Бәхетле мөхәббәт тарихы 

Грейс Келли һәм Монако принцы Ренье III
1955 йылда Канна фестивалендә Голливуд йондоҙо һәм “Оскар” премияһы лауреаты Грейс Келли АҠШ кинематографистары делегацияһын етәкләй. Актрисаға Монако кенәзлегендә ял итергә, казинола күңел асырға һәм Монако принцы Ренье III менән танышырға тәҡдим яһайҙар. Заманында бөйөк Кларк Гейбл (“Унесенные ветром” фильмындағы Ретт Батлер ролен башҡарыусы актер) һәм арҙаҡлы кинорежиссер Альфред Хичкок та иғтибарын яулай алмаған нәзәкәтле кино йондоҙон принц бик итәғәтле ҡаршылай.
Принц һәм Келли күҙҙең яуын алған күркәм парк буйлап мауыҡтырғыс әңгәмәгә бирелеп ике сәғәттән ашыу ваҡыт үткәнен һиҙмәй ҙә ҡала. Ренье ҡыҙыҡлы һәм интеллектуаль әңгәмәсе булараҡ ҡына түгел, тыйнаҡ, һөймәлекле ир-егет булыуы менән дә Грейстың диҡҡәтен тарта. Бәхеткә күрә, 32 йәштә булыуына ҡарамаҫтан, буйҙаҡ принц Ренье иһә аҡыллы, йыйнаҡ һылыуҡайға бар йөрәге менән ғашиҡ була. Әммә, Европанан ҡайтҡан саҡта, Грейс был осрашыуҙың дауамлы булырын башына ла килтермәй. Пуритан ғаиләһенең ҡаты тәртиптәре нигеҙендә тәрбиәләнгән ҡыҙ йылы ҡабул иткәне өсөн принцҡа тыйнаҡ ҡына рәхмәт хаты яҙып ебәрә. Әммә хатҡа яуап алғас, ул бик тә хайран ҡала. Ниндәй яуап бит әле!!!
Ренье III бер нисә биттә кенәз тормошоноң “ауырлығы” тураһында йылы һәм йәнле итеп тасуирлай. Донъяуи тормош тураһындағы юлдарҙа ирония ла сағылып китһә, улар яңыраҡ ҡына бергәләп үткән паркта үҫкән гүзәл рауза гөлләмәләре хаҡында яратып, ихлас итеп яҙа. Бындай романтикаға бай, йылы тойғолар менән һуғарылған йөрәк ауазы ҡыҙҙың күңелен шундуҡ яулай. Келли ҙа уға шундай уҡ йылылыҡ нурҙарынан туҡылған яуап ебәрә. Шулай итеп улар алты ай һағынышлы, хистәр тулҡынындағы хаттар алышыуҙан һуң бер-береһенә ғашиҡ икәнлектәрен төшөнә.
1956 йылдың матур Раштыуа кисендә принц Ренье Келлиҙың ата йортона ғаилә байрамына килә һәм рәсми рәүештә ҡыҙға тәҡдим яһай. Яҙға халыҡтың яратҡан актрисаһы тыуған йортон ғына түгел, илен, актерлыҡ карьераһын да ҡалдырып, Монако кенәзлегенә килә –Ренье Альберт III-нөң һөйөклө ҡатыны тип иғлан ителә. Монако үҙ тарихында бындай ҙа аҡыллы, тыйнаҡ, үҙен итәғәтле тота белгән һәм һәм үтә лә һылыу принцессаны хәтерләмәй – кескәй генә дәүләттә Келлиҙы барыһы ла үҙ итә. Ысын принцессалар кеүек ул да хәйриәлек менән шөғөлләнә: балалар өсөн байрамдар һәм ололар өсөн пансионаттарҙа сәй эсеүҙәр ойоштора. Ә саф һөйөүҙең нәтижәһе булып өс бала – ике ҡыҙ һәм бер ул донъяға ауаз һала.
Айгөл Иҙелбаева тәржемәһе.
Н.Правдина китабынан.