«Ағиҙел» журналының 11-се һанына күҙәтеү

— Эх, шәп хикәйәләрҙән генә торған берәй йыйынтыҡ уҡырға ине!
— “Ағиҙел” журналының 11-се һаны тәүге тапҡыр тап шулай шау хикәйәләрҙән генә тора!
— Ысынмы? Уҡырға кәрәк әле!
— Уҡырға ғына түгел, алдырырға ла кәрәк! 8-се һанда сыҡҡан Ғәлим Хисамовтың “Президент Рәхимов” тигән романын да уҡыманыңмы ни? Үәт, шәп ромаааан! Киләһе йылда 3-сө һанда уның икенсе китабы донъя күрәсәк!..

Ысынлап та, быйылғы йылда “Ағиҙел” журналының тышлығы ғына түгел, йөкмәткеһенең дә ныҡлы ыңғай үҙгәреш кисереүен журналды һағынып көтөп алыусылар аңғармай ҡалмағандыр. Ә һүҙебеҙ – журналдың 11-се һаны тураһында.
Был һанда башҡорт әҙәбиәтенең алтын фондына ингән, инде халыҡ яратып өлгөргән шәп өлгөләр ҙә, замандаш авторҙарыбыҙҙың әле генә “табанан төшкән” ижад емештәре лә, туғандаш милләт яҙыусыларынан да “күстәнәстәр” бар. Бер һүҙ менән әйткәндә, өҫтәл китабы булырҙай һан ул! Атап әйткәндә, Рәшит Солтангәрәевтың “Татар менән башҡорт”, Таңсулпан Ғарипованың “Аҫыл ташлы муйынсаҡ”, Әмир Әминевтың “Яҙылмаған хикәйә”, Миләүшә Ҡаһарманованың “Асыбар”, Хәйҙәр Тапаковтың “Ҡаҙҙар”, Петр Добротворскийҙың “Бабай”, Ғәлим Хисамовтың “Сәй эсеп алайыҡ”, Әхмәр Ғүмәр-Үтәбайҙың “Алаҡай ҡайтты”, Вәкил Хажиндың “Искәндәр һәм уның эте Ҡасҡын”, Афанасий Гуринов-Арчылан “Басылай Тонгсуоның Аллаһ-Тәңреһе”, Мөнир Ҡунафиндың “Соҡор”, Рәлис Ураҙғоловтың “Даға”, Рәсүл Байгилдиндың “Унан һуң…”, Мансур Һиҙиәтовтың “Шәүлә”, Гөлназ Ҡотоеваның “Йән сәйәхәте”, Нияз Мәһәҙиевтың “Сатнаған стена”, Сәғирә Шәрәфетдинова “Бала”, Гөлшат Вәлиева-Сәйетбатталованың “Тартай һыуын эсеп үҫкәндәр”, Әлнисә Алдырханованың “Аят та булды, оят та булды”, Факил Мырҙаҡаевтың “Әкәмәт”, “Ҡасан?”, “Ыһы”, Айгөл Йәмилеваның “Ике икең нисә?”, “Һалҡын”, “Ярты һүҙҙән…”, “Ҡолаһаҡ, бергә ҡолайбыҙ” исемле хикәйәләре ингән.
Бындай әҙәби проектты “Ағиҙел” журналы редакцияһы Башҡорт теле йылына һәм алда торған “Халыҡ иҫәбен алыу-2021” кампанияһына бағышлаған. Әйткәндәй, хикәйә яҙыусылар араһында журнал Сабир Шәрипов исемендәге хикәйәләр конкурсы ла иғлан итте. Унда ҡатнашыусыларҙың йәше, әҫәрҙең темаһы һәм күләме сикләнмәй. Конкурсҡа йомғаҡ 2021 йылдың декабрендә яһаласаҡ. Ҡыҫҡаһы, журналға яҙылығыҙ, алдырығыҙ, милләттәштәр!