Живая память поколений

БР-ҙың атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре, Сибай ҡалаһының Р.Өмөтбаев ис., Баймаҡ районының Б.Вәлид ис. премиялары лауреаты, крайҙы өйрәнеүсе Ирек Бикмәтов ошо көндәрҙә Баймаҡ үҙәк китапханаһында булып китте. «Живая память поколений» китабын әҙерләүҙә һәм баҫтырыуҙа ҡатнашҡан мөххәриәт ағзаһы булараҡ китапханаға ошо китапты ла бүләк итте. Еңеүҙең 75 йыллығына арналған китапта крайҙы өйрәнеүселәр, тарих һәм үҙ тамырҙары менән ҡыҙыҡһыныусылар бик күп мәғлүмәт таба аласаҡ. Рәхмәт, Ирек Ниғәмәт улы!