Драматург Мирхәйҙәр Фәйзиҙең тыуыуына — 130 йыл

Драматургтан рухи мираҫ

Ҡазан ҡалаһында сыҡҡан “Сәхнә” һәм “Беҙҙең мираҫ” (“Безнең мирас”) журналдарында билдәле драматург, шағир, композитор  Мирхәйҙәр Фәйзи тураһында мәҡәләләр, һирәкләп булһа ла, донъя күреп тора. Был журналдар берәр данала Юлыҡ ауылы китапханаһына бүләк итеп ебәрелеүе – оло иғтибарға һәм ихтирамға лайыҡ. Күптән түгел ебәрелгән һандарҙа ла бик ҡыҙыҡлы мәғлүмәттәр бирелгән. Ҡыҙыҡһыныусан уҡыусыларҙы уларҙың бер нисәүһе менән таныштырырға уйлайбыҙ.

Иң элек журналдар тураһында бер нисә һүҙ. “Сәхнә” журналы 2002 йылдан Татарстан Республикаһы Матбуғат һәм массакүләм коммуникациялар агентлығы ярҙамында Ҡазан ҡалаһында нәшер ителә. Баш мөхәррире – Зиннур Хөснияр.

“Беҙҙең мираҫ” (“Безнең мирас”) фәнни-популяр, әҙәби-нәфис һәм документаль журнал 1991 йылдың апреленән алып “Мираҫ”, 2012 йылдың майынан “Ысын мираҫ”, 2014 йылдың майынан әлеге исеме менән сыға башлай. Баш мөхәррире – Лемон Леронов. Нескә күңелле, моңло, шиғри йәнле, ике тиҫтәгә яҡын пьеса, шиғырҙар, поэмаклар, йырҙар, нәҫерҙәр һәм хикәйәләр авторы, драматург, тәнҡитсе Мирхәйҙәр Фәйзиҙең тыуыуына быйыл октябрь айында 130 йыл туласаҡ. Мәғлүм булыуынса, Ырымбур губернаһы Орск өйәҙенең Күкшел утары егете Граждандар һуғышы йылдарында Юлыҡ ауылына күсеп килә. Ауыл халҡы араһында драма түңәрәктәрендә спектаклдәр ҡуйыу менән шөғөлләнә, әҙәби һәм күңел асыу кисәләре ойоштора, китапханала эшләй. Бында ул мәңгелек әҫәрен — «Ғәлиәбаныу» пьесаһын ижад итә. Ошо төбәктәге комсомол йәштәренең тормошон сағылдырған «Ҡыҙыл йондоҙ» пьесаһын тамамлай. 1920-1924 йылдар – М.Фәйзиҙең әҙәби әүҙемлегенең иң һөҙөмтәле йылдары. “Аҫылйәр” (1918 — 1920), “«Аҡ ҡалфаҡ» (1922-1923), “Аҙашҡан күңел” (1922 — 1923), “Кәкре ҡайын”, “Коммунаға” (1924) бер шаршаулы агитпьесалар ижад итә.

1922 йылда Темәс ауылына күсә һәм «Ҡыҙыл Урал» газетаһының редколлегия ағзаһы булып эшләй, урындағы театрға етәкселек итә, әҙәби түңәрәк ойоштора. Китапханала эшләү уның күп көсөн ала: “Китапханала эш күп. Ныҡ эшләйем. Аырыйым. Урынымдан сығырға теләп заявление биргән инем, райком үҙе, Ҡырымға ебәреп ял иттерергә булып, ҡалдырҙы. Бер ҙә әҙиплек эшемде алып бара алмау ваҡыт-ваҡыт эсемде бошора. Бөтөнләй урында хеҙмәтте ташлаһам, ҡәләм хаҡы менән генә яҡшы тороп булмаҫ, хеҙмәт итһәң, яҙырлыҡ көс ҡалмай. Нишләргә инде?” – тип яҙа көндәлектәрендә.

Көндәлектә әйтелгәнсә, уға Ҡырымға юллама бирелә. Мәскәү аша барғанға күрә, Мирхәйҙәр Фәйзи Ҡыҙыл майҙанда була, Мавзолейҙа В.И.Ленинды күреп, ғорурланыу тойғолары кисерә. Ҡара диңгеҙ, Ҡырымдың шифалы һауаһы уны терелтеп, йәненә көс бирә.

