Бөгөн Халыҡ- ара светофор көнө билдәләнә.

1914 йылдың 5 августында Американың Кливленд шәһәрендә заманса светофорҙарҙың иң беренсе моделе уйлап табылган. Ул кыҙыл һәм йәшел төҫлө яҡтыртҡыстарҙан торған. Утын һүндереп яндырған ваҡытта сигнал биргән. Хәҙергеләренә оҡшаш өс төҫтәге светофорҙар 1920 йылда Американың Детройт һәм Нью-Йорк ҡалаларында барлыкка килгән. Аны британиялы Джей Найт уйлап тапҡан. Тора-бара бындай светофорҙар Американың башҡа ҡалаларында һәм Европала ҡулланыла башлаған. Рәсәйҙә светофор 1930 йылда ғына — Ленинград ҡалаһының Невский һәм Литейный проспекттары сатында барлыҡҡа килгән. 2010 йылда Пермьдә — Халыҡ-ара светофор көнө уңайынан, светофорға һәйкәл ҡуйылган. Светофорға һәйкәлдәр шулай ук Мәскәү, Пенза, Новосибирск ҡалаларында ла бар. Рәсәйҙә Халыҡ-ара светофор көнөн ЮХИДИ-ГИБДД хезмәткәрҙәре, мәғариф , йәмәғәт ойошмалары билдәләп үтә. Иң беренсе сиратта, әлеге байрам уңайынан бигерәк тә балаларға юл йөрөү ҡағиҙәләрен теүәл үтәргә кәрәклек тураһында иҫкәртеү мөһим. Хатта бер кескенә кенә яңылыш өсөн ҡайһы ваҡытта ғүмер менән түләнгәнен иҫтән сыгармаҫҡа кәрәк Юл ҡағиҙәләрен балалар беләме икән ? Ошо һорауға яуап эҙләп урамда балалар менән аралаштым.Светофорҙың ниндәй төҫөндә юлды үтергә кәрәклеген аңлаттым. Балалар үҙҙәрен ҡыҙыҡһындырған һорауҙарға яуаптар алды.Юл билдәләренең ни өсөн ҡуйылғанлығын белделәр. Бигерәк тә 1 класс уҡыусыһы Нәзир Идрисов әүҙем ҡатнашты,башҡа балаларға аңлатып бирҙе. Гөлсирә инәй Ибраһимова ла балаларға юлда ипле йөрөргә кәрәклеген әйтте.