“Сәләмәтлек көндәлеге” старт алды!

Баймаҡ биләмә-ара үҙәк китапханаһы Уның маҡсаттары — Баймаҡ районы биләмәһендәге ауылдарҙа сәләмәт йәшәү рәүешен һәм оҙон ғүмерлелекте пропагандалау, популярлаштырыу; йәш быуында һаулыҡҡа һаҡсыл ҡараш тәрбиәләү; эскелек, тәмәке тартыу, наркомания кеүек көнүҙәк проблемаларҙы яҡтыртҡан китаптар аша кире күренештәрҙең йәмғиәткә зыян килтереүен күрһәтеү; физик сәләмәтлек менән бер рәттән уның алмаштырғыһыҙ яртыһы — рухи сәләмәтлеккә, рухи байлыҡҡа өндәү, эстафета һөҙөмтәһендә ауыл биләмәләренең дөйөм Сәләмәтлек көндәлеген булдырыу.
Бөгөн, 11 мартта, Билал ауыл биләмәһендә ауыл биләмәләре араһында Сәләмәтлек һәм әүҙем оҙон ғүмерлелек йылына ҡарата иғлан ителгән “Сәләмәтлек көндәлеге” район эстафетаһына старт бирелде. Сәләмәтлек йылына арналған сара саф һауала башланды. Ауыл мәҙәниәт йорто алдында Билал мәктәбе уҡыусылары ике командаға бүленеп Ҡышҡы уйындарҙа ярышты. Мәҙәниәт йорто фойеһында ауыл биләмәһе уңғанбикәләре, ағинәйҙәре сәләмәт тормош алып барыуға йүнәлтелгән күргәҙмә тәҡдим итте. Күргәҙмә аҙна көндәренә бүленгәйне. Мәҫәлән: дүшәмбе — үлән сәйе, шифалы үләндәр, шишәмбе — һөт ризыҡтары, шаршамбы — ит ризыҡтары, кесаҙна – емеш-еләк, йома — милли ризыҡ, шәмбе – йәшелсә күргәҙмәһе. Шулай уҡ һыуыҡтан һаҡланыу өсөн ойоҡ, бейәләй, шәл күргәҙмәһе тәҡдим ителде (йәкшәмбе). Ошонда уҡ яҙыусы Хәйҙәр Тапаҡовтың «Биртек» әҫәренән биртек йыйыу йолаһы сәхнәләштерелде. Бил биртенгәндә, элек-электән ҡатын-ҡыҙҙар өй беренсә йөрөп, хужабикәләрҙән шифалы үләндәр, ризыҡтар йыйып алыр булған. Бил биртенгәндә, әлбиттә, йомшаҡ дебет шәлдең дә шифаһы тейгән.
Артабан сара сәхнәлә дауам итте. Ауыл биләмәһендә ниндәй спорт төрҙәре популяр булыуы, спорт буйынса уңыштарға өлгәшкән йәштәр, ғаиләләр менән Билал мәктәбенең физкультура уҡытыусыһы А.А.Әминев таныштырҙы. Уның уҡыусылары – йәш спортсы егеттәр гер күтәреп, физик күнегеүҙәр эшләп таҫыллыҡтарын күрһәтһә, Айгөл Әминева һығылмалылығы менән хайран ҡалдырҙы. Район һабантуйҙарында бил бирмәгән көрәшсе Азамат Әхмәтов менән сәхнәлә әңгәмә ойошторолдо. Ул район һәм республика кимәлендә көрәш буйынса үткән ярыштарҙа еңеүҙәргә өлгәшкән. “Беҙҙең уңыштар” исемле күргәҙмәлә Өмөтбай егете, көрәштең кекусинкай төрө буйынса халыҡ-ара ярыштар призеры, каратэ буйынса спорт мастеры Фәнил Мәжитов һәм Билалдан саңғы, еңел атлетика буйынса район, республика ярыштары еңеүсеһе Артур Ғайсиндың почет грамоталары, кубоктары, миҙалдары тәҡдим ителде. Экранда спортсыларға арналған презентация күрһәтелде.
«Китап — рухи сәләмәтлек һаҡсыһы» өлөшөндә «Һаулығың — байлыҡ» төрөк халыҡ әкиәтенән, Хәйҙәр Тапаҡовтың «Өмөт» хикәйәһенән өҙөктәр сәхнәләштерелде. Сара һуңында баһалама комиссияһы рәйесе, Баймаҡ биләмә-ара үҙәк китапхана директоры Мортазина Зилә Вәкил ҡыҙы Сәләмәтлек йылына арналған район эстафетаһының сәләмәт тормошто пропагандалауҙағы әһәмиәтен һыҙыҡ өҫтөнә алды һәм Билал ауыл биләмәһе башлығы Саптаров Илдар Шәһәрғәзе улына эстафетаның Сәләмәтлек көндәлеген тапшырҙы. Билалдар көндәлектә үткәрелгән саранан күренештәрҙе, сәләмәтлеккә, оҙон ғүмерлелеккә әйҙәүсе төп фекер-кәңәштәрҙе сағылдырып, артабан уны Ишмөхәмәт ауыл биләмәһенә тапшырырға тейеш. Киләһе сәләмәтлек сараһы Ишмөхәмәттә уҙасаҡ!