“Инстинкт йәки Күктә йондоҙҙар болара” повесы буйынса онлайн фекер алышыу

Күптән түгел Баймаҡ биләмә-ара үҙәк китапханаһы “Ағиҙел” журналының 2018 йылдың 5-се һанында донъя күргән М.Ҡунафиндың “Инстинкт йәки Күктә йондоҙҙар болара” повесы буйынса онлайн фекер алышыу тәҡдим иткәйне.
Был әҫәр «Туған телгә — 100 аҙым» республика проектына ла ингән. Әлбиттә, фекерҙәр ямғыр булып яуманы (уттай ҡыҙыу эш ваҡыты икәнен дә аңлап торабыҙ), шулай ҙа булғандары ла бик ҡыҙыҡлы.

Баймаҡ ҡалаһынан мәғариф ветераны Вәсимә Ғәле ҡыҙы Ямантаеваның фекере:
— М.Ҡунафиндың был әҫәре лә, яҙыусының башҡа ижад емештәре кеүек, үҙенсәлекле булыуы менән айырылып тора. Журналдың ошо уҡ һанында филология фәндәре кандидаты З.Әлибаевтың повесҡа ҡарата мәҡәләһе баҫылған.
Ябай уҡыусы булараҡ, әҫәр тураһында үҙ фекерҙәремде яҙмаҡсы булдым. Яҙыусы ер планетаһының ҡотолғоһоҙ һәләкәте алдынан ваҡиғаларҙы күҙаллай.
Үлем… Кеше ҡасан да булһа баҡыйлыҡҡа күсә. Әммә дөйөм һәләкәтте әҫәр геройҙары төрлөсә көтөп ала.
Мөхәббәт, яуаплылыҡ, үлем… Ошо ҙур 3 мәсьәлә үҙ-ара тығыҙ бәйләнгән. Ғаилә мөхәббәткә нигеҙләнә, унда яуаплылыҡ барлыҡҡа килә. Ғаиләлә яуаплылыҡ иң беренсе ирҙәрҙә булырға тейеш.
Джордж үҙ ғаиләһен, тиле Скоттан башҡа, ағыулы ит ашатып, үлемгә дусар итһә, Ансар ҙа, ҡыҙҙарын, ҡатынын ни тиклем яратһа ла, яуаплылыҡтан ҡасып, урманға сығып китеп үлә.
Шакира – балалары, ире өсөн өҙөлгән, яуаплылыҡты үҙ өҫтөнә алған көслө рухлы ҡатын. Ниндәй генә ҡыйынлыҡтар кисермәһен, мөхәббәтенә тоғро гүзәл зат, мәхшәр ҡупҡанда ла балаларын хәстәрләүсе әсә.
Митхун менән Гвандояның мөхәббәте – үҙе бер ҡисса. Ҡотҡарыу станцияһына һайлап алынған сибәр, ғиффәтле Гвандоя ҡоштар яратыусы ябай, эскерһеҙ Митхунға ғашиҡ була. Әммә уларҙың ғүмерҙәре мәхшәрҙә өҙөлә.
Рус милләтле Алевтинаның ислам динен ҡабул итеүе был диндең бөтә донъяла киң таралыуын билдәләүсе оҫта деталь, моғайын.
Ғөмүмән, был әҫәр уҡыусыны тәрән уйланырға мәжбүр итә, башҡорт прозаһында яңы күренеш булып тора, тип уйлайым.