 

Тиҙҙән яҙыусы Өфөгә саҡырыла һәм Башҡорт дәүләт театрының даими драматургы итеп билдәләнә. Ғүмеренең һуңғы көндәрен — 1925—1928 йылдарҙа — Мирхәйҙәр Фәйзи Баймаҡ ҡалаһында йәшәй. Әҙип 1928 йылдың 9 июлендә вафат була. Драматургтың ҡәбере әлеге “Баймаҡ ҡойоу-механика заводы” биҫтәһендәге паркта урынлашҡан, ҡаланың зыялылары уны йыл да тәрбиәләп тора.

Юлыҡ ауылының 1994 йылда төҙөлгән яңы мәктәбе 1997 йылдан Мирхәйҙәр Фәйзи исемен йөрөтә. Яҡшы уҡыған, йәмәғәт эштәрендә әүҙем ҡатнашҡан уҡыусыларға Мирхәйҙәр Фәйзи премияһы тапшырыла. Баймаҡ ҡалаһындағы Баймаҡ мәғлүмәт үҙәге бинаһы ҡаршыһында М.Фәйзигә берҙән-бер бюст ҡуйылған.

 

***

“Сәхнә” журналының 2019 йылдың 6-сы һанында Диләрә Мөхәммәдйәрова “Драматург & композитор” исемле мәҡәләһендә Мирхәйҙәр Фәйзиҙең драматург ҡына түгел, музыкаль белеме булмауға ҡарамаҫтан, композитор ҙа булыуын раҫлай. “Татар мәҙәниәтенә ҙур өлөш индерә. Әммә, пролетар сығышлы булмауы арҡаһында, эҙәрлекләүҙәргә лә дусар була. Мирхәйҙәр Фәйзи мандолинала, гармунда һәм ҡурайҙа уйнай, матур йырлай ҙа, татар халыҡ йырҙары уны рухландырҙы, халыҡ ауыҙ ижадын йыя һәм яҙа. Тик, нотаны белмәүе арҡаһында ғына, композитор булараҡ беҙгә билдәле түгел. “Ауылда байрам”, “Аҫылйәр”, “Аҡ ҡалфаҡ”, “Ғәлиәбаныу” музыкаль драмалары яҙған.

”Ғәлиәбаныу” беҙҙе әле лә һөйөндөрә. Йыры инде йөҙ йыл яңғырай. М.Фәйзи үҙенә оҡшаған халыҡ көйөн ишетә һәм әлеге йыр яңғыраясаҡ спектаклде булдырыу идеяһы менән янып йөрөй башлай. Хикәйәләү менән бергә үрелеп барасаҡ, спектаклдең айырылғыһыҙ өлөшө буласаҡ йыр. Ул пьесаны үҙенән башҡа күҙ алдына ла килтереп булмай торған драма лейтмотивына әүерелдерҙе. Бында көйҙөң булыуы бик мөһим, уға ҙур эмоционаллек һәм сюжет бирелеше йөкләнгән. Геройҙарҙың йырҙары ауаздаш, тигеҙ, сюжет нигеҙен тыуҙыра. Бындай шедеврҙы композитор төҙөмәгән тип, йә, кем әйтә ала? М.Фәйзи – композитор ғына түгел, ул бик талантлы композитор!

“Аҡ ҡалфаҡ” музыкаль драмаһы йырҙарға, матур көйҙәргә бай. Уны М.Фәйзи үҙе булдырған. Барлыҡ йырҙарҙың текстары пьесала һүрәтләнгән… Мирхәйҙәргә нота грамотаһының нисек етмәүен күҙ алдына килтерә алам. Тик был уға өс иҫ киткес матур музыкаль драма яҙырға ҡамасауламай”, — тип яҙа Диләрә ханым. Уның тағы бер үҙенсәлекле иҫтәлеген дә мәҡәләнең төп бағанаһы, тиергә була.

