Йосоп Йыһангир улы Ҡунаҡбаев-золом ҡорбаны

1896 йылда Таһир ауылында тыуған Йосоп Ҡунаҡбаев. Бөрйән-Түңгәүер контонының Темәс волосында Совет власын урынлаштырыуҙа һәм нығытыуҙа актив ҡатнаша. Һаҡланып ҡалған документтар буйынса беҙ уның Бөрйән-Түңгәүер кантонының эшсе-крәҫтиән һәм ҡыҙыл армеец депутаттарының өсөнсө съезында тауыш биреү хоҡуғы менән делегат булыуын, 1920 йылда контондың алтынсы партия конференцияһында ҡатнашыуын, Башҡортостан Совет Республикаһы төҙөгәс, Ҡырағай-Ҡыпсаҡ волосынан съезға делегат итеп һайланыуын беләбеҙ. 69-сы һанлы билет Йосоп Ҡунаҡбаевтың Коммунистар(большивиктар) фракцияһы ағзаһы булыуын раҫлай.
1920-1921 йылдарҙа Йосоп Ҡунаҡбаев Темәс волосында бандитизмға ҡаршы көрәште ойоштороусы була. 1921 аслыҡ йылында Киске Башҡортостан аҙыҡ -түлек халыҡ комиссариатының 154 -се приказы менән Бөрйән -Түңгәүр кантонының аҙыҡ -түлек комитеты уполномоченныйы итеп тәғәйенләнә. Был яуаплы бурысты үтәү осоронда ул «А» литеры менән телеграммалар ебәреү һәм тура телефон бәйләнеше менән файҙаланыу өсөн сикләнмәгән хоҡуҡтарға эйә була. Ул бөтөн көсөн һәм дәртен халыҡты, айырыуса балаларҙы, аслыҡтан ҡотҡарыуға, контонда профсоюз һәм копперация эшен нығытыуға бирә. 1923-1925 йылдарҙа Йосоп Ҡунаҡбаев Йылайыр кантонының икенсе-бишенсе партия конференцияларында ҡатнаша, контондың эске эштәр бүлеге органдарында эшләй, Башҡортостан тау тресы идаралығының аҙыҡ -түлек тәьминәте бүлегенә етәкселек итә. Партия ҡайҙа ғына ебәрмәһен, ул һәр эште намыҫ менен үтәй.
1925-1926 йылдарҙа Йылайыр кантонында профсоюз эштәрен актив ойоштороусы булараҡ, ул профсоюз съезында ҡатнаша.
1927-1930 йылдарҙа Ҡунаҡбаев башҡарма комитетында эшләй.
1930 йылда контондарҙан райондар төҙөлә. Совет съезында Баймаҡ район Советы башҡарма комитеты һайлана, Йосоп Йыһангир улы Ҡунаҡбаев уның рәйесе була.
Артабан ул Өфө ҡалаһындағы «Дубитель» берәкмәһенең 1 Май исеменәге шырпы фабрикаһына директор итеп тәғәйенләнә, был вазифала 1934 йылға тиклем эшләй, 1935-1936 йылдарҙа  «Башзолото» берәкмәһенең Түбә приискаһы директоры итеп тәғәйенләнә, был вазифала 1934 йылға тиклем эшләй. 1937 йылдан Ҡунаҡбаев Аҡморонда 46-сы йылҡы заводы директоры булып эшләй.
Күреүебеҙсә, яҡташыбыҙ төрлө яуаплы бурыстар башҡара, районда Совет власын нығытыуға күп көс һала. Бер үк ваҡытта ул наҙанлыҡты бөтөрөү өсөн көрәшә, уның инициативаһы буйынса Темәстә, Билалда, Таһирҙа яңы мәктәп биналары һалына, Сәләх Кулибай менән ҡустыһы Хөсәйен Ҡунаҡбайға ла уның йоғонтоһо ҙур була.
Үкенскә ҡаршы, беҙҙең яҡтарҙа Совет власын актив ойоштороусы булған был кеше тураһында бер генә яҙыусы һәм журналистта бер ниндәйҙә яҙма ҡалдырмаған. Хәйер, бының өсөн уларҙы ғәйепләп тә булмай. Хикмәт шунда 1937 йылда уға халыҡ дошманы тип ялған ғәйепләп тағалар һәм бер сәбәпһеҙ ҡулға алалар.
Башҡорт АССР-ы Баймаҡ районының 46 -сы йылҡы заводы директоры, 1937 йылдың 5 авгусында ҡулға алынған Ҡунаҡбаев Йосоп Йыһангир улының эше 1960 йылдың 24 июнендә СССР Верховный Суды Хәрби Коллегияһының күсмә сессияһы ултырышында яңынан ҡарала. 1938 йылдың 11 июлендә СССР Верховный Суды Хәрби коллегияһының күсмә сессияһы тарафынан Й. Й. Ҡунаҡбаев сығарылған приговорҙан ҡайтанан асыҡлаған сәбәптәр буйынса көсөнән сығарыла һәм енәйәт составы булмау сәбәпле эш туҡтатыла. Й. Й. Ҡунаҡбаев үлгәндән һуң аҡлана.
Таһир ауылы китапханаһы архивынан.
Йосоп Ҡунаҡбайҙың дүрт ҡыҙы һәм бер улы була.Иң олоһо Сәрбиямал 1921 йылдың февраль айында тыуа.Стәрлетамаҡ ҡалаһында уҡыған саҡта, атаһы ҡулға алына.Өйҙәге кескәй ҡыҙ туғандарын Украиналағы балалар йортона ебәреләр, ә улы бәләкәй саҡта вафат була.Стәрленән ҡайтып ауылда тора.1942 йыл ауылдашы етем Йосопов Йәноҙаҡ Өммәт улы (1920 -се йылғы)менән никахлашып донъя көтә башлайҙар.4 ҡыҙ һәм 4 малай тәрбиәләп үҫтерәләр.Ире 1987 йылда, ә Сәрбиямал инәй 2005 йылда мәрхүмә була.Сәрбиямал инәйҙең бер һеңлеһе ҡайта ауылына, тик ауырып үлеп китә. Башҡа туғандарын эҙләп » Көт мине » («Жди меня») тапшырыуына яҙалар, хәбәр юҡ.