Башҡорт тарихы йылы. Республика әҙәби марафоны — Баймаҡта

«БАШҠОРТОСТАН» гәзитенә ҙуурҙан РӘХМӘТ!!!! «Тарих яҙыр инем ташына» марафонының Баймаҡта үтеүе хаҡындағы мәҡәләбеҙ донъя күрҙе!!!

Республикала Башҡорт тарихы йылына арналған “Тарих яҙыр инем ташына” әҙәби марафоны Баймаҡ районында ла үҙ эҙен ҡалдырҙы. Баймаҡ биләмә-ара үҙәк китапханаһы тарафынан “Ижади вариҫтар — заңы тарихтың” тип аталған “Түңәрәк өҫтәл” артындағы һөйләшеү һәм халыҡ ижады үҙәгендә Рәсәй Федерацияһы һәм Башҡортостан Республикаһы Яҙыусылар берлектәре ағзаһы, шиғриәте менән күптәрҙең күңелен яулаған, дәрт-дарман өҫтәгән шағирә Фирүзә Абдуллинаның “Рәхмәтлемен бөгөн яҙмышыма” тип исемләнгән ижад кисәһе үтте.
Сараларҙы йәмләп һәм йөкмәткеле итеп алыҫ юлды яҡын итеп баш ҡалабыҙ Өфөнән килгән арҙаҡлы ҡунаҡтарыбыҙ — Яҙыусылар берлеге рәйесе, Башҡортостан Республикаһының Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаты, башҡорт әҙәбиәте ғилеме белгесе, тәнҡитсе, яҙыусы, журналист, филология фәндәре кандидаты, Башҡортостандың атҡаҙанған мәғариф хеҙмәткәре Зәки Арыҫлан улы Әлибаев, Яҙыусылар берлеге рәйесе урынбаҫары, шағир, философия фәндәре кандидаты, йәмәғәт эшмәкәре, ғалим, журналист Нурлан Рәшит улы Ғәниев, яҙыусы, шағир һәм журналист, Шәһит Хоҙайбирҙин исемендәге дәүләт премияһы лауреаты, Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, С.Юлаев ордены кавалеры Әхмәр-Ғүмәр Үтәбай, радиожурналист, яҙыусы һәм тәржемәсе, Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған мәҙәниәт, Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған матбуғат һәм киң мәғлүмәт хеҙмәткәре, Башҡортостан Хөкүмәтенең Шәһит Хоҙайбирҙин исемендәге дәүләт премияһы лауреаты, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының “Ал да нур сәс халҡыңа” миҙалы кавалеры Рәсүл Хәсән улы Сәғитов, шағирә, драматург, журналист, Ш.Бабич исемендәге Дәүләт йәштәр премияһы лауреаты, Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Тәнзилә Сәлих ҡыҙы Дәүләтбирҙина, Рәсәй һәм Башҡортостан Яҙыусылар берлеге ағзаһы, шағирә, яҡташыбыҙ Фирүзә Дәүләтша ҡыҙы Абдуллина, “Ағиҙел” журналы хеҙмәткәре Ильяс Ҡасҡынов һәм урындағы ижадсылар – “Йәнгүҙәй” әҙәби-ижад берекмәһе ағзалары, китапханасылар, башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусылары һәм әҙәбиәт һөйөүсе дуҫтарыбыҙ ҡатнашты.
“Түңәрәк өҫтәл”дә ҡатнашыусыларҙы тәбрикләп Баймаҡ биләмә-ара үҙәк район китапханаһы директоры Зилә Мортазина Р.Түләк исемендәге “Йәнгүҙәй” әҙәби-ижад берекмәһенә 20 йыл дауамында әүҙем ижадсыларҙың тупланыуы тураһында һөйләне.
— Бөгөнгө “Түңәрәк өҫтәл” артында һөйләшеүҙең темаһын беҙ бушҡа ғына “Ижади вариҫтар — заңы тарихтың” тип атаманыҡ, сөнки һәр ижадсы ул үткәнде, бөгөнгөнө һәм киләсәкте бәйләүсе булып тора. Берекмә ағзалары тарафынан әҙәби марафон өсөн махсус рәүештә “Тарих яҙыр инем ташына” исемле тарихи шиғырҙарҙан тупланған йыйынтыҡ сығарылды, — тине ул.