“Беҙҙең ғаиләлә Мирхәйҙәр абыйҙың һеңлекәштәренә бағышланған йырын хәтерләйҙәр. Йыр “Сөмбөл” тип атала һәр һәр куплет бер туғанына бағышлана: Сәсәк, Иркә, Дилбәр (Гәүһәр генә тыуырға өлгөрмәй ҡала, М.Фәйзи вафат була). Әммә туғандары бергә йыйылып әлеге йырҙы башҡарғанда, бер исемде Гәүһәр исеменә үҙгәртеп йырлайҙар ине. 1927 йылда композитор Александр Ключарев Сөмбөлдөң ҡустыһы Рәфҡәттән “Сөмбөл” йырын һорап алып яҙҙыра… Р.Яхин “Сөмбөл” йырын фортепиано өсөн ҡуйҙы, Сара Садыҡова ла уға үҙенән өлөш индерҙе. Унда хатта уның авторлығы ла күрһәтелгән. Әммә был йырҙың авторы бер генә һәм ул – Мирхәйҙәр Фәйзи”, — тип ҡыйыу рәүештә раҫлай Диләрә Мөхәммәдйәрова “Сәхнә” журналында.

“Беҙҙең мираҫ” (“Безнең мирас”) фәнни-популяр, әҙәби-нәфис һәм документаль журналдың 2020 йылғы һандарында Мирхәйҙәр Фәйзиҙең көндәлектәре баҫылған. Шуларҙан өҙөктәр менән һеҙҙе лә таныштырғыбыҙ килә. Тексты баҫмаға Рәйсә Шәрәфиева әҙерләгән.

 

“Беҙҙең мираҫ” (“Безнең мирас”), 2020 йылдың 4-се һаны.

Мирхәйдәр Фәйзи: “Никах сәғәттәре һуҡмай бит!”

1922 йыл, март. Темәс.

1-ендә Темәскә етеп, Садиҡ Чанышев фатирына төштөм. Хәйерле, етеш урындар булһын! Темәстә туҡлыҡ, туғанлыҡ, дуҫлыҡ, йәмлелек ҡаршыланы үҙемде. Тән һәм йән аҙығы менән һуғарылдым. Йәштәрҙең репетицияһы рухи яҡ менән дә өлөшһөҙ түгеллегенән һөйөнөс алдым. Йән тыныслап, Садиҡ менән һөйләшә-һөйләшә йоҡлап киттек.

2-һендә Садиҡ ҡунаҡ итә. Күмәс мул, аҡ май бар, сәй шәкәрле – бына ниндәй бәхет бында! Мин, Орск яғындағы ас хәлемдән сығып, ошо бәхеткә килеп ирештемме ни? Дауамлы бәхеттәр булһын инде! Күп кешеләр менән күрештем. Күргән береһе: “Үлгән тип ҡайғырған инек”, — тиҙәр. Ҡыуанып, күңелләнеп йөрөйөм. Был бәхет дауамлы, хәйерле булһын инде, тип теләй-теләй йөрөйөм. Илтифат, хөрмәт араһында тирбәләм. Шөкөр!

9-ында иртә сәйгә, майын мул тотоп, белен бешереп бирҙеләр. Бик һәйбәт булды.

Типографияға инеп, гәзиттә баҫыла торған шиғырымдың корректураһын ҡараным. “Йәш өмөттәр”ҙе хәрефкә теҙеүсе йәш өмөт, ләкин хәреф кассалары араһында һаулығын юғалтыусы Ибраһим Әғзәмовҡа дуҫтарса киҫәтеү яһаным.

21-ендә репетиция яһаныҡ. Темәс йәштәре араһында йәнемә йәмдәр биреүсе хеҙмәтемде дауам иттерәм. Артист та түгелмен, режиссерлыҡта көс юҡ… Ләкин сәхнә эштәре менән маташмай, драматурглыҡты ғына алға ебәрә алһам икән. Мине ысынлап рухландырыусы шул ғына!

23-өндә спектакль яҡшы сыҡты. “Ярты алма”лағы үлемде бәғзе бер борсолоуҙар арҡаһында хөртөрәк сығарҙым. Шулай ҙа икенсе картина бик матур булды, буғай. “Әмәти улы Мәмәти” һәм “Чүчпәрә туташ”та Мәмәти роле менән алҡыш ҡаҙандым. Өҙлөкһөҙ көлкө аҫтында уйнап, пәрҙә төшкәс, ике рәт сәхнәгә сығарҙылар. Ҡулда күтәреп йөрөттөләр. Автор һәм артист өсөн күңелле эш. Сәхнә артына инеп, “суҡындырып сығарҙың” кеүек иң самимиларын да ишетергә тура килде. Садиҡҡа инеп ҡундым. Оҙаҡ һөйләшеп яттыҡ.

1922 йыл, апрель. Темәс.

