Проект «Ете егет»

Билал ауылында яҡташыбыҙ Рита Өмөтбаева етәкләгән БСТ төркөмө «Ете егет» реалити шоуының бер көнөн төшөрҙө.

Төрлө райондан йыйылған ете егет ат егеп -туғарыу серҙәрен өйрәнде. Уларға оҫталыҡ дәресен Һәмән ауылынан Әминев Зәйнулла Хәсән улы, Билал ауылынан Рафаэль Ғайсин, Өмөтбай ауылынан Рәжәп Баһауитдинов, Ғилман Ишмурҙин, Күгиҙел ауылынан Илфат Кирамов үткәрҙе. Баймаҡ ҡалаһынан Суфия апай Әсәнова бер атты тулыһынса «кейендереп» күрһәтте. Ат егеү-туғарыу бәйгеһе еңеүсеһе Баймаҡ егете Илнур Мәжитов!

Егеттәрҙе Билал ерендә район Мәҙәниәт бүлеге етәксеһе Гөлназ Хәлидар ҡыҙы, халыҡ ижады үҙәге директоры Миңзифа Әхмәҙиә ҡыҙы, Билал биләмә башлығы Илдар Шәһәрғәзе улы, китапханасы Райхана Булатова, клуб мөдире Айгөл Сафина, хеҙмәткәр Сәғилә Ғайсина, Күгиҙел ауылының клуб мөдире Азамат Нарынбаев, Өмөтбай ауылы китапханасыһы Динә Ғүмәрова ҡаршы алып, оҙатып йөрөнө. Ҡунаҡтарҙы тәмле аш — һыу менән дә һыйланыҡ.
Тапшырыу көҙ айҙарында күрһәтеләсәк.