“Сәләмәтлек көндәлеге”- Ишмырҙала

Баймаҡ биләмә-ара үҙәк китапханаһы тарафынан иғлан ителгән ауыл биләмәләре араһындағы “Сәләмәтлек көндәлеге” эстафетаһы унынсы ауыл биләмәһендә үтте. Ишмырҙала ойошторолған сарала Рәхмәтуллин Ф.С. етәкселегендә Йылайыр ауыл биләмәһе вәкилдәре ҡатнашты һәм эстафета альбомын тапшырҙы. Мәҙәниәт йорто фойеһында ишмырҙалар бай йөкмәткеле күргәҙмә тәҡдим итте. Һөттән әҙерләнгән (“Йәйғор” балалар баҡсаһы хеҙмәткәрҙәре) ризыҡтың ниндәй генә төрө юҡ: һөт, ҡаймаҡ, ҡуйыртылған һөт, ҡатыҡ, муйыллы һәм сейәле май, май айының майы, һары май, ҡорот һ.б. Ағинәйҙәр – Сибәрбикә Теләүсина, Гөлгөнә Тотманова, Әнисә Ризуанова ауыл тирәһендәге аҡлан-урмандарҙан йыйылған тәбиғәт байлығын – шифалы үләндәр күргәҙмәһе менән таныштырҙы. Ҡул эштәре оҫталарының (Әфләтүнова Ә., Әфләтүнова Г., Үлйәбаева А., Ғөбәйҙуллина Г., Яҡшығолова Р. һ.б. ), картиналар (З.Теүәлев), спорт ҡаҙаныштарының, бал тураһындағы (Р.Сөләймәнова) күргәҙмәләр иғтибарҙы йәлеп итте. Килгән тамашасыны һәм ҡунаҡтарҙы мәктәп уҡытыусылары йыр-моң менән ҡаршыланы.

Ағинәйҙәр, мәктәп уҡыусылары берлектә ҡар һыуына барыу йолаһын сәхнәләштерҙе. Тамсы тамып, тирә-яҡҡа яҙ һулышы бөркөлгән саҡта ҡар һыуына барғандар. Ҡар һыуы шифалы һаналған. Ул күҙ тейеүҙән, төрлө сырхауҙарҙан арындарған, сәй итеп ҡайнатып эскәндәр, уның һыуы менән йәш балаларҙы йыуындырғандар.

Ауылда сәләмәт йәшәү рәүешенә, спортҡа иғтибар бала саҡтан тәрбиәләнә. “Йәйғор” балалар баҡсаһы тәрбиәләнеүселәренең сығыштары барыһын да һоҡландырҙы. Бәләкәстәрҙең спорт әҙерлегенә һоҡланмау мөмкин түгел. Мәктәп уҡыусылары, скандинавса “атлаған” ҡатын-ҡыҙҙар, спорт һөйөүсе гүзәл заттар физик күнекмәләр, спорт бейеүҙәре менән сәхнәгә сыҡты. Оҙаҡ йылдар ошо ауылда Фрунзе исемендәге колхоздың спорт секторы булып эшләгән, хәҙер баш ҡалала йәшәүсе Теүәлев Зәбир Фәрит улы күптән түгел донъя күргән “Фрунзе исемендәге колхоздың спорт ҡаҙаныштары альбомы” баҫмаһы менән таныштырҙы. Зәбир Фәрит улы яңы баҫманы ишмырҙаларҙың ошо көнгә тиклем ҡәҙерләп һаҡлаған “Фрунзе исемендәге колхоздың спорт ҡаҙаншытары альбомы” нигеҙендә төҙөгән. Был альбом ауылда спортҡа, халыҡты сәләмәт тормошҡа йәлеп итеүгә электән тейешле иғтибар бүленеүе тураһында һөйләй. Өлкән быуындың спорт ҡаҙаныштарын йәштәр дауам итә. Әле лә ауылда спорт ярыштары уҙа, округтар араһында сәмле эстафета ойошторола. Ишмырҙалар төрлө спорт төрҙәре буйынса район, төбәк ярыштарында ла уңышлы сығыш яһай.

“Китап – рухи сәләмәтлек” бүлегендә заман афәте – эскелек тураһында Гөлсирә Ғиззәтуллинаның “Ҡайт, ҡотом, ҡайт” әҫәренән өҙөк сәхнәләштерелде. Эскелек менән донъяның ҡото китә. Әҫәрҙәге эскесе ҡатын Сәғиҙә аңына килеп ҡотон ҡайтара алырмы? Шулай уҡ Миңнур Әбүбәкирова Зилә Ғәйетҡолованың “Эскелек” шиғырын һөйләне. Йөрәктәргә үтеп инерлек сығышты зал алҡыштарға күмде. Игебаева Д. баһалама комиссияһы ағзаһы, китаптар авторы Борис Хәйретдиновтың «Скандинав таяҡтары» шиғырын һөйләне.“Диниә” фольклор ансамбле кисәгә тематик йыр-таҡмаҡтары менән йәм өҫтәне. Сара һуңында ауыл биләмәһе башлығы З.М. Ҡашҡаров сараны ойоштороуҙа ҡатнашҡан һәр кемгә оло рәхмәтен белдерҙе.
фото👉🏻 https://vk.com/album-36585846_280423792