“Илһамлы ижадсылар төйәге”

Баймаҡ биләмә-ара үҙәк китапханаһына йыл һайын Яҡташ яҙыусылар аҙналығында билдәле әҙиптәрҙе ҡунаҡҡа саҡырыу йәки онлайн рәүештә осрашыуҙар, кисәләр, китапхана дәрестәре, конференциялар һәм башҡа ҡыҙыҡлы саралар ойоштороу матур йолаға әүерелгән. Быйылғы аҙналыҡ “Илһамлы ижадсылар төйәге” исемле Әҙәбиәт байрамы менән асылды. Унда яҙыусы, шағир һәм журналист, Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, Шәһит Хоҙайбирҙин исемендәге дәүләт, районыбыҙҙың Батыр Вәлид исемендәге премиялары лауреаты, С.Юлаев ордены кавалеры, “Ағиҙел” журналының баш мөхәррир урынбаҫары Әхмәр-Ғүмәр Үтәбай, яҙыусы, шағирә, тәржемәсе, полиглот Тәнзилә Кейекбаева, яҙыусы, драматург, Сибай төбәк яҙыусылар ойошмаһы рәйесе Әминә Яхина, драматург, журналист Радик Өмөтҡужин, шулай уҡ урында ла ижад ҡомары менән дәртләнеп ижад итеүсе “Йәнгүҙәй” әҙәби-ижад берекмәһе ағзалары, башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусылары, китапханасылар, студенттар ҡатнашты. Әҙәбиәт байрамында яҙыусыларҙың яңы китаптарына байҡау яһалды, әҙиптәр кинәнеп һорауҙарға яуаптар бирҙе, шиғырҙарын уҡыны, йырҙар ҙа яңғыраны. Бөгөнгө баҙар заманында ижадсыларыбыҙҙың рухи ҡомартҡыны үҙәккә ҡуйып, ихласлыҡҡа, йән балҡышына сорналған тәбиғилеккә ынтылып, әйтер һүҙҙәрен киләсәккә мираҫ итеп ҡалдырырға ынтылыуҙары һөйөнөслө.