Сабырлыҡтан тыуған аҡыл хазинаһы

#УралМостафинға-70йәш
Сабырлыҡтан тыуған аҡыл хазинаһы
(У.Мостафиндың “Ғүмер – атылған уҡ” китабына күҙәтеү)

Донъя – кереш һәм ян.
Ғүмер – атылған уҡ!
Кемдер осоп һынған,
Кемгә форсаты юҡ…

Ошо көндәрҙә үҙенең 70 йәшен туйлаусы фәйләсүф шағир һәм прозаик — РФ һәм БР Яҙыусылар берлеге ағзаһы, 6 китап авторы, «Киске Өфө» һәм «Башҡортостан» гәзиттәренең 4 тапҡыр лауреаты, «Киске Өфө» гәзите ойошторған С.Агиш исемендәге хикәйәләр конкурсы, Б.Вәлид премияһы лауреаты Урал Мостафин үҙенең “Ғүмер – атылған уҡ” исемле йыйынтығын шундай тәрән мәғәнәле һүҙҙәр менән асып ебәргән. Азамат Тажетдинов әйтмешләй, “Баймаҡ Корчагины”ның был — дүртенсе китабы. Әҙәбиәт һөйөүселәр быға тиклем уның “Тәүбә тәсбихем”, “Йәшәү – яҙмыш”, “Илһам көсө”, унан һуң “Ҡойон ҡойроғо оҙон…”, “Хистәр донъяһында” исемле йыйынтыҡтарын да уҡып ҡыуанды.
Урал Мостафиндың шиғри донъяһы бик үҙенсәлекле. Ул яҙмыш һынауы алдында баш эймәй, упҡын ситендә ғорур торған таш һынды хәтерләтә. Шуға күрә уның уйҙары ла, тормош ҡыҫалары эсендә аҙашып ҡалмай, юғарыға ынтыла һәм уҡыусыны ла үҙе менән эйәртә.
Китап авторҙың уҡыусыға мөрәжәғәте менән асыла. “Тормоштағы үҙгәрештәргә, йәмғиәттәге хәл-ваҡиғаларға, кешеләрҙең ғәҙәт-ғәләмәттәренә шәхсән мөнәсәбәтемде сағылдырыусы кисерештәремде, күңелемде борсоған хәүеф-хафаларҙы яҙып киләм. …Яҙғандарым уҡыусыларымдың хис-тойғоларын, выжданын, сәм-ғәмдәрен, өмөт-ниәттәрен уятып, үҙ-ара игелекле, мәрхәмәтле мөнәсәбәттәргә, мөғәмәләгә өндәһә, холоҡтарын итәғәтлеккә күндерһә, мәғәнәле һәм файҙалы булырҙар тип күңелемде йыуатырмын”, — ти ул.
Артабан “Киске Өфө” гәзитенең баш мөхәррире, Ш.Хоҙайбирҙин исемендәге премия лауреаты, Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Гөлфиә Янбаева Урал Сабирйән улының тормош һәм ижад юлына ҡыҫҡаса байҡау яһай. “Тормош асылы, халыҡ яҙмышы, ижад һәм көрәш, йәшәү мәғәнәһе хаҡындағы ижад емештәре шиғырҙар һәм фәлсәфәүи уйланыуҙар булып ҡағыҙға теҙелә. Уҡыусылар иғтибарына тәҡдим ителгән был йыйынтыҡ көслө рухлы, маҡсатҡа ынтылышлы, ныҡышмалы авторҙың тырышлығы менән тыуҙырылған оло хеҙмәте”, — тип баһалай ул.
Йыйынтыҡ ике бүлектән тора. “Эй, ғүмерҙең йәмле миҙгелдәре… Кем туйғансы уны татыған?..” тигән бүлеккә Урал Мостафиндың күңелен тетрәткән, йөрәген һыҙлатҡан, йәнен әрнеткән тормош күренештәре, яҙмыш, ғүмер, йәшәйеш тураһындағы шиғырҙары тупланған. “Яҙмыш” исемле шиғырындағы Хоҙайҙың маңлайға яҙғанын күрәһең инде тигән фекерен “Әрем” тигән шиғырында ла дауам итеп, үҙен юл ситендә үҫкән әрем менән сағыштыра. Йән һыҙлатҡыс был сағыштырыу менән ул йөрәгендәге әсенеүҙәрен уҡыусыға еткерә. Күңел төшөнкөлөгө һиҙелгәндәй булып ҡалһа ла, “Ғүмер — йомаҡ” тигән шиғырындағы:

