“Илһамлы ижадсылар төйәге”

21 сентябрҙә Яҡташ яҙыусылар аҙналығы сиктәрендә Баймаҡ биләмә-ара үҙәк китапханаһында “Илһамлы ижадсылар төйәге” исемле әҙәбиәт байрамы үтә. Унда яҡташ әҙиптәр — шағир һәм журналист, Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, Шәһит Хоҙайбирҙин исемендәге дәүләт, районыбыҙҙың Батыр Вәлид исемендәге премиялары лауреаты, С.Юлаев ордены кавалеры, “Ағиҙел” журналының баш мөхәррир урынбаҫары Әхмәр-Ғүмәр Үтәбай, шағирә, полиглот, тәржемәсе Тәнзилә Кейекбаева, яҙыусы, драматург Әминә Яхина, урындағы “Йәнгүҙәй” әҙәби-ижад берекмәһе ағзалары ҡатнаша. Әҙәбиәт һөйөүсе дуҫтарыбыҙҙың барыһын да сәғәт 3-кә һүҙ байрамына саҡырабыҙ! Рәхим итегеҙ!

Яҡташ яҙыусылар менән шәп әңгәмәләшеүҙәр, мейестән төшкән өр-яңы китаптар менән танышыуҙар, яңы тыуған ижад емештәре менән һыйлашыуҙар — барыһы ла 21 сентябрҙә һеҙҙе көтә!