Осрашыуға саҡырабыҙ!

#Башҡорт_теле_көнө#башҡорттеленяратам#ТаңсулпанҒарипова
#ЧитающийБаймак
14 декабрҙә Башҡорт теле көнөнә ҡарата Баймаҡ биләмә-ара үҙәк китапханаһында Башҡортостандың халыҡ яҙыусыһы, әҙибә, күренекле яҡташыбыҙ Таңсулпан Ғарипова менән осрашыу үтәсәк. Әҙәбиәт һөйөүселәр, рәхим итегеҙ! Башлана 10.30 сәғәттә. (Китап һатып алыу мөмкинлеге бар)