Заманымдың елдәренә буйһонманым,
Яҡынымдың өлөшөнә ҡул һонманым.
Еңеллеккә өлгәшергә йәнем һалһам,
Намыҫымды юғалтырмын, тип уйланым, —
тигән юлдары аша үҙенең бөгөлмәҫ рухлы, көслө ихтыярлы булыуын иҫбатлай. “Ҡот юғала”, “Ҡайҙа юғалдығыҙ?” шиғырҙарында автор Ерҙән, Күктән ҡоттоң юғалыуы, башҡорт ир-егеттәренең сит ерҙәргә китеп олағыуы хаҡында әрнеп әсенә. “Илем йөҙө” шиғырында лирик герой ергә бөркөт күҙлегенән баға, ҡырмыҫҡаларҙың, кешенең ни менән мәшғүл булыуын күҙәтә.
Үҙ ереңдең йөҙөн һаҡлағанда,
Бөркөт кеүек сая булырлыҡ,
Ҡырмыҫҡанан хатта өйрәнергә
Ҡамасаулай кемгә ғорурлыҡ?..
(“Илем йөҙө”).

Тәрән фәлсәфә һәм эске әсенеү менән һуғарылған

Сайҡалғанға, киләсәктә,
Баҫалмаһа турайып,
Һәйкәл булыр Салауаттың
Яуға баҫҡан һыны түгел,
Һыйҙа һынған ҡурайы!
(“Һәйкәл”)

… Йән арымай йүнле ғәҙәттәрҙән,
Йүнһеҙҙәре һуға бәкәлгә.
Игелеклек кәрәк тере йәнгә,
Тәкәбберлек ҡалһын һәйкәлгә!
(“Тәкәбберлек ҡалһын һәйкәлгә!”)

“Түбәтәйе тәпәш”тәргә
Әйтәйем инде әйткәс:
“Сабата түргә эленмәй,
Эленә үргә кәпәс!”
(“Кемдең түбәтәйе тәпәш…”)

тигән юлдары бик тә фәһемле. Шулай уҡ уның бөжәктәр тураһындағы шиғырҙары (“Бөжәк”, “Талпан”) үтә лә үҙенсәлекле: авторҙың бай фантазияһы ерҙә соҡонған, күҙгә лә салынып бармаған бөжәктәр менән кешеләрҙең холоҡ-фиғелен сағыштыра, уларҙың ыңғай яғын үрнәк итһә, кире яғын оҫта ғына итеп һүрәтләп, булмышыбыҙҙағы тиҫкәре һыҙаттарҙы әсе тәнҡитләй.

