“Сәләмәтлек көндәлеге” район эстафетаһы Ишмөхәмәттә!

Республикала иғлан ителгән Сәләмәтлек һәм әүҙем оҙон ғүмерлелек йылына ҡарата Баймаҡ үҙәк китапханаһы ауыл биләмәләре араһында “Сәләмәтлек көндәлеге” район эстафетаһы иғлан иткәйне. Бөгөн, 11 мартта, Ишмөхәмәт ауыл биләмәһе Билалдарҙан эстафетаны ҡабул итеп Сәләмәтлек йылына арналған сара ойошторҙо.

Сара башында Билал ауыл биләмәһе башлығы И.Ш. Саптаров урындағы биләмә башлығы И.М. Ишмөхәмәтовкә Сәләмәтлек көндәлеген тапшырҙы. Сәхнәлә Байыш ауылының “Иҫтәлек”халыҡ фольклор ансамбле (етәксеһе Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Ф.Н. Таштимерова) “Ямғыр теләү” йолаһын сағылдырҙы. Сәхрәгә сыҡҡан ҡатын-ҡыҙҙар тәүҙә тәбиғәт ҡосағында йыйған дарыу үләндәре, емеш-еләк тураһында белгәндәре менән уртаҡлашты, ололарҙың һаулыҡҡа, йәшәйешебеҙгә ҡағылған кәңәштәрен иҫкә төшөрҙө, тыйыуҙарын барланы. Мөжәүир хәҙрәт нәҫеленән булған Илүзә Әхмәрова быуын ултыртып “күрһәтте”. Артабан ҡатын-ҡыҙҙар шифалы ямғыр саҡырып “яуҙырҙы”. Тәжрибәле физкультура уҡытыусыһы Зөһрә Сәғәҙиева ишмөхәмәттәрҙең спорт өлкәһендәге уңыштары менән уртаҡлашты, спорт менән дуҫ булған ғаиләләре менән таныштырҙы. Шайморат Дәүләтшин атлы егет ике ҡулына 24-шәр килограмлыҡ ике герҙе уйынсыҡтай күреп күтәрһә, уҡыусы ҡыҙҙар физик күнегеүҙәр эшләп үҙҙәренең һығылмалылығын, физик әҙерлеген күрһәтте. Ҡолмөхәмәтовтар ғаиләһе сәләмәт йәшәү рәүешен алып барыуҙары, сәләмәтлектең йәшәйештең нигеҙен тәшкил итеүе тураһында үҙ фекерҙәрен белдерҙе. “Шатлыҡ” халыҡ театры Гөлшат Әхмәтҡужинаның “Баланҡайҙың әсе күҙ йәше” китабынан “Сихырсы йәки бәхетле бул, дошманым” пьесаһынан өҙөк тәҡдим итте. Сара аҙағында Баймаҡ үҙәк китапханаһы директоры Зилә Мортазина ойоштороусыларға, ҡатнашыусыларға, ауыл биләмәһе башлыҡтарына әүҙемлектәре өсөн рәхмәт белдерҙе. Киләһе сәләмәтлек сараһы Ниғәмәт ауыл биләмәһендә уҙасаҡ!