Проект Библиомолодость

Замандан бер аҙымға алда барған, үҙ эшен асырға батырсылыҡ иткән, ауырлыҡтарҙан ҡурҡмаған егет –ҡыҙҙарыбыҙ ҡыуандыра. Уларға бөгөн заман шарттарында эшләү нисегерәк икән, бизнесҡа тәүге аҙымдары ниндәй булған? Ошо һәм башҡа һорауҙарға яуап табырға, башҡорт эшҡыуары Нәбиуллин Илсурҙың эш алымдары, бизнесы менән танышыу маҡсатында Баймаҡ биләмә-ара үҙәк китапханаһында “Библиомолодость” проекты сиктәрендә ”Уңышлы булыу сере” исемле ток-шоу уткәрелде. УТЭК, ЗАПК студенттары, ҡаланың 3-сө һанлы мәктәбе уҡыусылары республика кимәлендә билдәлелек яулаған шәхси эшҡыуар Нәбиуллин Илсур Гәйнетдин улы менән күҙмә-күҙ осрашып эшҡыуарлыҡтың үҙенсәлектәре, уңышлы булыуҙың сере һәм бизнес өлкәһенә ҡағылған мәсьәләләр тураһында әңгәмә ҡорҙолар, үҙҙәрен ҡыҙыҡһындырған һорауҙарға яуап алдылар. Сараның төп геройы Нәбиуллин Илсур ”уңыштың төп сере-ҡыйыулыҡта, тәүәкәллектә” тигән фекере йәштәрҙә киләсәккә дәрт, өмөт ҡыйыулыҡ өҫтәне, ә беҙ ошондай маҡсатлы, алдынғы ҡарашлы яҡташыбыҙҙың уңыштарына ҡыуанабыҙ һәм ғорурланабыҙ.