«Башҡорт ғаиләһе- үткәне һәм киләсәге”

Яҙҙың тәүге көнө — тереклеккә яңы һулыш, яңы тормош бөрккән миҙгелдә республикабыҙ халҡы Башҡорт ғаиләһе көнөн билдәләй. Баймаҡ биләмә –ара үҙәк китапханаһында Башҡорт ғаиләһе көнө һәм башҡорт тарихы йылы айҡанлы «Башҡорт ғаиләһе- үткәне һәм киләсәге” исемле түңәрәк өҫтәл артында һөйләшеү ойошторолдо. Сарала Баймак районы ҡоролтайының вәкилдәре, ағинәйҙәр, район ҡатын- ҡыҙҙар ойошмаһы, Урал аръяғы агросәнәғәт колледжы студенттары һәм Ҡаратал ауылынан Йәнбирҙиндәр, Баймаҡ ҡалаһынан Боҫҡоновтар , Ғәйетбаевтар, Ғүмәровтар
ғаиләләре ҡатнашты. Түңәрәк өҫтәл артындағы һөйләшеү боронғо башҡорт ғаиләләренең тарихына байҡау яһауҙан башланды. Саҡырылған һәр ғаилә үҙ заманының йәшәйешенә, үҙенсәлектәренә туҡталып, ғаилә ҡиммәттәренең, бигерәк тә атай абруйының тормошта ни тиклем мөһим урын алыуы тураһында үҙ фекерҙәрен әйтеп үттеләр.
📌“Ғаиләләребеҙ ныҡлы икән, тимәк телебеҙ яҡлаулы, киләсәгебеҙ ышаныслы, халҡыбыҙ мәңге йәшәйәсәк”, — тигән һүҙҙәр менән сарабыҙ тамамланды.