Башҡорт киноһы көнө

🎬 27 август – Рәсәй киноһы көнө билдәләнә. Кино тиҙ үҫешә торған сәнғәт төрө. Ошо осор эсендә кино телһеҙҙән – тауышлыға, ҡаралы-аҡтан төҫлөгә әйләнде. Хәҙер беҙ башҡорт киноһын да ҡарап һөйөнәбеҙ. Әлбиттә, улар һаны күп түгел, шулай ҙа башҡорт киноиндустрияһы ла яйлап үҫешә. Яҡын киләсәктә улар һан буйынса ғына түгел, ә сифаты һәм жанр төрлөлөгө менән дә беҙҙе ҡыуандырыр тип ышанабыҙ.

📽 Ошо уңайҙан 27 август көнө Баймаҡ үҙәк китапханаһында Башҡорт киноһы көнө үтәсәк. Һеҙҙең иғтибарға режиссер Салауат Юлдашбаевтың «Роль» исемле һәм Булат Йосоповтың «Визит» фильмдарын ҡарарға саҡырабыҙ. Башлана 16.00 сәғәттә.