Ҡунаҡ яҙыусыларға ошо йыйынтыҡтар бүләк ителде. Артабан район мәғариф бүлеге етәксеһе Илдус Зәйнуллин район хакимиәте башлығы Фәнис Әминев исеменән тәбрикләне, районда Башҡорт тарихы йылы уңайынан ниҙәр эшләнеүе хаҡында һөйләне.
— “Тарих яҙыр инем ташына” республика әҙәби марафоны сиктәрендәге мәртәбәле сараларҙың Баймаҡ ерендә үтеүенә шатбыҙ. Бигерәк тә яҙыусыларҙың, дәүләт эшмәкәрҙәренең ҡатнашыуы — беҙҙең өсөн үҙе ҙур ҡыуаныслы хәл-ваҡиға. Һеҙҙең бергәләп килеүегеҙ беҙҙең районыбыҙға һәм ижадсыларыбыҙҙың эшмәкәрлегенә ҙур баһа. Ошондай сараларҙы йышыраҡ ойошторорға, мәктәптәрҙә осрашыуҙар үткәрергә кәрәк, — тине ул.
Яҙыусылар берлеге рәйесе Зәки Арыҫлан улы:
— “Тарих яҙыр инем ташына” республика әҙәби марафоны исеменә Зәки Вәлидиҙең яратып тыңлаған башҡорт халыҡ йыры “Илсе Ғайса”ның юлдарын алдыҡ, — тип башланы үҙенең телмәрен. — 1990 йылдарҙа университетта осрашҡан саҡта ҡыҙы Иҫәнбикә Туған: “Атайым тыуған яғын ныҡ һағынған ваҡытта ҡурайын алып тауға сығып китә лә мотлаҡ ошо “Илсе Ғайса”ны уйнай торғайны”, — тип һөйләгәйне. Был, ысынлап та, тарихи йыр. Илсе Ғайса Иҫке Байрамғол ауылы зыяратында ерләнгән. Республика марафоны ла бушҡа ғына “Тарих яҙыр инем ташына” тип аталманы, был туранан-тура беҙгә ҡағыла. Быйыл Рәсәйҙә иң төп ваҡиғаларҙың береһе – халыҡ һаны иҫәбен алыу тора. Сөнки, берҙән, халыҡтың кәмей барыуы хафаландырһа, икенсенән республикала ассимиляция күренеңе күҙгә ташлана. Шуға күрә беҙ һәр беребеҙ үҙебеҙҙең ғаиләһендә, китапханаға килгән балалар менән һөйләшеүҙәрҙә — ниндәй генә сара ойошторһаҡ та — ошо теманы ла күтәрергә, милләттең үҙаңын, телен һаҡлап ҡалыу буйынса аңлатыу эштәре алып барырға тейешбеҙ, — тип сығыш яһаны, марафон сиктәрендә Тәтешле, Дүртөйлө райондарындағы осрашыуҙарҙан алған тәьҫораттары менән бүлеште.
Артабан “Түңәрәк өҫтәл” артындағы һөйләшеү Р.Түләк исемендәге “Йәнгүҙәй” әҙәби-ижад берекмәһе ағзаларының ижадында тарихилыҡ мотивтары юҫығында дауам итте. Тыуған төйәгебеҙҙән йәшәү уты һәм һуты алған, ошо гүзәл еренә тоғро булып ҡалған урындағы яҙыусыларҙың ижадында тарихилыҡ темаһы, кемеһендәлер тулыһынса, бәғзеһендә әҙме-күпме булһа ла, барыбер ҙә урын ала. Яҙыусы тип әйтеүебеҙ Союз ағзаһы һаналған һөнәри белгестәрҙе күҙ уңында тотоу түгел, ә үҙе өсөн, күңел өсөн рухи көсөн түккән ижади йәндәр тураһында һүҙ бара. Тарихҡа мөрәжәғәт итеүселәрҙе икеләнмәй ҡыйыу ижадсылар тип атарға була. Сөнки тарихтағы һәр аҙым бәхәсле булғанда, теүәл даталарға, аныҡ факттарға таянып ышаныслы барыу өсөн үҙеңдең киң даирәле, ватандар рухлы булыуың, илеңдең һулышын тойор өсөн уны бар күңелдән яратыуың лазым. “Йәнгүҙәй” әҙәби-ижад берекмәһе ағзалары быны тойоп, белеп эш итә. Сөнки уларҙың барыһы ла рух һәм йыр-моң бишеге булған ауылдан сыҡҡан, күпселеге шунда йәшәй ҙә. Тиҫтәгә яҡын шиғри һәм сәсмә китаптар авторҙары Борис Хәйретдинов, Рәйсә Иҫәнбаева, шулай уҡ сәсән Әкрәм Ҡәйепҡоловтарҙың ижады менән күптән Яҙыусылар берлеге ағзалары исемлегенә лайыҡ булыуына баҫым яһалды. Был тәңгәлдә яҙыусы Әхмәр Үтәбайҙың дәлилдәре кире ҡаҡҡыһыҙ ине. Сарала шулай уҡ урындағы ижадсылар Хазина Исҡужина, Зәкиә Сөләймәнова, Көнһылыу Сөләймәнова, Әлфиә Бикташева, Айгөл Аҡҡужина, Лилиә Ғәниева, Нәфисә Мәмбәтова, Рәмил Хәсәнов, Рәзинә Киндебаева-Бикташева, Риана Вәлиева, Таңһылыу Вәлиева әүҙем ҡатнашты. Рәмил Сәфәрғәле улы кисәне ҡурай моңдары менән биҙәп, тарихи темаға һөйләшеүҙең әһәмиәтен тағы ла арттырып ебәрҙе.