Кис Вәкил, Кәмилә Зәйнелғәбитдиноваларҙы, Хәмзә, Гөлъямал, Ҡөҙрәт Батыршиндарҙы, Шәриф Ҡорбанғәлиев, Мәрҙән Яушев, Хәсән Хәлиуллиндарҙы, Ғәйфулла менән Әсмә ханымды ҡунаҡҡа саҡырҙым. Хәлүә бешертеп һыйланым, малай! Күңелле булды. Яуш гармун уйнаны, йырҙар, бейеүҙәр, флирт, почталар, башҡа уйындар булды.

Нисек сығыр инде уйындар? Бындай халыҡ араһында эш итеү еңел түгел! Йөрәк түҙмәй бит, дәрт сыҙатмай…

Юлыҡ Хәсән миндә ҡунды. Күп һөйләштек. Ай, меҫкен Мәүлетдин Ғаширов астан үлгән, ти. Ни ҡәҙәр ҡыҙғандым, ни ҡәҙәр үкендем. Шундай асыҡҡан дуҫтарға бер һыныҡ икмәк менән булһа ла ярҙам итеп ҡыуандыра алмау менән ниндәй бәхетһеҙ мин!..

Шәрәф Биктин уғрылыҡта тотолған, ти. Советҡа саҡырып, бынан һуң энә урлаһа ла, туҡмап үлтереләсәген әйткәндәр, ти. Ах, бәдбәхет аслыҡ! Һәләк иттең әҙәм балаһын! 19 йәшлек кенә йәмле Мәүлетдиндәр асҡа үлеп китә, 18 йәшлек кенә матур, рухлы, шаян күңелле, гөлдәй янып, йәшендәй йәшнәп торған Шәрәф кеүек егеттәр, йән һаҡлар өсөн, уғрылыҡҡа йәбешә. Тамам аптыраған халыҡ был “гонаһһыҙ ғәйеплеләр”ҙе туҡмап үлтерә…

…Мин Юлыҡтан киткәндә: “Һин барында күңелле ине, һин киткәс, нишләрбеҙ?” – тип йырлап, күңеленең хөрмәтен белдерә белгән йәмле Мәүлетдин үлде. Йылы һүҙҙәре менән мине ҡыуандыра торған Шәрәф уғрылыҡта ғәйепле…

Бүлермен, бергәләрмен мин һинең ҡайғы үә аһыңды.

Һиңә дошманлыҡ итмәм мин, алып күҙгә гонаһыңды!

15-ендә “Ҡыҙыл Урал”дың редколлегия ағзаһы булыуым хаҡында рәсми яҙыу алдым.

 

“Беҙҙең мираҫ” (“Безнең мирас”), 2020 йылдың 6-сы һаны.

Мирхәйдәр Фәйзи: “Күңелем гүйә ожмахҡа керҙе”

1922, июнь. Йәйләү.

Хужабыҙ Исмәғил ағай асыҡ, күңелле, фекерле генә бер кеше. Ул беҙҙе борсомай. Ҡарт булһа ла, динле булһа ла, суфыйланған булып, кәйефте ебәрмәй.

… Исеме әле билгеле булмаған бер пьеса яҙа башланым (автор ҡулынан ҡыҙыл ҡара менән өҫтәлгән – “Аҙашҡан күңел”, 1926). Хәҙерге планым менән дүрт шаршау, биш картинала булырға тейеш. Хәйерле эш булһын!

 

“Беҙҙең мираҫ” (“Безнең мирас”), 2020 йылдың 11-се һаны.

Мирхәйдәр Фәйзи: “Эй, Хоҙайым, тәнгә сихәт, һаулыҡ бир!”

Өфө, 1923, март.

3-өндә Ҡазанда сыҡҡан “Ҡыҙыл Шәреҡ йәштәре”н һатып алдым. Минең “Тәбиғәт серҙәре”м баҫылған. Бик нәфис, бай, матур итеп сығаралар журналдарын. Маладис!

Кис Ислам менән театрға барҙыҡ. “Керәшен” ҡуйылды. Зөбәйҙә туташ, Мәрфуға ханым, Ҡушай Ғабдрахмановтар менән йөрөнөм.

6-һында яҙыуымды туҡтаттым. Бер аҙ ял итеп ҡарарға уйланым. Гел күкрәк ауыртып борсой бит, ләғнәт. Ашау яғын да тәрбиәле итәһе ине лә, аҡса юҡ.

