Ветеран беҙҙә ҡунаҡта

Ишмөхәмәт ауылы китапханаһында Бөйөк Ватан һуғышы ветераны , Байыш ауылында тыуып үҫеп, хәҙерге ваҡытта Баймаҡ ҡалаһында йәшәүсе Әблүзин Ғәйзулла Мөхәмәтғәле улы менән әңгәмә ҡорҙоҡ. Хәл белештек, хәтирәләргә бирелдек. Китапханала һаҡланған фотоларҙы ҡараныҡ. «Память» китабында яу яланында ятып ҡалған һалдаттарҙың исемлектәре араһында үҙенең фамилияһы барлығы тураһында бына нимәләр бәйән итте.»Тыуған илебеҙҙе һаҡлап, фашистарға ҡаршы барған ваҡытта ҡаты яраланып, иҫемде юғалтҡанмын, контузия алғанмын. Күпме ваҡыт ятҡанмындыр уныһы билдәһеҙ, яу яланы тауыштарҙан тымғас, үлгән һалдаттарҙы ерләргә йыйынған ваҡытта, минең тере икәнемде күреп ҡалып госпиталға оҙаталар. Бына шулай ғүмер булғас, аллаға шөкөр, үҙ яйыма йөрөп ятам әле, тыуған яҡтарҙы күреп ауылдаштар менән аралашып килеү ниәте менән килдем. Ейәнем Илнур алып килде.Өйҙәге китаптарым араһында «Память», «Они вернулись с Победой» китаптары ла бар, фотоһүрәттәрҙе ҡарап яуҙаштарымды иҫләп алам-«тип талғын ғына һөйләне Ғәйзулла Әблүзин.Уға иҫәнлек ,һаулыҡ теләйбеҙ! Музейҙағы тарихи экспонаттар менән дә танышты.