“Сәләмәтлек көндәлеге” – Ҡолсора ауыл биләмәһендә

Түбәнге Иҙрис ауылындағы сәләмәтлек сараһы Муллаҡай ауылының “Йәнгүзәл” фольклор ансамбленең (етәксеһе — Ҡаһарманова Фәриҙә) милли аш-һыу тураһындағы сығышынан башланды. “Йәнгүзәл”дәр эстафета тапшырыусы Татлыбай ауыл биләмәһе вәкилдәрен, баһалама ағзаларын ҡымыҙ, буҙа, ҡорот һәм башҡа ризыҡтарға арналған таҡмаҡтар әйтеп ҡаршыланы. Клуб фойеһында милли аш-һыу (Түбәнге Иҙрис хужабикәләре), шифалы үләндәр (Ҡолсора), халыҡ кәсептәре, ҡул эштәре күргәҙмәһе ойошторолғайны. Рауилә Ғафарова шифалы үләндәр күргәҙмәһен тәҡдим итте, бер нисә дарыу үләнененә туҡталды, уларҙың үҙенсәлектәре, ниндәй сирҙәрҙән дауа икәнен һөйләне. Мәҫәлән, йылан тамыры ашҡаҙан, эсәк ауырыуҙарынан дауа. Ошо ерлектә үҫкән емеш-еләктәрҙән бәлештәр, Муллағәләмова Ританың төрлө ҡамыр ризыҡтары, Сафиуллина Фәриҙәнең меңъяпраҡ, ҡомалаҡ әсеткеләренән икмәк күргәҙмәһе лә иғтибарҙы йәлеп итте. Урындағы “Иген-тау” кооперативының (Ильясов Азамат) ит ярым-фабрикаттары, шәхси эшҡыуарҙар Гөлназ Нурасова икмәк, ҡамыр аштары, Шәһит Билалов сәскәләр тәҡдим итте. Йылҡысылыҡ менән шөғөлләнеүсе Мөхәмәтйәновтар күргәҙмәгә ҡымыҙ, ҡаҙы кеүек ризыҡтарҙы, ҡортсолоҡ менән шөғөлләнеүсе Васил Әминев ҡортсолоҡ продукцияһын сығарған. Йүкә, көнбағыш, сәскә, япраҡ балы, балауыҙ көйәһе, ҡайын ороһо менән балауыҙ көйәһе һәм башҡа төнәтмәләр, кәрәҙле бал, үлгән ҡорт – элек-электән халыҡ медицинаһында ҡулланыла. Үрге Иҙрис китапханаһы янындағы “Оҫта ҡулдар” клубы ағзаларының (етәксеһе – Мөхәмәтҡужина Нәзирә) ҡул эштәре күргәҙмәһе лә сағыулығы менән айырылып торҙо.

“Зарифа” фольклор ансамбле (етәксеһе — Халиҡова Рәсимә) “Ҡыҙ балаға нәсихәт” күренешен сәхнәләштерҙе. Ҡыҙ кешене ҡырҡ урындан тый, тип әйтәләр халыҡта. Тәрбиә, әхлаҡ, иман, олоно – оло, кесене – кесе итеп белеү, ғөрөф-ғәҙәттәрҙе үтәү – сәләмәтлектең нигеҙе, тине сығыш яһаусылар. Мәғариф ветераны, 40 йылдан ашыу физкультура уҡытыусыһы булып эшләгән, 9-сы тиҫтәне ваҡлаған Баязитов Фәрит Әғзәм улы оҙаҡ йәшәү, сәләмәт булыу серҙәре менән бүлеште. Фәрит Әғзәм улы үҙ ҡулдары менән ағас мискә, ванна эшләп, һыуҙа ҡайнатылған дарыу үләндәре парында дауаланыу ысулы тураһында бәйән итте. Шулай уҡ тартыуҙы ташлауға бәйле кәңәштәр әйтте. “Һәр кем үҙе, ғаиләһе өсөн яуаплы, шуға күрә һау булырға бурыслы”, — тине ул.

Ҡолсора мәктәбе уҡыусылары һәм уҡытыусылары Айгиз Баймөхәмәтовтың “Ҡалдырма, әсәй” әҫәренән өҙөк сәхнәләштерҙе. Тетрәндерерлек сығыш һәр тамашасы күңеленә үтеп инде.
Ауыл биләмәһе элек-электән саңғысылары, көрәшселәре менән дан тота. Физкультура уҡытыусыһы һөнәрен һайлаған Венер Самарбаев һәм Азат Сыңғыҙов йөҙәрләгән саҡрымлыҡ марафондарҙа ҡатнашыуы тураһында һөйләне. 2008 йылда Фредерик Куктың 100 йыллығына ҡарата 7 кешенән торған Рәсәй йәштәр экспедияһы составында Рәсәйҙең “Барнео” станцияһынан саңғыла 100 саҡрым үтеп Төньяҡ ҡотопты яулай. 8 көнлөк сәйәхәтенең иң ҡыҙыҡлы мәлдәрен тасуирланы Венер. Азат Сыңғыҙов – Бөйөк Еңеүҙең 70 йыллығына ҡарата “Баймаҡ-Өфө” саңғы марафонында ҡатнашып, республиканың 6 районын, 400-ҙәй саҡрым юл үтә. Сығыш яһаусылар уларҙа бәләкәйҙән спортҡа һөйөү тәрбиәләгән уҡытыусылары Әбсәләмов Вәлигә рәхмәтен белдерҙе. Бөгөн Ҡолсора мәктәбенең, биләмәнең намыҫын яҡлаған көрәшсе малайҙар-егеттәр көрәш алымдарын күрһәтте (тренеры – Исламоратов Алмас). Был уҡыусылар көрәштә генә түгел, саңғыла ла, самбо көрәшендә лә (араһында), еңел атлетикала ла һынатмай. Салауат Сөләймәнов көрәш буйынса үҙ ауырлыҡ категорияһында район чемпионы исемен яулай. Күптән түгел Ҡырмыҫҡалы районында үткән милли көрәш буйынса республика ярышында ул яҡшы һөҙөмтәләр күрһәтә, Ғафаров Байрас иһә 3-сө урын яулай. Мәктәп уҡыусылары (етәксеһе – Мусина Айгөл) гимнастик бейеү менән сығыш яһаны.Үрге Иҙристең скандинав таяҡтарында йөрөүсе ҡатын-ҡыҙҙары сәләмәтлеккә арналған, кире күренештәрҙе тәнҡитләгән рэп уҡыны. Сараға “Йәшлек” бейеү ансамбленең (етәксеһе — Халиҡова Нурсиә) “Бесәнселәр” коллектив бейеүе йәм өҫтәне.
Саранан фотоларҙы түбәнге һылтанма аша ҡарарға мөмкин https://vk.com/album-36585846_280655143