“Лукоморье” XII асыҡ балалар әҙәби конкурсына йомғаҡ яһалды

Баймаҡ балалар модель китапханаһында Халыҡ-ара балаларҙы яҡлау көнө уңайынан сағыу тамаша ойошторолдо. Өләсәй ролендә баш китапханасы Гөлназ Сабирова ҡатнашыусы балаларға төрлө уйындар үткәрҙе, ҡыҙыҡлы, күңелле интеллектуаль һорауҙар бирҙе, әкиәт жанрының нескәлектәре менән таныштырҙы. Был тәңгәлдә уға тылсымлы һандыҡ ярҙамға килде.
Сараның икенсе өлөшөндә Халыҡ-ара Туған телдәр көнө һәм шағир Сафуан Әлибайҙың тыуыуына 80 йыл тулыуы айҡанлы Баймаҡ биләмә-ара үҙәк китапханаһы янында эшләүсе “Игебай мәктәбе” балалар ижади клубы иғлан иткән “Борон-борон заманда…” әкиәттәр конкурсына һәм Башҡортостан Республикаһының Яҙыусылар Союзы менән берлектә Өфө Балалар ижады йорто ойошторған “Лукоморье” XII асыҡ балалар әҙәби конкурсына йомғаҡ яһалды. “Лукоморье” конкурсында башҡорт телендәге эштәрҙе ҡараған, “Әкиәттәр һандығы” йыйынтығын төҙөгән яҡташ шағирә Лилиә Ҡәйепова бәйгелә ҡатнашҡан балаларға ҡарата үҙенең фекерҙәрен еткереп, уңыштар теләне.
Р.Түләк исемендәге “Йәнгүҙәй” әҙәби-ижад берекмәһенең иң әүҙем ағзаларының береһе — 11 китап авторы, Рәсәй Федерацияһының халыҡ мәғарифы алдынғыһы, Башҡортостандың атҡаҙанған уҡытыусыһы, бихисап район һәм республика конкурстары лауреаты Рәйсә Иҫәнбаева, үҙе лә әкиәт жанрында ла ижад итеүсе автор булараҡ, йәш ижадсыларға үҙенең фатихаһын бирҙе, теләк-тәҡдимдәрен еткерҙе.