Ҡунаҡ яҙыусылар ҙа үҙҙәренең ижади пландары менән уртаҡлашты, китапханаға үҙҙәренең һуңғы йылдарҙа сыҡҡан китаптарын бүләк итте. Нурлан Ғәниев бик матур, хисле шиғырҙарын уҡып ишеттерҙе. Тәнзилә Дәүләтбирҙина күптән түгел мәңгелек туңлыҡ иле булған Арктикаға барып эшләп, шунда яҙыласаҡ мелодрама өсөн байтаҡ мәғлүмәттәр туплап ҡайтыуы хаҡында һөйләне. Рәсүл Сәғитов класташы Тәнзилә Дәүләтбирҙина менән ижадҡа аяҡ баҫыуының башын шәп педагогтары — башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Марат Муллағоловтың исеме менән бәйләне. “Уҡытыусыбыҙ беҙгә әҙәбиәт теорияһын өйрәтеп ултырманы, әммә әҙәби ижад менән һеңдерҙе. Саңғы кейҙереп ҡышҡы урманға алып сығып китә лә, шунда уҡ күргән-кисергәндәребеҙҙе ултыртып яҙҙырта торғайны. Тәбиғи һәләтебеҙҙе шулайтып үҫтергән, дәрт биргән”, — тине ул уҡытыусыһына мәдхиәһендә.
Шулай итеп “түңәрәк өҫтәл” артындағы һөйләшеү бик йәнле һәм эшлекле шарттарҙа үтте, тарих призмаһы аша “Йәнгүҙәй” әҙәби-ижад берекмәһе ағзаларының ижады байҡалды. Улар өсөн яҙышыу – дан-шөһрәт түгел, ә күңел талабы. Әммә китап сығарыу ғына бөгөнгө көндә ижадсы өсөн иң ауыр мәсьәлә булып ҡала. Сығарырға ныҡлы хәл иткәндәре лә, Өфөгә йөрөүҙе мәшәҡәт һанап, Сибай ҡала типографияһында баҫтырыуҙы хуп күрә. Киләсәктә Яҙыусылар Союзына ағзаларҙы ҡабул иткәндә, ошондай үҙнәшер йыйынтыҡтарҙы ла ҡарап, әгәр ижадсы быға лайыҡ икән, уны ла ағза итеп алыу мөмкинлеге булһа, бик тә яҡшы булыр ине, тигән теләктәр яңғыраны.

Ошо көндө “Тарих яҙыр инем ташына” республика әҙәби марафоны сиктәрендә халыҡ ижады үҙәгендә Рәсәй Федерацияһы һәм Башҡортостан Республикаһы Яҙыусылар берлектәре ағзаһы, шиғриәте менән күптәрҙең күңелен яулаған, дәрт-дарман өҫтәгән шағирә Фирүзә Абдуллинаның “Рәхмәтлемен бөгөн яҙмышыма” тип исемләнгән ижад кисәһе бик матур үтте.
