Зөһрә Сәғәҙиеваның гөлбаҡсаһы

Зөһрә Рафиҡ ҡыҙы Сәғәҙиева йыл һайын Сәскә байрамында призлы урындар алып килә. Быйыл да ихатаһында сәскәләр күҙҙең яуын алып ултыралар.Баҡсаһында емеш- еләктәре, йәшелсәләре уңған. 100 төп ҡабаҡ,100 төп сөгөлдөр сәскәндәр. Былары инде мал өсөн ризыҡ. Тормош иптәше Миҙәтулла Әлибай улының да ҡулдары алтын. Тормош йөгөн бергәләп тартҡан да ғына, ошондай зауыҡлы итеп донъя көтөргә була. Зөһрә Рафиҡ ҡыҙы киләһе йылға пландар ҡороп,тағы ла күркәмерәк итеп үҫтерергә уйлай сәскәләрҙе. Китапхананан китаптар алып, сәскәләргә ниндәй ашламалар кәрәклеге икәнен өйрәнә, орлоҡтарҙы почта аша яҙҙыртып алып, ят сәскәләр үҫтерә.