“Сәләмәтлек көндәлеге” – Яратта.

11 мартта Билал ауыл биләмәһендә старт алған “Сәләмәтлек көндәлеге” эстафетаһы Ярат ауыл биләмәһенә лә килеп етте. Яраттар мерәҫтәрҙән эстафетаны ҡабул итеп, Сәләмәтлек һәм әүҙем оҙон ғүмерлелек йылына арналған конкурс сиктәрендә 22-се булып сара үткәрҙе. Был көндө мәҙәниәт йорто фойеһында килгән һәр тамашасыны “Йәйғор” ансамбле дәртле йыр-моңо менән ҡаршы алды. Ошонда уҡ Ярат, Ғүмәр, Йәрмөхәмәт ауылы тырыштары менән бай йөкмәткеле күргәҙмә әҙерләнгәйне. Ҡул эштәре (Ҡарамурзина М., Ғәҙелшина Х., Нурғәләмова З., Йәнбирҙина Д., Үҙәнбаева Э., Мырҙаҡаева Х.) һ.б., Йәрмөхәмәт ҡатын-ҡыҙҙары әҙерләгән һөт ризыҡтары һәм емеш-еләк, дарыу үләндәре (Әбдрәшитова Һ.), һунарсы мөйөшө (Үҙәнбаев Йосоп), селектән үреп эшләнгән көнкүреш кәрәк-яраҡтары (Буранбаев И.), ағастан кәрәк-яраҡтар, балалар өсөн саналар (Мырҙабаев М.) күргәҙмәләре иғтибарҙы йәлеп итте. Мырҙаҡаева Хәҙисә инәй башҡорт халҡының ылашын тәҡдим итте, Дилара Йәнбирҙина буҙа, төрлө емеш-еләктән ҡаҡтар, Һәҙиә Әбдрәшитова кәзә ҡымыҙы, кәзә һөтө ризыҡтарын (сыр, ҡорот, ҡаймаҡ һ.б.) әҙерләгәйне. Ғүмәрҙән Йәрмөхәмәтов Айгиз йылҡысылыҡ менән шөғөлләнә. Уның аҡбуҙаттары даими ат сабыштарында ҡатнаша, һыбайлыһы – Аҡсарин Нияз. Йыл башында Яратта Урал аръяғы райондарының ат сабышы уҙған. Биләмәнең 112-се атлы кавалерия дивизияһы яугирҙары исеменә үткәрелгән сәмле ярышта йәмғеһе 6 райондан ҡатнашалар. Үҙ тарихына иғтибарҙы арттырыу, яугирҙарҙың исемен мәңгеләштереүҙә ҙур эштәр башҡарыла. Мәктәп директоры М.А.Юлдашбаева Бөйөк Ватан һуғышы яугирҙары тураһында бай мәғлүмәт туплап йыйынтыҡ сығара. Артабан уның нигеҙендә “Ярат ерен яратып” исемле китап баҫтыра. Спорт ҡаҙаныштары күргәҙмәһе лә һоҡландырҙы. Биләмәлә еңел атлетика, саңғы, волейбол, баскетбол, еңел атлетика, көрәш, шашка-шахмат уйындары буйынса район, республика кимәлендәге ярыштар призерҙары, еңеүселәре бар. Мәҙинә Мырҙабулатова (шашка), Миңзәлә Үҙәнбаева (саңғы, еңел атлетика, баскетбол, волейбол, шашка буйынса тренер), Нәркәс Ишмөхәмәтова (еңел атлетика), Илзидә Ғәлиуллина (саңғы), Раушания Байымова, Рәсим Ҡарамурзин (еңел атлетика), Тимур Ғәҙелшин (саңғы), Юлдаш Әхмәтйәновтар (шахмат) ярыштарҙа даими ҡатнашып, яҡшы һөҙөмтәләргә өлгәшә. Спорт ҡаҙаныштары тураһындағы презентация менән физик тәрбиә биреү уҡытыусыһы Мырҙаҡаева С.М. таныштырҙы. Рәсим Ҡарамурзин, Әкрәм Ғәҙелшин, Илфат Дәүләтбаев, Линар Юлдашбаев, Илнур Йосопов, Рәфил Ишҡыуатов – спорт өлкәһендә башҡаларға өлгө булған ир-егеттәр. Артабан клубтың спорт залында Халыҡ-ара ғаилә көнөнә ҡарата Ғүмәр, Йәрмөхәмәт, Ярат ауылдарынан спорт һөйөүсе йәш ғаиләләр араһында “Атай, әсәй һәм мин – спорт ғаиләһе” ярышы ойошторолдо. Еңеүсе

тип Ғүмәрҙән Хәсәновтар ғаиләһе билдәләнде. Ғәҙелшиндар, Байымовтар, Ҡарамурзиндар артабанғы урындарҙы бүлеште.

“Етегән” фольклор ансамбле май миндеген бәйләү күренешен сағылдырҙы. Май миндеге шифалы, тәнгә — сихәт, йәнгә – дауа. Ҡырға сыҡҡан ҡатын-ҡыҙҙар балаларҙы оҫҡон йыуаһы, әтнәкәс, кәзә һаҡалы һәм ризыҡ булған башҡа үләндәр менән таныштырҙы, ҡайын һыуы, туҙ һағыҙы шифаһы хаҡында бәйән итте. “Етегән”дәр сығышын Сәләмәтлек һәм әүҙем оҙон ғүмерлелек йылына арналған таҡмаҡтар менән тамамланы.

“Ҡояшҡай” балалар театры Айгиз Баймөхәмәтовтың “Ҡалдырма, әсәй” повесынан, Йәрмөхәмәт ауылының үҙешмәкәр артистары Рәлис Ураҙғоловтың “Йән ғазабы” әҫәренән өҙөк сәхнәләштерҙе. Фәһем алырлыҡ сәхнәләштереүҙәр кире күренештәрҙе фашланы. Балаларҙы йән ғазабына дусар итмәү – ололарҙың бурысы. Ә инде ата-әсәйһеҙ ҡалған балаларҙың яралы күңелдәре икеләтә хәстәргә, һөйөүгә мохтаж. Яраттар “Сәләмәтлек көндәлеге” альбомын үҙ бите менән тулыландырып үҙәк китапханаға тапшырасаҡ.