Аҫыл таштай сағыу ижади шәхесебеҙ, яҡташ шағирә Башҡортостан һәм Рәсәй Яҙыусылар берлеге ағзаһы Фирүзә Абдуллинаның исеме республика халҡына күптән таныш. Шүлкә ауылы ҡыҙы Баймаҡ интернат-мәктәбендә уҡыған сағында уҡ шиғырҙары район гәзитендә, Стәрлетамаҡ дәүләт педагогия институтында уҡыған мәлдәрендә иһә республика гәзит-журналдарында, хатта ике тапҡыр “Йәш көстәр” йыйынтығында ла баҫылып сыға. Тормошҡа оптимистик ҡарашлы ханымдың китаптары ла үҙенсәлекле — кеҫә форматындағы йыйынтыҡтарҙы үҙең менән алып йөрөп уҡырға, ятларға, байрамдарҙа рәхәтләнеп ҡулланырға мөмкин. Шулай уҡ бөтә китаптарының да исемдәре өндәү менән тамамлана — тап үҙенең донъяға ҡарашы кеүек. Бәхет, мөхәббәт, ҡатын-ҡыҙ, тормош һәм башҡа иң бөйөк төшөнсәләр хаҡында яҙылған хисле, фәлсәфәүи шиғырҙарына бик матур йырҙар яҙылыуы башҡорт эстрадаһын да балҡыта. “Беҙ – бер туғандар”, “Үтә бит ул”, “Яуһын әйҙә ҡарҙары”, “Әсәйем яһаған сәй”, “Уйламайым, иламайым”, “Һуңлап ҡуймаһам ине” һымаҡ популяр йырҙарҙың һүҙҙәрен яҙыуы менән яҡташтары күңелендә ғорурлыҡ тойғолары уята. Фирүзә Дәүләтша ҡыҙы ғүмерен йәш быуынға белем биреүгә арнап, оҙаҡ йылдар Ейәнсура һәм Ҡырмыҫҡалы райондарында уҡытыусы, мәктәп директоры, директор урынбаҫары, юғары категориялы уҡытыусы булып эшләүенә ҡарамаҫтан, ижадҡа ла ваҡыт таба, үҙенең күңел моңдарын халҡына еткерергә ынтыла.

— Шиғырҙарымда минең уйҙарым, хис-тойғоларым сағыла, — ти Фирүзә ханым. — Кешене өмөт йәшәтә. Уйлағаның алдыңа килеүенә ышанһаң, тик яҡшы, яҡты уйҙар менән йәшәһәң, ауырлыҡтарҙы еңеп сығырлыҡ көс табып була. Бер ҡасан да баш эйеп, еңелеп ҡалырға ярамай. Тәлмәрйен тураһында хикмәтте ишеткәнегеҙ барҙыр, моғайын. Тәлмәрйенде ҡаймаҡҡа батырырға уйлағандар, ти, ә ул тырышып-тырмашып аяҡтары менән ишә башлаған һәм ҡаймаҡты майға әйләндереп, һикереп сығып киткән, ти. Ошо тәлмәрйен кеүек булырға кәрәк! Бәхет өсөн күп кәрәкмәй, барына риза булып йәшәй белеү ҙә етә, ә донъя шундай матур! Күңелеңә көнсөллөк, асыу, үпкә, рәнйеш кеүек кире хистәрҙе яҡынлатмаһаң, йәшәү – үҙе үк бәхет.
Минең шиғырыма иң тәүге йырҙы Юлай ағай Моратов яҙғайны, артабан Дамир Солтанов, Азат Исҡужин, Хәлил Биктимеров, Иҙел Нурғәлин, Юлай Үҙәнбаев, Артур Туҡтағолов, Альфред Яҡшымбәтов, Нурия Абдуллина, Рәмил Туйсин, Флера Шәрипова, Динә Аҡназарова һәм башҡалар менән байтаҡ йыр ижад иттек. Ҡара иҫәп менән йөҙҙән артыҡ йырым бар, ҡайһы берәүҙәре әле йыр һөйөүселәргә барып та етмәгән әле. “Юлдаш йыры”, “Башҡорт йыры”, “Йыл йыры” конкурстарында ҡатнашып, призлы урындарға сыҡҡандары ла бар. Гөлфиә Хәләфетдинова, Иҙел Нурғәлин, Салауат Мөхәмәтйәров, Рәмил Туйсин, Фларит Бирғәлиндар конкурстарҙа ҡатнашып, халыҡ һөйөүен яуланылар. “Сулпылар” телевизион конкурсында Әнүр Ғүмәров һәм Искәндәр Тайбугиндар яҡташтарыбыҙ Илдар Абдуллин һәм Вилюр Мәүлитов ижад иткән йырҙар менән матур итеп сығыш яһанылар, — ти Фирүзә Абдуллина үҙенең күңел нурҙары тураһында.
