“Сәләмәтлек көндәлеге” Сыңғыҙҙа

2 апрель көнө Күсей ауыл биләмәһе «Сәләмәтлек көндәлеге» эстафетаһын Таулыҡай ауылы биләмәһенә тапшырҙы. Сара Сыңғыҙ ауылы мәҙәниәт йортонда үтте. Ғәҙәттәгесә ул сәләмәт тормошто пропагандалауға йүнәлтелгән күргәҙмәләр менән танышыуҙан башланды. Ауыл биләмәһендәге спортсыларҙың ҡаҙаныштарын данлаған мөйөштә Сыңғыҙ ауылынан волейбол буйынса балалар тренеры Рәшит Буранбаев тәрбиәләнеүселәренең уңыштары менән таныштырҙы. Бихисап грамоталар һәм миҙалдар, шулай уҡ кубоктар урындағы йәш волейболсыларҙың районда ғына түгел, республика ярыштарында призлы урындар алыуы хаҡында һөйләй. Шашка һәм шахмат буйынса күп тапҡыр призер, сәләмәт тормош алып барыусы Таулыҡай ауылынан Ҡоланбаева Рита ла ҡаҙаныштары хаҡында һөйләп үтте. Шулай уҡ 40 төрлө дарыу үләндәрен йыйған күргәҙмә өҫтәлендә беҙҙең яҡта үҫкән барлыҡ шифалы флораны, уны ҡулланыу ысулдары хаҡында белешмә алырға мөмкин ине. Ә төп өҫтәлдә бөгөнгө эстафетаның төп темаһы-туҡлыҡ, сәләмәтлек, хеҙмәт һәм муллыҡ билгеһе-икмәккә дан йырланды. Эйе, сыңғыҙҙар әүәле яҙғы сәсеү алдынан һәм һуңынан башҡарылған халыҡ йолаһын күрһәтте. Һуңынан ул уңышлы бәйләнеп Һабантуй байрамына әүерелде. Сәхнәгә ауыл биләмәһе спортсылары, ғаиләһе менән сәләмәт тормош алып барыусылар сыҡты. Сыңғыҙ ауылынан Мәхмүтовтар ғаиләһе биләмәлә, ауылда үткән «Атай, әсәй һәм мин-спорт һөйөүсе ғаилә» ярышында еңеп, республика кимәлендә уңышлы сығыш яһайҙар. Физкультура уҡытыусылары Рәшит Буранбаев, Фәнүр Аралбаев, Ғәзиз Байегетов балаларға спортҡа һөйөү тәрбиәләйҙәр, юғары еңеүҙәр яулайҙар. Көрәшселәр Дим Ҡоланбаев, Ғәзиз Күсәрбаев, йәш шашкасылар ҙа ауылдың ғорурлығы. Сараның артабанғы өлөшө-Мостай Кәримдең “Тымау» хикәйәһен сәхнәләштереүҙә һәүәҫкәр әртистәр халыҡ медицинаһының файҙаһы хаҡында мәҙәкле сығышы менән һөйөндөрҙө. Тамашаны ағинәйҙәрҙең сәләмәтлеккә бағышланған тапҡыр таҡмаҡтары тамамланы.
Фотолар👉🏻https://vk.com/album-36585846_280300008