Баймаҡ районы Билал ауыл китапханаһында өр — яңы акция. 

Уҙған йылда «Киске Өфө» гәзите «Һәр кем уҡырға тейешле йөҙ башҡорт китабы» исемле акция ойошторғайны. Акцияға беҙ ҙә ҡушылдыҡ. Ошондай шарттарыбыҙ ҙа бар. Китап уҡыусы ауыл китапханаһынан башҡорт китаптары алып уҡырға, уҡыған китабының йөкмәткеһе тураһында ҡыҫҡаса мәғлүмәт ҡалдырып китергә тейеш. Иң матур яҙылған мәҡәлә авторын бүләк көтә. Акцияны
Баймаҡ районы Билал мәктәбенең IV синыф уҡыусылары (етәкселәре Эльмира Ғәбдрәшитова) менән бергәләп башлап ебәрҙек. Китапхана дәресе өс өлөштән торҙо. Тәүге өлөшө «Әҙәби түңәрәк» тип аталды. Уҡыусылар менән түңәрәк тирәләй ултырып, алмашлап, башҡорт халыҡ әкиәте «Алтын тамсы» ны уҡыныҡ. Уҡып бөткәс әкиттең йөкмәткеһен һөйләнек, һорауҙарға яуаптар эҙләнек. Дәрестең икенсе өлөшөнә III синыф уҡыусылары (етәкселәре Флүрә Яруллина) саҡырылды. «Китап уҡыусы таҫмаһы» тип аталған икенсе өлөштә уҡыусылар бәйләгән төрлө төҫлө таҫмалар ярҙамында синыфтың ниндәй китаптарға өҫтөнлөк биреүҙәрен асыҡланыҡ. Йәшел — тәбиғәт, һары — хикәйә, күк — шиғыр, ҡыҙыл — әкиәт таҫмалары ине. Аҙаҡтан асыҡланыуынса, дүртенселәр «Белем таяғына» ҡыҙыл таҫмаларҙы күберәк бәйләгән булып сыҡты. Тимәк, беҙҙең дүртенселәр әкиәт уҡырға ярата. Уҡыусылар бәйләгән
таҫмалары буйынса китап та алдылар. Улар дәрестең өсөнсө темаһы «Үҙеңдең уҡыған китабың тураһында дуҫыңа хат яҙ» исемле хат та яҙып алып киләсәктәр. Уларҙы интернет селтәрендә ҡуйып барырға килештек. Акцияға өсөнсө синыф уҡыусылары ҡушылды. Иртәгә улар өсөн китапхана дәресе үткәреләсәк. Билал ауыл китапханаһы ойошторған, йыл аҙағына тиклем барған акциянан ситтә ҡалмағыҙ!
Райхана Булатова
китапханасы