“Беҙҙең бала саҡты, йәшлегебеҙҙе һуғыш урланы»

Баймаҡ биләмә-ара үҙәк китапханаһында Бөйөк Еңеүҙең 75 йыллығына әҙерлек сиктәрендә “Беҙҙең бала саҡты, йәшлегебеҙҙе һуғыш урланы “ исемле осрашыу уҙҙы. Тәрбиәүи сарала Бөйөк Еңеүҙе яҡынайтыуға тос өлөш индергән , бала саҡтары, йәшлектәре һуғыш осорона тура килгән , көслө рухлы олатайҙар ҡатнашты. Ветерандар -төрлө яҙмышлы кешеләр. Уларҙың һәр береһенең үҙ тормош юлы, үҙ тарихы. Бөйөк Ватан һуғышының бөтә ауырлыҡтарын үҙ иңдәрендә татыған, йөрәк ялҡындары аша үткәргән яугир Ғайзулла Мөхәммәт улы Әблүзин, Еңеүҙе көнләп яҡынайтыу өсөн ашар ашын ашай алмаған, туйғансы йоҡлай алмаған, ололар менән бер рәттән эшләгән һуғыш йылы балалары: Уйылдан һәм Хәмит Муллахәлит уландары Кәримовтар, Варис Вәкил улы Буранбаев, 75 йылдан һуң атаһының ҡәберен эҙләп тапҡан Урал Хәйретдин улы Иҫәнъюловтар ҡатнашты.Был сара яҙыусы Зөһрә Ҡотлогилдинаның “ Һуғыш балалары- тарих яралары” һәм “Һуғыш яралаған бала саҡ” , китаптарына ингән геройҙар менән аралашып барҙы.Шулай уҡ уҡыусылар Азамат Тажетдиновтың “Ғүмер ағыштары-ғаилә яҙмыштары” китабы, герой-пионерҙар тураһындағы “Атайҙар менән бер сафта” китабы менән таныштылар. Район ветерандар советы рәйесе Көнһылыу Әхмәтова һәм “Ағинәйҙәр ”ҡоро ағзаһы, һуғыш йылы балаһы Сәкинә Иҫәнғоловаларҙың сығышы бик мәғлүмәтле булды.Балалар ижады үҙәгенең “Серле йондоҙҙар” исемле фольклор ансамбле егеттәре башҡарыуында “Аңлайым һине, олатай” исемле йырҙары ветерандарыбыҙ өсөн оло бүләк булды(етәксеһе Басира Торсонбаева). Сара иҫтәлеге итеп хөрмәтле ветерандарға Ә.Моратовтың «Яҙмыш менән һөйләшеү» китабы тапшырылды. Үҙ сиратында ҡаланың 1-се һанлы башҡорт мәктәбенән килгән уҡыусылар олатайҙарға үҙҙәрен ҡыҙыҡһындырған һорауҙарын бирҙеләр.

.