирбаев етәкселегендә егеттәрҙең“Ерҙән һалдат атлай” йыры һәм Әйүпов Искәндәр башҡарыуында Перовский( етәксеһе Фәрзәнә Ямантаева)бейеүҙәре тағы ла йәмләп ебәрҙе.
Яугирҙарыбыҙҙың яҡты иҫтәлеген хөрмәтләү, улар тураһында хәтирәләр һаҡлау – ул беҙҙең изге бурысыбыҙ., батырҙарҙың иҫтәлеген ҡәҙерләп һаҡлайыҡ. Уларҙың исеме, онотолмаҫ эштәре яҡты маяҡ булып быуындан-быуынға күсһен! (Сәрүәр Иҙелбаева)