Альмира Иҫәндәүләтова, башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы:
— Әҫәрҙә ахырызаман алдынан була торған тормош сағылдырыла: ҡояш көндән-көн һүнә бара. Кешелек ҡурҡыныс мәлде көтөп йәшәй һәм һәр кем уға үҙенсә “әҙерләнә”. Ир заттарының шул мәлдә, рухтары һынып, еңел юлды – үлемде һайлауы үкенесле. Әҫәр “Тормош тотҡаһы – ҡатын-ҡыҙ”, — тигән фекер ҡалдыра. Шәхсән үҙемә әҫәрҙә ят исемдәрҙең ҡулланылыуы уҡыуҙы ауырлаштырҙы.
Повеста кеше утрауҙа ла кеше булып ҡаласағы – фекерләү ҡеүәһен юймауы, телде онотмауы һоҡландыра. Был Жак образында сағыла. Ысынбарлыҡ тормошта ассимиляциялашыу процесы халыҡты йотһа, “утрауҙа” – йәмғиәттән айырым йәшәгәндә үҙ-үҙеңде һаҡлау инстинкты көслөрәктер, моғайын.
Жактың уйланыуҙары ла бик ҡыҙыҡлы:
“Һуғыш йә хәрби темалар хаҡында уйланып (ир ҙәһә), фекер ебен бер төйөнгә төйнәргә булһа, әле ул саҡта имен йөрөгән Тореро исемле тәкәһе менән “әңгәмә” ҡора ине. “Бөйөк Македонский, стратег Ганнибал, атаҡлы хан Сыңғыҙхан, полководец Суворов, генералиссимус Сталин, фюрер Гитлер, император Наполеон, диктатор Кем Чен Ир булған тарихта, их һин уларҙы белмәйһең,Тореро, белһәң дошмандарҙы нисек һөҙөргә самалар инең дә. Ә улар һөҙгән, ишеү нисек төкөгән, күпме әҙәмде ҡырған, күпме кешелекте зар илатҡан… Шул тарих, уларса, кешеләрсә, хәрбиҙәрсә” Оҙаҡ ҡына янған утҡа ҡарап уйланып ултыра ла артабан дауам итә: “Уйлаһаң, homo sapiens , аңлы зат ғүмер буйы төкөшөп, бер-береһен үлтереп киләсәкте тыуҙыра. Йәнәһе. Һуң сәскәнең, орлоғоң һуғыш булғас, үҫкәне, урғаны тыныслыҡ булмай уның. Кишер була…
… Ә Муська менән ул наҙлыраҡ темаға, мәңгелек ҡиммәттәр хаҡында “һөйләшә”. “Кәзәкәйем минең, “ми-ки-ми-ки”нан башҡа бер ни белмәйһең, уҡырға-яҙырға өйрәнһәң икән. Юҡ, кәрәкмәй, наҙан һәм идиот булыуы еңеллерәк тә хатта.Шулай ҙа йәлһең һин миңә, – ошондай аңлайышһыҙ һүҙбәйләнештәр менән башлай ул әңгәмәһен. Үҙе ысын мәғәнәһендә нәфис әҙәбиәтте, юғары сәнғәткә яратҡанғамы, был өлкәләге “туңбаштар”ҙы кәзәгә тиңләй ине элек. Тик артыҡ күпте белеүе йәмғиәттән тулыһынса азат булырға ҡамасаулауын да аңлай. Шуға һәр саҡ белгәндәрен онотҡоһо, онотолғоһо килде лә… Тик кеше аҡылы, күңеле, ашау-эсеү менән генә түгел, хәтере менән дә йәшәгәнен дә белә ине ул. Шул хәтере уға ярҙамсы ла, дошман да бөгөн. – Яҙыусыларҙың әҫәрҙәрен уҡыған һайын илағы, көлгө, хатта мәғәнәле итеп йәшәге килә. Һин шуларҙан азат, шуға һин минән бәхетлерәк, кәзәкәйем минең. Яңғыҙлыҡта ла мәғәнә бар. “Мин Робинзон Крузо, мин яңғыҙым бер утрауҙа тиһәм, һин, Муська, мине аңлайһың иве-ет. Аңлайһың, һин дә аңламаһаң, мин ул утрауҙы ташлап ҡасасаҡмын. Һин илар инең, көлөр инең һәм кәзә лә булмаҫ инең. Ә мин – кеше, уйланам, иҫәрләнәм… “Машина времени” китабын уҡымағанһығыҙ. Герберт Уэллс ваҡыт машинаһында сәйәхәтсене 802701 йылға алып барып ташлай… Беләһеңме, ул ваҡытта ла кеше ҡурҡҡан, эйе, ҡараңғынан ҡурҡҡан. Ҡояш бөтһә, беҙгә барыбыҙға ла “каюк”.
Шундай ихтирам уятҡан фәйләсүф образдың Ер бөтөр алдынан үҙен бәйһеҙ тотоуы күңелде төшөрә. Минеңсә, кеше һәр осраҡта ла иң элек Кеше булып ҡалырға, хайуани теләктәрен еңә белергә бурыслы.