Ижад кисәһендә Фирүзә Абдиуллинаның һабаҡташтары ла, хеҙмәттәштәре лә, ҡәләмдәштәре лә ихлас ҡатнашып, йөрәктән сыҡҡан матур һүҙҙәрен, изге теләктәрен еткерҙе. Шағирәнең үҙе тарафынан да, уның ижадын яратыусылар йәһәтенән дә яңғыраған шиғырҙары, уның шиғырҙарына яҙылған йырҙар яңғырауы кисәне уғата йәнләндереп, йәмләндереп ебәрҙе.
“Юбилейығыҙҙы ниндәй уңыштар менән ҡаршылайһығыҙ?” — тигән һорауға шағирә ихлас йылмайып: “Ниндәйҙер ҙур уңыштар менән маҡтана алмайым, — тип яуап бирҙе. — Бөгөнгө көнгә «Барыһы ла яҡшы буласаҡ!», «Рәхмәтлемен һиңә, әсәйем!», «Ихлас күңелдән!», «Йәйғор сатыр», «Бәхет бар ул!” исемле 5 китабым донъя күрҙе. Шиғырҙарым интернет киңлегендәге “Ғәжәп донъя” төркөмөндә даими баҫыла, гәзит-журналдарҙа сығып тора икән, тимәк, минең ижадым кешеләргә барып етәлер. Алла бойорһа, артабан да күңелемә килгәнде яҙырмын, тип уйлайым. Ижадҡа һуңлап килһәм дә, үҙемдең артымдан эҙ ҡалдыра алырмын, моғайын.

“Баймаҡ” — тиһәм, башты күккә сөйәм,
Яурындарым хатта кирелә,
Күңелемә һаман шундай яҡын
Кешеләре, һыуы, ере лә!” –

тип яҙғайным “Мин – Баймаҡтан!” исемле шиғырымда. Ҡайҙа йәшәһәм дә, ниҙәр эшләһәм дә, мин күңелем менән — үҙ еремдең ҡыҙы. Бер ҡайҙа ла минең яҡташтарым кеүек милли рухлы, киң күңелле, оло йөрәкле, тырыш, уңған, йомарт, ихлас халыҡ юҡ. Баймаҡсанлыҡ тип атар инем мин быны. Бәрәкәтле Баймаҡ ерендә тыуып-үҫеүем менән ғорурланам. Бында — минең тамырҙарым. Тыуған еремдән мин көс, илһам алам. Бында мине яҡындарым һағынып көтөп тора. Ашҡынып ҡайтам, рәхәтләнеп осрашам, күңелем булып китәм. Рәхмәт һеҙгә, яҡташтарым, шундай ябай, алсаҡ, кешелекле булғанығыҙ өсөн! Бергә булайыҡ! – тип ҡыуана юбиляр шағирә.

“Тарих яҙыр инем ташына” республика әҙәби марафоны сиктәрендә Баймаҡ ерлегендә бына шундай бик тә йылы, рухлы саралар үтте, ижадсыларҙың күҙгә күренмәгән хеҙмәтенә байҡау ғына яһалып ҡалманы, иғтибар ҙа, ихтирам да күрһәтелде. Киләсәктә лә уларҙың барыһына ла ижади уңыштар теләп: “Тарих ишеген йышыраҡ асайыҡ!” – тип өндәшәбеҙ! Сөнки тарихыбыҙҙы килер быуынға еткереүселәр – тап ижадсылар ул. Элгәре улар ауыҙ-тел ижадын түкмәй-сәсмәй киләһе быуынға еткереүсе сәсәндәр булһа, әлеге көндә – үткәндәрҙе үҙҙәренең ижадында һаҡлаусы яҙыусылар, ҡәләм оҫталары – һеҙ ул!

Айгөл Иҙелбаева, Баймаҡ биләмә-ара үҙәк китапханаһы методисы, “Йәнгүҙәй” әҙәби-ижад берекмәһе етәксеһе.
Баймаҡ районы.