Зөһрә Ҡотлогилдинанан бүләк!

Журналист, шағирә һәм балалар яҙыусыһы Зөһрә Ҡотлогилдинанан бүләк! Ошо көндәрҙә Баймаҡ биләмә-ара үҙәк китапханаһы һәм Темәс ауыл модель китапханаһы Зөһрә Ҡотлогилдина ебәргән өр-яңы китаптар менән тулыланды. Шиғырҙар һәм поэмаларҙан торған “Уртаҡ яҙмыш”, һуғыш балаларының иҫтәлектәре, хәтирәләре тупланған “Һуғыш балалары һөйләй” китаптары һәм талантлы шағир, журналист, Темәс ауылынан сыҡҡан яҡташыбыҙ Нияз Мәһәҙиев менән берлектә яҙылған “Хан һүҙенән юғарыраҡ Әҙип һүҙе” интервьюлар һәм мәҡәләләр йыйынтығы өсөн Зөһрә Сәлимйән ҡыҙына оло рәхмәтебеҙҙе белдерәбеҙ һәм илһам ҡанаттарының талмауын теләйбеҙ.