Айгөл Иҙелбаева, китапханасы:
Митхун менән Гвандояның саф мөхәббәте – әҫәрҙең иң уңышлы өлөшөлөр, минеңсә. Мәхшәрҙән ҡотолоу мөмкинлеге булып та Гвандояның бөтөп барған Ерҙә һөйөклөһө менән ҡалыуы — ҡаһарманлыҡ. Уларҙың үҙ-ара мөнәсәбәтендә бер хилафлыҡ та юҡ: һәр ҡыланыш шундай эскерһеҙ, таҙа, саф. Уларҙың һөйөүе яңы ғына ҡабынған, йәшәгеләре, ғаилә булғылары, балалар үҫтергеләре килә!
— Шөкөрана, шөкөрана. Яҡты донъяла йәшәгән өсөн, йылытҡаның, таҙартҡаның, ашатҡаның өсөн рәхмәт, Ҡояшыбыҙ, – тип башын эйҙе Митхун. Ҡыҙ ҙа уға эйәреп ҡабатланы был һүҙҙәрҙе.
– Ҡайҙан беләһеңдер ундай изге һүҙҙәрҙе һин, Митхун?
– Өләсәм өйрәткәне әҙерәк иҫтә ҡалған шунда. Әйткәндәй, Ивәл(evil) тигән Планета бөтөнләй юҡ йыһанда, эйе, өләсәм шулай, ти.
– Улайһа, Ергә ҡот осҡос булып нимә килә һуң?
– Кешеләрҙең, башҡа йән эйәләренең миллион-миллион йылдар буйы ҡылған гонаһтары күк көмбәҙендә ҡара болот, ҡара саң булып уҡмаша ла, ҡурҡыныс күк есеме хасил була икән. Һәм бер заман ул Ерҙең үҙенә, кешеләргә табан йөҙә башлай…
– Ҡыҙы-ыҡ. Ҡыҙғаныс та, – Гвандоя уйланып китте.
– Әкиәт ул, өләсәм сығарған, ышанма ла, уйланма ла, – Митхун иғтибарҙы башҡаға йүнәлтергә теләп, ҡулына балта алды…
Ошо юлдар ғына ла һөйөүҙең тормошта оло бәхет икәнлеген аңларға, уның ҡәҙерен белергә саҡыра, ә гонаһтың иң яман күренеш булыуын тасуирлай…
Митхундың, өләсәһенән күреп, ҡыҙҙы ярғанат ҡанаты менән имләгән күренеше бигерәк йөрәккә үтә. Тик ошондай хистәр ҙә Ерҙе ҡотҡара алмауы, ғашиҡтарҙы зәһәр уттың йотоуы – шул тиклем үкенесле…

Миңә шулай уҡ Шакира образы бик тә оҡшаны. Ғаиләм, балам, ирем, донъям тип йәшәгән көслө характерлы ысын башҡорт ҡатын-ҡыҙы. Ире шыршы алып ҡайтыу һылтауы менән урманға китеп юғалғас, ул, иң элек донъяһын хәстәрләгәндән һуң, ирен эҙләп урманға юллана. Бында берәҙәк Жак менән осрашыуы бик сетерекле килеп сыға, шул осраҡта ла ул ғаиләһенә тоғро ҡатын-ҡыҙ булып ҡала. Жак ярҙамында ирен барып таба, тик берҙән-бере, ҡосағына “балам” тип түмәрҙе ҡыҫҡан килеш, йөрәге ярылып үлгән була. Ә улустарында (йәшәгән тораҡтары) ғаиләлә ир үҙ-үҙенә ҡулын һалһа, күҙ терәп торған һыйырҙарын тартып алалар. Шакираның бар ҡайғыһы – балаларын һыйырһыҙ ҡалдырмау, ас итмәү. Бомба кеүек күктән уттар яуа башлау менән ул иң тәүҙә балаларын иҫенә төшөрә һәм йүгереп ҡайтып инеп сабыйҙарын ҡосағына ала… Бәлки, ут уларҙы аяр? Бәлки, тере ҡалырҙар?.. Һәр хәлдә, йорттарына ут төшкәндә лә улар бергә ҡаласаҡ…

“Мәңге йәшәйем тип донъя тупла, иртән үләм, тиеп доға ҡыл!” Тормошобоҙҙоң, йәшәйешебеҙҙең ҡәҙерен белергә саҡырған әҫәр был!..

Кемдәр был әҫәрҙе уҡымаған, повестың электрон вариантын һалабыҙ! Уҡып, фекерҙәрегеҙҙе яҙып ебәрә алаһығыҙ!