“Сәләмәтлек көндәлеге” эстафетаһы Аҡморонда

Аҡморондар Темәс ауыл биләмәһенән эстафетаны ҡабул итте һәм Сәләмәтлек йылына арналған кисә ойошторҙо. Ауыл мәҙәниәт йорто фойеһында башҡорт милли ризыҡтарынан, дарыу үләндәренән, ҡул эштәренән торған күргәҙмә эшләне. Ауылдың уңған хужабикәләре төрлө бәлештәр бешереп сауҙа итте. Күптән түгел биләмәлә ойошторолған “Надежда” ансамбле етәксеһе Наталья Захватованың ҡул эштәре барыһын да һоҡландырҙы. Ул буш ваҡытында үҙ ҡулдары менән матурлыҡ тыуҙыра, ошо матурлыҡты, яҡтылыҡты тирә-яғына өләшә. Аҡморон ауылы ағинәйҙәре сәхнәлә милли ризыҡтарҙың файҙаһы, һәр береһенең ҡабатланмаҫ үҙенсәлеге, шифаһы тураһында һөйләне. Ағинәйҙәр медицина үҫешмәгән осорҙа олатай-өләсәйҙәребеҙ шифалы милли ризыҡтарыбыҙ, дарыу үләндәре менән дауаланыуын һыҙыҡ өҫтөнә алды, биртек йыйыу йолаһын, быуындар ултыртыу күренешен сәхнәләштерҙе, мәжлестәр, никах туйҙарын спиртлы эсемлектәр урынына шифалы ҡымыҙ менән үткәрергә өндәне. “Сәләмәт булыу өсөн һәр саҡ яҡшы кәйефтә, донъяға позитив ҡарашта булығыҙ” — тине улар.

Биләмә ғорурлығы, йүгереү буйынса район, республика, ил кимәлендәге ярыштарҙа, марафондарҙа ҡатнашыусы, еңеүҙәр һәм призлы урындар яулаусы, мәғариф ветераны, әүҙем йәмәғәтсе Алһыу Баййегетова үҙенең уңыштары менән таныштырҙы, нисек спорт менән шөғөлләнә башлауы хаҡында һөйләне һәм тормошонда спортҡа бәйле булған ҡыҙыҡлы ваҡиғаларҙы иҫкә төшөрҙө. “Үҙ-үҙен еңгән, үҙ-үҙен яратҡан кеше сәләмәт йәшәү рәүешен, спортты һайлай”, — тине ул. Балалар ижады үҙәгенең урындағы филиалында шөғөлләнгән “Афарин” студияһы ҡыҙҙары спорт бейеүе менән һөйөндөрҙө.

“Сәләмәтлек көндәлеге” эстафетаһының маҡсаттарының береһе – халыҡты рухи сәләмәтлеккә өндәү, йәмғиәттәге кире күренештәргә китаптар аша дөрөҫ ҡараш тәрбиәләү, әҙәп, әхлаҡ, намыҫ, выждан һәм башҡа темаларҙы яҡтыртыу, юғары тойғоларға мәҙхиә йырлау. Сараның өсөнсө өлөшөндә Ҡаратал ауылы вәкилдәре яҡташыбыҙ , шағирә Лилиә Һаҡмарҙың “Ҡар өҫтөндәге сабый” поэмаһы буйынса өҙөк сәхнәләштерҙе. Әҫәрҙә күтәрелгән проблема актуаль булып ҡала бирә. Залда ултырыусы үҫеп килгән быуынға ла, ата-әсәләргә, өләсәй, олатайҙарға ла берҙәй фәһемле булды был сығыш.

Аҡморондар эстафетаны 31 мартта Күсей ауыл биләмәһенә тапшырасаҡ.