Балалар китабы аҙналығы

«Балалар китабы аҙналығы»ң тағы ла бер сағыу, дәртле, бай йөкмәткеле сараһы үтте бөгөн. Балалар модель китапханаһы янында эшләйәсәк әҙәби уҡыу «Аманат» клубы үҙ ишектәрен асты. Балалар ижады үҙәгенең тәрбиәләнеүселәре башҡарған йыр-бейеү сараны оло байрамға әйләндерҙе. Сараға килеүселәр тамашасы роленән тыш, үҙҙәре лә байрамда әүҙем ҡатнаштылар: йомаҡтар систеләр, китап тураһында мәҡәлдәрҙе иҫтәренә төшөрҙөләр, баласаҡтан яратып уҡыған «Шалҡан», «Йомро икмәк» әкиәттәрен сәхнәләштереп күрһәттеләр. Әкиәт геройҙары Мальвина һәм Буратиноның сарала ҡатнашыуы байрамға йәм өҫтәне.