Насип Һаҡмаров

Шағир-сәсән, һәүәҫкәр композитор, музыкант, республика ижади конкурстар лауреаты Насип Һаҡмаров – китапханабыҙҙың көтөп алған ҡунаҡтарының береһе. Бөгөн дә ул юл ыңғайы беҙгә һуғылып китте. Әйткәндәй, “Тамаша” журналының быйылғы май-июнь һандарында Рифат Йәмле хандың “Халыҡ фекеренә лә ҡолаҡ һалһындар ине…” исеме аҫтында уның менән әңгәмә сыҡҡан.
— Ир-егет ҡәләм тирбәтеп, ҡағыҙ ҡыштырҙатып ултырырға түгел, ә тау-таш аҡтарырға, ауыр, бөйөк эштәр менән булышырға тейеш, тип уйлай инем, ижадҡа ылыҡҡанымды һиҙмәй ҙә ҡалғанмын, — тип ижадҡа тартылыу серен дә аса биреп ҡуйҙы Насип ағай.
Һаҡмаров Насиб (ысын исеме, ә Насип — псевдоним) Мосип улы 1965 йылдың 24 февралендә Хәйбулла районының Йәнтеш ауылында тыуған. Тыуған ауылында башланғыс белемде алғас, уҡыуын Өфөләге Р. Ғарипов исемендәге 1-се һанлы интернат – мәктәптә дауам итә. Тап ошо дәүерҙә башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы С.Зайлалова етәкләгән “Шишмә тауышы“әҙәби түңәрәгенә йөрөүен ул ижадының башы, тип иҫәпләй. Тәүге шиғырҙары мәктәп стена гәзитендә, “Башҡортостан пионеры“нда донъя күрә башлай. “Пионер” журналы ойошторған ”Тоғролоҡ “ исемле конкурста 1-се урын яулай.
1982 — 1987 йылдарҙа Башҡорт ауыл хужалығы институтының урман хужалығы факультетында белем ала. Бында Муса Сиражи етәкләгән әҙәби түңәрәктә шөғөлләнә, шиғырҙары “Совет Башҡортостаны” һәм “Ленинсы” гәзиттәрендә даими баҫыла.
1987 — 1991 Омск өлкәһенең Называевск урман хужалығында лесничий булып эшләп ала. Башҡортостанға ҡайтҡас, Сибай ҡалаһында “Башмедьстрой” тресының 4-се һанлы төҙөлөш ойошмаһында ташсы булып башлап, 10 йыл эсендә мастер, прораб вазифаһына тиклем күтәрелә. Артабан төрлө яуаплылыҡтары сикләнгән төҙөлөш ойошмаларында прораб булып эшләй.
Ижадтан йыраҡ торған эштәрҙә хеҙмәт көсө түгеүенә ҡарамаҫтан, ул шиғыр-йырҙан бер ваҡытта ла айырылмай. Интернет селтәрендә “Һуң түгелдер” исемле шиғри төркөм асып, ижад емештәрен шунда ҡуя. Бынан тыш “Йәшлек ”, “Башҡортостан “, “Шоңҡар “ , “Тамаша “ , “Ағиҙел“ гәзит-журналдарында йыш баҫыла. 2019 йылда республика Салауат йыйынында сәсәндәр әйтеше бәйгеһендә 2-се урын яулай. Ошо уҡ йылда шиғырҙары З. Биишева исемендәге ”Китап“ нәшриәтендә сыҡҡан ”Биҙәктәр“ исемле йыйынтыҡта электрон вариантта донъя күрә. Насиб Һаҡмаровтың 30-ҙан ашыу шиғырҙарына төрлө композиторҙар көй ижад иткән. Байтаҡтары телевидение, радио фондына ингән.
Насиб Мосип улы Сибай ҡалаһында йәшәй, тормош иптәше Зилә исемле менән 2 ул үҫтерә. Йәмәғәт эштәрендә лә әүҙем — Сибай ҡалаһы башҡорттары ҡоролтайы ағзаһы, Бөтә донья башҡорттары ҡоролтайының 5-се сьезы делегаты. Сибай ҡалаһы яҙыусылар ойошмаһының шиғриәт секцияһын етәкләй.
Ә Насип Һаҡмаров менән йәнле әңгәмәне “Тамаша” журналының быйылғы май-июнь һандарында уҡырға тәҡдим итәбеҙ!