Йәйҙең йәмле бер көнөндә.

Түбәнге Таһир мәктәбе уҡыусылары йәйге лагерҙа Күгиҙел ауылы янындағы «Матурҡай» шишмәһе һәм «Ханҡала» тауына барҙылар. Тәмле, шифалы шишмә һыуын эстеләр. Уның урғылып сыҡҡанын оҙаҡ күҙәтергә мөмкин. Сәй ҡайнағансы, шишмә юлынан ҡоро ағас ботаҡтарын алып ташланылар, күмәкләшеп китап уҡыныҡ, викторина һорауҙарына яуап бирҙеләр. Туп уйнағандан һуң, Ханҡала тауына юл алдыҡ. Тау бейек, ҡаялы. Бер яғы һөҙәк, ә икенсе яғы ҡая, урманлы.Ханҡала тауының тарихын Гүзәл Рәфҡәт ҡыҙы һөйләп китте. Күгиҙел, Билал, Һәмән һәм йыраҡта Таһир ауылы күренде. Ул матурлыҡты һүҙ менән генә яҙып бөтөрөп булмай. Һеҙгә кәңәшем: барып ҡарағыҙ, берҙә лә үкенмәҫһегеҙ.
Ханҡала тураһында аҫта уҡый алаһығыҙ.
https://vk.com/wall-187761511_1216