Милли кейем көнө

Бөгөн район үҙәк китапханаһында Башҡортостанда йәшәгән халыҡтарҙың рухи асылын сағылдырған Милли кейем көнө үтте.
Милли кейем-һәр милләттең рухын, күңел байлығын, йәшәйешен һынландырған паспорты ул. Сарала “Ағинәйҙәр” клубы ағзалары, Баймаҡ лицей-интернатының 8 –се синыф уҡыусылары, ”Фантазия” милли кейем тегеү ательеһынан (Байрамғолова Әнисә Мөхәмәтғәле ҡыҙы), Халыҡ ижады үҙәге янында ойошторолған “Хазина” халыҡ клубы оҫтабикәләре (етәксеһе Килмәкова Миңлегөл Әүхәҙи ҡыҙы) ҡатнашты.Ҡул эштәренә маһир Әсәнова Суфия Хәмзә ҡыҙының милли биҙәүестәре- һаҡал, ҡашмау, көмөш тәңкәләр тураһындағы сығышы күптәрҙә ҡыҙыҡһыныу тойғоһо уятты. Район үҙәк китапханаһы хеҙмәткәрҙәре тарафынан тәҡдим ителгән милли кейемдәрҙән дефиле сараның матур бер күренеше булды. Заманса стиль буйынса милли кейемдәр тегеүсе шәхси эшкыуар Байрамғолова Әнисә Мөхәмәтғәле ҡыҙы үҙе теккән кейемдәрҙең үҙенсәлеге, заман тарафына ярашлы итеп тегелеүе, ә Килмәкова Миңлегөл Әүхәҙи ҡыҙы «Хазина» клубының эшмәкәрлеге тураһында һөйләп үттеләр. Был сарала бөтә ҡатнашыусыларҙың, бигерәк тә уҡыусы балаларҙың милли кейемдә килеүҙәре һөйөндөрҙө. Берҙәмлектең матур бер күренеше булған Милли кейем көнө флешмоб менән тамамланды.