Мөнир Ҡунафиндың «Шаҡмаҡ ҡояш» китабының исем туйы

Баймаҡ биләмә-ара үҙәк китапханаһында “Ағиҙел” журналы хеҙмәткәрҙәре – баш мөхәррире, журналист, шағир, яҙыусы, драматург, Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Мөнир Ҡунафин, баш мөхәррир урынбаҫары — яҙыусы, шағир һәм журналист, Шәһит Хоҙайбирҙин исемендәге дәүләт премияһы лауреаты, Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, С.Юлаев ордены кавалеры Әхмәр-Ғүмәр Үтәбай һәм шағирә, журналист, Рәми Ғарипов, Рәшит Назар, Ибраһим Ғиззәтуллин исемендәге әҙәби, Ҡайғузус Абдал исемендәге халыҡ-ара премиялар лауреаты Гөлнара Хәлфетдинова ҡатнашлығында ижади осрашыу, шулай уҡ Мөнир Ҡунафиндың яңы ғына эҫе мейестән сыҡҡан “Шаҡмаҡ ҡояш” исемле китабының исем туйы үтте. Кисәлә китапхананың даими китап уҡыусылары, “Йәнгүҙәй” әҙәби-ижад берекмәһе, “Ағинәйҙәр” клубы ағзалары һәм әҙәбиәт һөйөүселәр ҡатнашты.
Сара 4-се лицей уҡыусыларының “Шаҡмаҡ ҡояш” хикәйәһен сәхнәләштереү менән башланып китте. “Ҡояш ни өсөн шаҡмаҡ?” – тигән һорауға Мөнир Сәхиулла улы: “Кемдер өсөн ҡояш йомро, өсмөйөш, ә кемдер өсөн ул шаҡмаҡ, сөнки һәр кемдең был донъяға үҙ ҡарашы бар”, — тип яуапланы. Баймаҡ ҡалаһынан мәғариф ветераны Вәсимә Ямантаева «Инстинкт йәки Күктә йондоҙҙар болара» повесы буйынса фекерҙәре менән уртаҡлашты. “Йәнгүҙәй” әҙәби-ижад берекмәһе ағзаһы Рәмил Хәсәнов “Йөҙөп барған, ти, аттар диңгеҙҙә…” повесына фекерен үҙҙәренең “Айыҡ ауыл” республика конкурсында еңеү яулаған Түбәнге Яйыҡбай ауылы менән бәйләп еткерҙе һәм ҡурайҙа боронғо “Баяс” көйөн уйнап ишеттерҙе.
Сыңғыҙ ауыл моделле китапханаһы китапханасыһы Миңзәлә Шахморатова “Ағиҙел” журналының һуңғы йылдағы дизайн һәм йөкмәткеһе йәһәтенән үҙгәрештәрҙе ауылдаштарының ҡуш ҡуллап ҡабул итеүе тураһында һөйләп, журнал хеҙмәткәрҙәренә үҙенең теләктәрен, тәҡдимдәрен еткерҙе.
“Баймаҡ” мәғлүмәт үҙәге директоры, “Һаҡмар” гәзитенең баш мөхәррире Гүзәл Иҫәнгилдина, “Атайсал” гәзитенең баш мөхәррире Хәйҙәр Тапаҡов, шағир Насип Һаҡмар, йәштәр эштәре буйынса комитет директоры Заһит Ғүмәров, Б.Вәлид, Р.Өмөтбаев исемендәге премиялар лауреаты, крайҙы өйрәнеүсе, бихисап китаптар авторы Ирек Бикмәтовтың, бик күп китаптар авторы Рәйсә Иҫәнбаеваның, китапхананың тоғро дуҫы Рәмзиә Бәхтиеваның журнал һәм авторҙар тураһындағы сығыштары сараға биҙәк өҫтәне. Кисә һуңында ҡунаҡ шағирҙар үҙҙәренең шиғри күстәнәстәренән ауыҙ иттерҙе. Уларҙың китаптары бер тынала һатылып бөтөп, автографтар алыу ләззәтле минуттарға әүерелде.
Баймаҡ биләмә-ара үҙәк китапханаһы директоры Зилә Мортазина күптән түгел алтын юбилейын билдәләгән Мөнир Ҡунафинды ғүмер байрамы һәм яңы китабы менән ҡотлап, китапханасылар исеменән иҫтәлекле бүләк тапшырҙы.