7-һендә “Урыл һыуы буйында”мды Акадцентрға кертеп, Сәғит Сүнчәләйгә ҡалдырҙым. Д.Юлтыйға уҡып китергә ҡушты. Алар үткәрһә, Башкнигаға тағы бер теләнеп ҡарарға тормошом мәжбүр итә.

Кис театрға барҙыҡ. “Бәхет эҙләүселәр” менән “Артист” ҡуйылды. Ҡасим Хәбиров менән күберәк йөрөнөм.

8 март. Һаулыҡ юғыраҡ, малай. Теләгәнсә тәрбиәләнергә аҡсаһыҙлыҡ ирек бирмәй, суҡынған. Ысынлап та, күмәскә лә аҡсам ҡалмай бара. Килер урыны күренмәй. Нисек була һуң инде ул? Һаулыҡты һаҡлап ҡалаһы ине бит.

15-ендә. Башкнига пьесамды баҫтырырға булған. Бөгөн барып договор яҙыштым. Алты ай эсендә баҫтыра, бер миллиард һум гонорарҙың яртыһын хәҙер, яртыһын бер айҙан бирә. Шулай килештек. 500 миллион һум алып сыҡтым. Һаулыҡта хәйерен күреү насип, ҡыуаныслы табыш булһын! “Ғәлиәбаныу”ҙан һуң яҙылған “Урал һыуы буйында”мдың һатылышы ла уның менән рәттән килде. Баҫылып сығыуын һаулыҡта күрәм инде!

Был турала Мирсәйет Сафиндың ҙур ярҙамы тейҙе. Аҡсам бөткән генә ине, уның булышлығы менән аҡса ялғанып китте, шөкөр!

19-ында Тәүфиҡ менән урамдарҙа йөрөп, яҙғы яғымлы еңел хәбәрҙәр һөйләшеп, унан Художественный музейға индек. Өфөнөң иң матур йортондағы был музей, ысынлап та, художественный, унда матур, һөйкөмлө, нәфис әйберҙәр күп, күңелле. Бер сәғәттәй йөрөп, өҫтән генә ҡарап сыҡтыҡ. Күҙ матурлыҡтарға ярлыраҡ ҡалған саҡтарҙа унда инеп байрам итеп сығырға ярай.

24-ендә, тәүәкәлләп, туберкулез диспансерына барҙым. Номер алып бер бүлмәгә инеп сират көттөм. Гел йүткерә торған ябыҡ кешеләр ултыра. Сәғит Рәмиев та шуға эләгеп ҡалған икән. Доктор ауырыуын таныған. Көслө йүткерә, ныҡ ябыҡҡан. “Бәхетһеҙ кәсепкә тотонғанбыҙ, толчокчы булырға ҡалған икән”, — ти.

Номер буйынса бер бүлмәгә саҡырып индереп тикшерҙеләр. Врач: “Туберкулез, чахотка юҡ”, — тине. Уф, тип тын алып ебәрҙем. Ҡыуанып сыҡтым. Чахотка түгеллегенә ҡәнәғәтләнеп, рухландым. Башҡа ауырыуҙарым да етди булһа ла, чахотка тағы ла ҡурҡыта шул, ҡәһәр. Хәйерле сәләмәтләнеүҙәр насип булһын!

Өфө, 1923, апрель.

5-ендә обком-рескомға барҙым. Ҡушай, Ғ.Ғабдрахманов, Д.Юлтый, Әхмәт Хәбиби, Әсғәт Айдаровтарҙы күрҙем. Әллә ниндәй, дингә ғаршы яҙмалар һорайҙар, комсомол гәзитенә бер антирелигиозный пьса яҙып бирергә ҡуша. Ныҡ бәйләнеп ҡалдылар. Ай, һау булып, емерттереп эшләһәң икән!..

***

Ни тиклем ауырлыҡтар күреп, рәхимһеҙ ауырыу арҡаһында ижади пландарының сикләнеүе Мирхәйҙәр Фәйзигә йөҙөп йөрөп ижад итергә мөмкинлек бирмәһә лә, әҙип драматургияны үҫтереүгә, яңы сәнғәти алымдар менән байытыуға тос өлөш индерҙе.

 

Татарсанан башҡортсаға Айгөл Иҙелбаева тәржемәләне.