Ғөмүмән, Урал ағайҙың ижадында үҙенсә әсе бер көлөү хас, тормоштоң кире күренештәренә ҡарата тоҙло-боросло фекерҙәрен мул ғына итеп “һоғондороп” ҡуя ул (мәҫәлән, “Кәкүк менән һар балаһы”, “Үрмәксе менән себен”, “Аҙғын тауыҡ” һ.б.).
Робағи стилендә яҙылған “Ҡыҫҡа уйҙар” исемле цикл тормош, заман, тәбиғәт хаҡындағы фәлсәфәүи дүрт, ике, бер юллыҡ фекерҙәрҙән тора.
Ни мәғәнә әҙәм бала бағыуынан,
Мәғәнәле исем-фәлән тағыуынан,
Әгәр көн дә йөҙәр меңләп үлә икән
Әҙәм үҙе уйлап тапҡан ағыуынан?..
Бер ваҡыт Урал ағайҙан: «Урал ағай, әгәр ҙә йүгереп йөрөгән булһағыҙ, был иҫ киткес әҫәрҙәрегеҙ тыумаған булыр инеме?» — тип һораным. Ул: «Белмәйем, был — Хоҙайҙың эше. Әгәр ҙә ул мине тотҡон хәленә төшөрөп нимәлер әйтергә мәжбүр иткән икән, тимәк, фекерҙәремде еткереп бөтмәйенсә ул мине был донъянан алып китмәйәсәк. Ә минең әйтер һүҙем байтаҡ…» — тине ул уйланып. Ысынлап та, яҡташ авторҙың күңел түренән сикһеҙ урғылған һүҙҙәре китаптың икенсе бүлегендә асыҡ сағыла – ул “Тышаулы заттар” тип атала. Унда Урал Мостафиндың фәлсәфәһе сәсмә юлдарға һалынған. Уны автор шартлы рәүештә “Ябай кешенең ҡатмарлы фекерҙәре” тип тә атай. Улар “Киске Өфө” гәзитендә цикл булып баҫылып, уның өсөн яҡташыбыҙ гәзиттең лауреаты ла булғайны. Бындағы тормош хикмәттәре, рухиәт, заман, мөхәббәт хаҡындағы уйланыуҙарҙы, автор әйтмешләй, “ҡатмарлы фекерҙәр”ҙе бер нисә һүҙ менән ҡылыҡһырлауы мөмкин дә түгел. Шуға күрә фәлсәфә яратҡан әҙәбиәт уҡыусыларыбыҙға Урал Мостафиндың “Ғүмер — атылған уҡ” китабын мотлаҡ уҡырға кәңәш итәбеҙ. Был китап – сабырлыҡ аша килгән ҙур аҡыл хазинаһы. Унан фәһем дә, һорауҙарға яуаптар ҙа, аҡыл да алырға була. Бының өсөн Урал ағай Мостафинға бик ҙур рәхмәт!
Китап тураһындағы уйланыуҙарҙы авторҙың хикмәт тураһындағы фекерҙәре менән тамамлағыбыҙ килә:
“Хикмәт – бәндәнең аңына, йәненә-тәненә тыумыштан һалынған уңыш бөртөгө. Сәселгән, шытҡан һәм етлегеп сәскә атырға ла әҙерҙер. Әммә бының өсөн уңайлы шарттар тыуыуы зарур. Донъяға заманына, йәмғиәтенә күрә аҡыллы, һәләтле бәндәләр тыуып тора — уныһы һис шикһеҙ! Ләкин ул аҡыл, һәләт әҙәмдең йәшәү дәүерендә асылыуы мөһим. Унан ҡалһа, дәүере һәм йәмғиәте тарафынан танылыуы ла мотлаҡ шарт! Шунһыҙ кем ул хикмәтте раҫлай, баһалай ала? Бына ошонда йәмғиәттең үҫеш кимәле күренә лә инде. Алдынғы аң емешен дөрөҫ баһалай аламы, танып, ҡабул итәме? Үҙенә һалынған хикмәтте ғүмере буйына эҙләп, тапмаусылар, йәки табып та үҙләштерә алмаусылар, үҙләштереп тә йәмғиәттән инҡар ителеүселәр бихисап был тормошта… Ер шар кеүек түңәрәк, тип мәлһеҙ ҡысҡырып утҡа инеүселәрҙең ни ғәйебе булған заманы алдында? Байтаҡ аҡыл эйәләренең сихырсы, диуана, хыялый тип нахаҡҡа эҙәрләнелеүҙәре лә мәғлүм бит беҙгә!.. Тимәк, заманының һәләтле шәхесе йәмғиәттән үҙе йәшәгән дәүерендә тейешле баһаланмауы ла ихтимал…”
Айгөл Иҙелбаева, Баймаҡ биләмә-ара үҙәк китапханаһы методисы.