Башҡорт яҙыусыһы Тайфур Сәғитовтың тыуыуына – 85 йыл (1936-2018).

Сәғитов Тайфур Барый улы 1936 йылдың 15 мартында Белорет районы Аҙнағол ауылында тыуған. Урта белем алғас, “Белорет эшсеһе” гәзитендә эш башлай, артабан Өфөлә “Ленинсы” гәзитендә корректор, тәржемәсе, әҙәби хеҙмәткәр була. Башҡорт дәүләт университетын тамамлағандан һуң, хеҙмәт юлын Белорет район, “Совет Башҡортостаны” гәзиттәрендә дауам итә. Яҙыусының башҡорт, рус телдәрендә ике тиҫтәнән ашыу китабы донъя күрә. Улар араһында – “Иман”, “Һабантуй”, “Нинел” романдары, “Батырша” трагедияһы, “Күңел түре” хикәйәләр һәм повестар йыйынтығы бар. Тайфур Сәғитов — БАССР-ҙың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (1986). Сергей Чекмарёв исемендәге премия лауреаты (1985), Яҙыусылар, Журналистар союздары ағзаһы. Тайфур Барый улының редакцияла ең һыҙғанып эшләгән осоронда “Бөгөн гәзит шәп сыҡҡан!” тип әйткән һүҙҙәре лаҡап булып әле лә журналистар араһында ҡулланыла.

📖Яҙыусы, журналист Тайфур Сәғитовтың “Башҡортостан” гәзитендә 2017 йылда баҫылып сыҡҡан мәҡәләһенән өҙөк:

📖“Бергә ғүмер кисергән ҡорҙаш, ҡәләмдәштәремде осратҡан һайын көлөп әйтелә торған был лаҡаптың “авторы” Рәшит Солтангәрәев булыр. Күңеле көр саҡта рәхәтләнеп һөйләп ала торғайны: — Иртәнсәк гәзит ҡарап ултырғанда Тайфур беҙҙең яҡҡа сыға ла үҙенең әйбере баҫылһа (ошо урында минең ҡиәфәткә инеп, тауышымды ла оҡшатып): “Бөгөн гәзит шәп сыҡҡан!” — ти. Бына шул гонаһһыҙ лаҡап тотош бер быуын гәзитселәренең тормошон иҫкә төшөрөп ебәрҙе… Иптәштәр алдында: “Бөгөн гәзит шәп сыҡҡан!” — тип маҡтаныр өсөн беҙ ал-ял белмәй эшләй ҙә торғайныҡ шул… Бер отпускыла Кавказда йөрөгәндә сәғәт ярымға ғына Нальчик ҡалаһында туҡтаған арала “һә” тигәнсә Ҡайсын Кулиевтың фатирын, икенсе отпускыла Ленинградҡа барып, “Башҡорттар” китабының авторы, атаҡлы ғалим Сергей Иванович Руденконы эҙләп табып, гәзиткә очерктар яҙыу, һуңынан Ленинградта 1925 йылда уҡ нәшер ителеп, блокадала, һуғыш фажиғәһе йылдарында ла ғәжәп теүәллек менән һаҡланған “Башҡорттар” китабының 800 данаһын Өфөгә алдыртып һатыуҙы ойоштороу, өсөнсө отпускыла Таһир Кусимов менән Башҡорт кавалерия дивизияһы һуғышып үткән юлдар буйлап сәйәхәткә сығыу — быларҙың бөтәһен дә мин башҡарҙыммы икән?!”